Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сибай урамдары буйлап...
Сибай урамдары буйлап...Бөгөн Сибай тотош төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Яңы йорттар ҡалҡа, урамдар төҙөкләндерелә. Һуңғы биш йылда ғына өс – ун ҡатлы 70-тән ашыу йорт файҙаланыуға тапшырылған. Адреслы федераль программаға ярашлы, республикала тәүгеләрҙән булып халыҡты авария хәлендәге йорттарҙан күсергәндәр.
Был маҡсатта 1 миллиард 19 миллион 469 мең һум аҡса сарыф ителгән, авария хәлендәге күп ҡатлы 87 йорт һүтелеп, уларҙың урынына 37 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, 1 мең 722 кеше яңы фатирҙарға күскән. Быйыл Сибай ҡалаһы йәнә биш йылға иҫәпләнгән “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһында үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдерҙе. Әлбиттә, ҡаланы төҙөкләндереүгә ҙур мөмкинлектәр асҡан был сарала ҡатнашыу өсөн теләк кенә аҙ, сибайҙарҙың да үҙ өлөшөн индереүе – төп шарттарҙың береһе.
Программаға ярашлы, проектта ҡатнашырға теләк белдергән дүрт урам ихатаһы һәм өс йәмәғәт биләмәһе аукционда ҡатнашып, еңеп сыға. Әлеге көндә Индустриаль шоссе, Төҙөүселәр, Ветерандар урамдарындағы ҡайһы бер йорттарҙың ихатаһын шәхси эшҡыуар Булат Баязитовтың эшселәре рәткә килтерә. Ойошманың баш инженеры Ринат Мансуров әйтеүенсә, эш барышында тротуарҙар ҡалҡытыла, туҡталҡалар киңәйтелә, юлдар тигеҙләнә, өҫтәмә ял урындары булдырыла. Әйткәндәй, Индустриаль шоссе урамындағы 12-се йорт ихатаһына айырыуса иғтибар бирелә, сөнки ямғыр һыуы ағыр урын булмағанлыҡтан, яҙын-көҙөн тотош “күл” барлыҡҡа килә.
– Был тәңгәлдә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тырышабыҙ. Асфальтты бер яҡҡа ауышыраҡ итеп һалып, һыу ятмаҫлыҡ итергә кәрәк. Эшселәр тырыша, улар өсөн бар шарттар тыуҙырылған, – ти Ринат Рәйес улы.
Ҡаланың Чайковский урамындағы 28-се йорт янындағы уңайлыҡтар өсөн “РосСтройСервис” йәмғиәте эшселәре яуаплы. Йәмәғәт биләмәһе булараҡ төҙөкләндереләсәк Мәжит Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркын рәткә килтереү ҙә – улар иңендә.
“Йәшлек” скверын йүнәтеү буйынса тендерҙа шәхси эшҡыуар И. Ғафаров еңеп сыҡһа, Ленин урамындағы 7-се йорт эргәһендәге балалар паркын ремонтлау “Партнер” йәмғиәтенә йөкмәтелгән. Төҙөкләндереү эштәре барған бөтә майҙансыҡтарға күҙәтеү камералары ҡуйылған, ҡала халҡы эш барышын онлайн тәртибендә күҙәтә ала.

Сибай ҡалаһы.


Автор: К. ИШБУЛДИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә