...Күптән түгел бер сарала танышым менән әңгәмәләшеп киттек. Йәше өс тиҫтәгә етеп барған, күптән кейәүҙә булған уңғанбикә эшен ярайһы етеҙ һәм оҫталыҡ менән башҡара, байтаҡ ҡаҙаныштар яулап өлгөргән.
– Ирем вахта менән эшләгәс, бер үҙемә өйҙә күңелһеҙ, шуға ҡайһы саҡта эштә ҡара кис еткәнсе ултырам, – ти ул. – Әллә тик һөнәри мәшәҡәттәр менән мәшғүл булғанға, әллә бер төрлөлөктән – эштән ялҡа башланым.
– Декрет ялына ваҡыт еткән, улай булғас, – уйынлы-ысынлы яуап бирәм. – Донъялағы эштең барыһын да теүәлләү мөмкин түгел, өлгөрөрһөң. Йәш, көслө сағыңда бәпес бәпләү, сабыйыңды аяҡҡа баҫтырыу урынлы.
– Фатир хәстәрләп йөрөйбөҙ. Ипотека юлланыҡ, күңелгә ятҡан торлаҡ эҙләйбеҙ, аҡса йыябыҙ... Бына, урынлашып ҡына алайыҡ та, мотлаҡ бала табасаҡмын. Тағы саҡ ҡына көтәм...
Ә мине, өс бала әсәһен, “әлегә беҙ үҙебеҙ өсөн йәшәйбеҙ”, “бала ҡарарлыҡ аҡсабыҙ юҡ”, “бер бала менән баш ҡата, икенсеһен нисек аҫрамаҡ кәрәк” тигәнерәк хәбәрҙәр хайран ҡалдыра ғына түгел, борсоуға һала хатта. Нимә был? Һау эгоизм ҡатыш ижтимағи яуапһыҙлыҡ күренешеме, әллә ҡәҙимге ялҡаулыҡ, ҡыйыуһыҙлыҡ, иҫәпселлек билдәһеме? Сөнки ауыҙынан шундай һүҙ сыҡҡан күптәрҙең тормошо аҙмы-күпме яйға һалынған, тотороҡло эше, йәшәү урыны бар, тип әйтергә була. Матди ихтыяждары ғына артҡандан-арта бара – нәфсе ҡотортҡос тойғо бит ул... Күрәһең, ошо күҙлектән сығып фекер йөрөтөүселәр “бауыр итем – балам” тигән төшөнсәне кисектергәндән-кисектерә килергә мәжбүр – сығымдар артасаҡ, ирек сикләнәсәк бит. Һәр хәлдә, быға тиклем маҡсатлы кешеләрҙең (был иҫәпкә белемле, тотороҡло аҡса алып эшләп йөрөгән, тормошто яратҡан замандаштарҙы индерәм) торлаҡһыҙ ҡалғанын да, ас ултырғанын да, аҡсаһыҙ йонсоғанын да күргәнем юҡ. Тағы берҙе һыҙыҡ өҫтөнә алам: һүҙ “арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә ит” тип көн күргән, күңелен кәйеф-сафа ҡороп йәшәүгә һалған, пособие хаҡына йә иһә бәйелһеҙлек арҡаһында теләһә кемдән бала тапҡан асоциаль заттар хаҡында түгел.
