Мәктәбемдең һүнмәҫ усағы…08.08.2017
Ейәнсура районының Байыш ауылында уҙғарылған тантана яҡташтарыбыҙ өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Ауылыбыҙ мәктәбенә быйыл – теүәл 100, ә беҙҙең кластың уҡыуҙы тамамлауына – 50 йыл. Йәмле Ҡаҫмарт буйҙарында йөрөү, бала саҡ, мәктәп, йәшлек йылдарын иҫкә алып, ултырып һөйләшеү үҙе бер ғүмер. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң байрамыбыҙ мәлендә тәбиғәттең салт аяҙ көн бүләк итеүен көтмәгәйнек тә.
Байыш ауылының, бигерәк тә мәктәп ихатаһының бөхтә, таҙа булыуы, йыйылған халыҡтың күплеге, Ҡаҫмарт буйҙарының гөрләп тороуы ауыл халҡы, төрлө тарафтарҙан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ өсөн хайран ҡалырлыҡ, онотолмаҫлыҡ бер күренеш булды. Матур итеп биҙәлгән сәхнәлә йәш ҡыҙҙарҙың өҙә баҫып бейеүе, егеттәрҙең ҡурайҙа, Ҡарлуғас һылыу Ғөбәйҙуллинаның ҡумыҙҙа, думбырала, мандолинала уйнауы йәм өҫтөнә йәм өҫтәп торҙо. Егеттәр-ҡыҙҙар бик оҫта итеп тегелгән милли кейемдә сығыш яһаны. Беҙ йәш саҡта ундай затлы сәхнә кейемдәре булманы. Был эшкә мәҙәниәт йорто директоры, музыка уҡытыусыһы Раил Ғөбәйҙуллин, мәктәп директоры Хәмит Назаров ҙур тырышлыҡ һалған.
Тиҫтерҙәрем менән уҡытыусыларыбыҙҙы иҫкә алып ултырҙыҡ. Остаздарыбыҙҙың дәрестәре күҙ алдыбыҙға килеп баҫа. Ыҫпай, баҫалҡы математика уҡытыусыһы Б. Аҡманов, әтейем Ф. Аҡйегетов, тарихсы, әнейем К. Фәйзуллина (икеһе лә мәрхүм), башҡорт теле уҡытыусыһы Ф. Йәнбулатова, химия һәм биология уҡытыусыһы Г. Бикбаеваның дәрестәрен йотлоғоп тыңлап ултыра инем. Географиянан Ғәббәс Ғүмәровтың сит ил ҡалалары исемдәрен ижекләп әйтеп күрһәтеүе хәтерҙә.
Әнейемдең “Зөлхизә”, “Ялан Йәркәй”, “Кәкүк”, “Урал”, Ғәббәс ағайҙың “Сибай”, “Сәлимәкәй”, “Уйыл” кеүек халыҡ йырҙарын башҡарыуы әле лә ҡолағымда яңғырап торған кеүек…