Бала бер ҡасан да, бер нәмәгә лә кәртә булып тора алмай, һәм быны иҫбатлаған миҫалдар таныштар араһында ғына ла быуа быуырлыҡ. Бынамын тигән алмаш үҫтереү менән бер рәттән, төрлө йүнәлешле белем алырға, карьера баҫҡыстарынан күтәрелергә, сабыйҙарҙың шатлыҡ-ҡыуаныстары, бөтмәҫ мәшәҡәттәре менән бергә ҡушып йорт-фатир хәстәрләргә, кино-театрҙарға йөрөргә, дуҫтар менән аралашырға, сәйәхәт итергә һәм башҡа мең эште теүәлләргә мөмкин. Шуға күрә, “мин шуны ғына эшләйем дә унан һуң бала табам” тип донъялағы иң изге, иң тулҡынландырғыс, иң әһәмиәтле ваҡиғаны артҡы планға күсерә килгән кешеләр, ай-һай, ни тиклем яңылышҡанын аңлаймы икән? Ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив һәләте олоғая барған һайын түбәнәйә килеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Статистика аяуһыҙ: түлһеҙ парҙар йылдан-йыл арта бара, бының сәбәптәре бихисап, шул иҫәптән организм йәш, көслө саҡта бала табыуҙы кисектереп, артыҡ һуңға ҡалыу ҙа бар. Унан һуң, әйтәйек, әсәгә 25 йәки 35 йәштәрҙә тыуған беренсе балаларҙың айырмаһы нимәлә? Дөрөҫ, 35 йәшең тулғансы, 25 йәштә тапҡан сабыйыңа ун йәш була, тимәк, йәш, дәртле, көслө әсә балаһының тәүге тәпәй баҫҡанын, баҡсаға йөрөгәнен, мәктәпкә барғанын арып-талып түгел (йылдан-йыл олоғая барабыҙ бит), ә ҡәнәғәтлек тойғоһо менән үткәрә, балаһына дуҫ-иптәш була, уның ҡыҙыҡһыныуҙарына, мәшәҡәттәренә күберәк иғтибар бүлә ала. Ә 35 йәштә тыуған балаға ун йәш булғанда, ҡатынға 45 тула... Аңлап тораһығыҙ – өләсәй булып, балаларығыҙҙың балаларын бағыу миҙгеле яҡынлашҡан, үҙегеҙ өсөн генә йәшәй башлай торған матур осор бит ул. Күп балалы атай-әсәйҙәр был йәһәттән икеләтә бәхетле: өлкәндәре үҫеп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа, бәләкәсерәк туғандарын бағырға ярҙам итә, бер-береһенә терәк булып, күңелегеҙҙе йыуандыра.
Бына шулай, ситләтеберәк башлаһаҡ та, урау юлдар менән йәмғиәттең иң мөһим, көнүҙәк проблемаһына килеп еттек – илдәге демографик хәлдең ҡатмарлы булыуы бер кемгә лә сер түгел. Ошо фекерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел төбәк телерадиокомпанияларына биргән интервьюһында ла ҡәүәтләп үтте, республикала тыуымдың кәмеүен билдәләне. Атап әйткәндә, тәүге ярты йыллыҡта күрһәткестәр 12 процентҡа түбәнәйгән һәм Рөстәм Зәки улы, бының сәбәбе икәү, тип билдәләй: беренсенән, илебеҙ үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында башланған демографик көрсөктөң эҙемтәләрен кисерә. Белеүебеҙсә, ул тынғыһыҙ, ауыр осорҙа илдә сабыйҙар һаны ҡырҡа кәмене, ә хәҙер ошо быуын вәкилдәре үҫеп, үҙҙәре атай-әсәй булыу йәшенә етте. Икенсенән, беҙҙең граждандар, бигерәк тә йәштәр, аҡса һанарға өйрәнде – бала ҡарарлыҡ мөмкинлектәре юҡ тип иҫәпләйҙәр икән, был мәсьәләне кисектереп торалар.
Әлеге лә баяғы аҡса мәсьәләһенә килеп төртөлдөк. Ә бит бала бағам тигән ғаиләләргә дәүләт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер! Шул уҡ Әсәлек капиталын алайыҡ. Быйыл программа тормошҡа ашырыла башлауға ун йыл тулды. Ошо осорҙа Башҡортостанда 262 меңдән ашыу ғаилә Әсәлек капиталын алған, 140 меңгә яҡын ғаилә уның менән файҙаланырға өлгөргән. Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, ойошманың Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров белдереүенсә, республикала Әсәлек капиталын ҡулланыуҙың иң популяр йүнәлеше – торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Ошондай теләк менән ойошмаға 193 меңгә яҡын ғаилә мөрәжәғәт иткән, был дөйөм ғаризалар һанының 96 процентын тәшкил итә. Ғәҙәттә, Әсәлек капиталы ипотека кредитын ҡапларға, торлаҡ һатып алыуға йүнәлтелә.
Капиталды белем алыу өсөн тотонғандар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, ошо йылдар эсендә төбәктә ете меңдән ашыу кеше был хоҡуҡ менән файҙаланған, меңгә яҡын кеше капитал иҫәбенә сабыйын балалар баҡсаһына йөрөткән. 137 кеше пенсияһының йыйылма өлөшөн формалаштырыу өсөн ғариза яҙған, бер ғаилә Әсәлек капиталын инвалид баланы йәмғиәткә яраҡлаштырыу һәм социаль адаптациялау өсөн күрһәтелгән хеҙмәттәр һәм тауарҙар өсөн тотонорға ниәтләгән.
Тағы бер мөһим ваҡиғаны телгә алып китәйек. 2011 йылдың июнендә 138-се Федераль закон үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, күп балалы ғаиләләргә бушлай ер биләмәләре бирелә башланы. Ғаиләләрҙең матди хәле иҫәпкә алынманы, ер юллау өсөн төп шарт – бәлиғ булмаған өс бала тәрбиәләнергә тейеш. Ерҙе ҡулланыу мөмкинлектәре лә сикләнмәне: теләгәндәр унда йорт күтәрһә, бәғзеләр һатып аҡса эшләне.
Үрҙә телгә алынған Закон ҡабул ителгәс, күптәрҙең сиратҡа баҫып, сағыштырмаса тиҙ арала ерле-йортло булыуы мәғлүм. Хатта баш ҡалала. Райондарҙа иһә был мәсьәлә күпкә тиҙерәк хәл ителә килде, сөнки коммуникацияларға яҡын урынлашҡан, буш ятҡан ерҙәр етерлек, сират та аҙыраҡ. Ҡалаларҙа иһә киреһенсә – исемлектә тороусылар күп, ә участка бүлерлек урын юҡ. Бүленгәнендә лә коммуникацияларҙың үткәрелеүен оҙаҡ көтөргә кәрәк.
Тора-бара Законға үҙгәрештәр индерелде – күп балалы ғаиләләргә ер участкаһы бүлеү тәртибен билдәләү вәкәләте Рәсәй төбәктәренә бирелде. Ә күп кенә өлкәләрҙә ерле булыу өсөн өҫтәмә шарттарҙың үтәлеше талап ителде. Шуларҙың тәүгеһе – ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булып рәсми сиратта торорға тейеш.
Нисек кенә булмаһын, был программа ла эшләне һәм эшләй, тик ни хәл итәһең – беҙҙең илдә закондар йыш ҡына үҙгәреп тора...
Үрҙәге социаль саралар Рәсәйҙә демографик хәлде һиҙелерлек яҡшыртыуға булышлыҡ итте. Аҡыллы кешеләр, әлбиттә, баланы аҡса өсөн тапмай: нәҫелеңдең дауамы, Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән, хаҡы булмаған оло бүләк бит ул һәр сабый! Әммә уны аяҡҡа баҫтырған саҡта дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам, һис шикһеҙ, урынлы ла, әһәмиәтле лә. Социаль йүнәлешле дәүләттең киләсәге лә өмөтлө.
Демографик хәлде яҡшыртыу, балалыҡты һәм әсәлекте яҡлау йәһәтенән Рәсәйҙең һәр төбәгенең, мөмкинлектәренә ҡарап, төрлө сараларҙы тормошҡа ашырыу хоҡуғы бар. Был йәһәттән Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡарары менән быйылдан тәүге тапҡыр ата-әсә булған 35 йәшкә тиклемге парҙар 300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Быны тормошҡа ашырыу өсөн ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип табылырға тейеш һәм аҡса ошо маҡсатҡа ғына йүнәлтеләсәк. Мәҫәлән, уны ипотека өсөн беренсе иғәнә итеп ҡулланырға, торлаҡ һатып алған кредитты ҡапларға, шәхси йорт төҙөүгә йәки һатып алыуға тотонорға була. Әйткәндәй, 2014 йылдан “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” тигән программа ла эшләй, уның буйынса республикала 2120 кеше сиратта тора. Әгәр ҙә ошо исемлектәгеләр араһында тәүге тапҡыр ата-әсә булыу бәхетенә ирешкәндәр табыла икән, улар ҙа 300 мең һумға дәғүә итә ала.
Рәсәйҙә тиңе булмаған был башланғыс йәмғиәттә төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. Йәш ғаиләләрҙе ифрат шатландырған яңылыҡ шул уҡ ваҡытта сабыйҙарын яңғыҙ тәрбиәләгән әсәләрҙе йәки атайҙарҙы борсоуға һалды – улар ни ере менән кәм? Власть вәкилдәре йәмәғәтселектең фекеренә ҡолаҡ һалды, ә күптән түгел республиканың Йәмәғәт палатаһы ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов былай тип белдерҙе:
– Балалар аҙ, шуға ла беҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торғандарға 300 мең һум аҡсалата ярҙам күрһәтергә ниәтләнек. Әммә положениела тулы ғаиләләр хаҡында ғына һүҙ бара. Ниндәйҙер ғәмһеҙ чиновниктың эшләп еткермәүе арҡаһында был ғәмәлде үткәреп ебәргәнбеҙ. Сиратта торған яңғыҙ әсә лә, атай ҙа 300 мең һум алырға тейеш.
Әйткәндәй, проблемаға йәмәғәтселектең иғтибарын тап яңғыҙ әсә йәлеп иткән, ул республика властарына хат яҙған. Тағы ла шуныһы: мәҫәлән, атайҙың башҡа ғаиләлә балалары бар, ә әсә (икенсе ҡатыны) беренсе балаһын таба икән, был ғаилә лә, программаның башҡа шарттарына тап килгән осраҡта, 300 мең һумға дәғүә итә ала. Тәүге тапҡыр бала тапҡанда ике һәм унан күберәк сабыйҙар тыуған осраҡта ла (игеҙәктәр) закон һеҙҙең яҡлы. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 600 миллион һум аҡса бүленгән, әммә уны мохтаждар һаны артыуға ҡарап үҙгәртәсәктәр. Демографик хәлде яҡшыртыу йәһәтенән программаның әһәмиәте һиҙелерлек була икән, уны оҙайтыу мөмкинлеген дә ҡараясаҡтар. Әлегә ул 2018 йылдың 31 декабренә тиклем эшләй.
Тағы бер мөһим үҙенсәлек: әгәр ҙә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаилә беренсе сабыйы тыуып, 300 мең һумға бәләкәй генә торлаҡ алған һәм ул ҙурлығы буйыса норманан түбән икән, ғаилә артабан да торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта ҡаласаҡ.
Республикала декрет ялында булған әсәләргә лә иғтибар күрһәтелә. Мәҫәлән, әлегә тиклем күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөнсө сабыйға өс йәш тулғансы өс мең һум пособие ала ине. Тиҙҙән уның күләме арттырыласаҡ тип күҙаллана. Төбәктә йәшәү минимумы – 8547 һум, ә кемдер 9000 һум эш хаҡы ала, һөҙөмтәлә ул аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына эләкмәй һәм пособиеларға өмөтләнә алмай. Хөкүмәт ярҙамды эш хаҡы күләменән ҡарап күрһәтеү урынлыраҡ тигән фекерҙә.
Унан тыш Башҡортостанда декрет ялында булған әсәләргә белем алыу йәки белемен камиллаштырыу мөмкинлеген биргән махсус программа ла тормошҡа ашырыла башланы. Бының өсөн рәсми эштән декретҡа киткән, өс йәшкә тиклем бәпес баҡҡан әсәйҙәр урындағы мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тейеш.
...Үрҙә телгә алынған интервьюһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үлем осраҡтарының кәмеүен дә телгә алғайны. Миҫал өсөн, 2016 йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес 2,6 процентҡа түбәнерәк, әммә был хәл тыуымдың кәмеүен бер нисек тә ҡаплай алмай. Ошо шарттарҙа тыуымды арттырыу, эшкә яраҡлы кешеләрҙең үлем осраҡтарын кәметеү, ғүмерҙе оҙайтыу кеүек маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бөтә социаль өлкәнең, ошо йүнәлешле министрлыҡтарҙың, ойошма һәм учреждениеларҙың берҙәм эшләүе мөһим. Әлбиттә, тәүге сиратта әсәлекте яҡлау һәм бәпесләүгә ярҙам итеү системаһы сараларын хәстәрләү, балалы ғаиләләргә һәм бала табырға ниәтләгән йәштәргә ярҙам күрһәтеү – иң әһәмиәтле юлдарҙың береһе.
...Бала бағыу – изге ғәмәл, йәшәйешебеҙҙең мәғәнәһе. Аллаһы Тәғәлә генә түгел, үҙебеҙ һәм йәмғиәт алдындағы ла мөһим, яуаплы, сауаплы бурыс. Ә һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Был халыҡ телендәге ябай һүҙҙәр генә түгел, ә күп тапҡыр һыналған оло хәҡиҡәт. Шуға күрә бәғерҙәрҙе телеп тыуған сабыйҙы матди теләктәр менән бер бизмәнгә һалыу, ошо ике төшөнсә араһында тиңлек билдәһе ҡуйыу, тормош мәшәҡәттәрен сабый бағыуҙан өҫтөнөрәк ҡуйыу һис тә килешмәгән эш. Тотороҡло үҫешкән, донъяла абруйы һәм бәҫе юғары булған көслө дәүләттә көн итәбеҙ, күгебеҙ тыныс шарттарҙа балалар бағып, дәүләттең ярҙамын тойоп бәхетле ғүмер кисереү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Һис шикһеҙ, был шарттар менән файҙаланыу, илдең киләсәген хәстәрләрлек алмаш үҫтереү зарур.