Бөгөн Сибай тотош төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Яңы йорттар ҡалҡа, урамдар төҙөкләндерелә. Һуңғы биш йылда ғына өс – ун ҡатлы 70-тән ашыу йорт файҙаланыуға тапшырылған. Адреслы федераль программаға ярашлы, республикала тәүгеләрҙән булып халыҡты авария хәлендәге йорттарҙан күсергәндәр. Был маҡсатта 1 миллиард 19 миллион 469 мең һум аҡса сарыф ителгән, авария хәлендәге күп ҡатлы 87 йорт һүтелеп, уларҙың урынына 37 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, 1 мең 722 кеше яңы фатирҙарға күскән. Быйыл Сибай ҡалаһы йәнә биш йылға иҫәпләнгән “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһында үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдерҙе. Әлбиттә, ҡаланы төҙөкләндереүгә ҙур мөмкинлектәр асҡан был сарала ҡатнашыу өсөн теләк кенә аҙ, сибайҙарҙың да үҙ өлөшөн индереүе – төп шарттарҙың береһе.
Программаға ярашлы, проектта ҡатнашырға теләк белдергән дүрт урам ихатаһы һәм өс йәмәғәт биләмәһе аукционда ҡатнашып, еңеп сыға. Әлеге көндә Индустриаль шоссе, Төҙөүселәр, Ветерандар урамдарындағы ҡайһы бер йорттарҙың ихатаһын шәхси эшҡыуар Булат Баязитовтың эшселәре рәткә килтерә. Ойошманың баш инженеры Ринат Мансуров әйтеүенсә, эш барышында тротуарҙар ҡалҡытыла, туҡталҡалар киңәйтелә, юлдар тигеҙләнә, өҫтәмә ял урындары булдырыла. Әйткәндәй, Индустриаль шоссе урамындағы 12-се йорт ихатаһына айырыуса иғтибар бирелә, сөнки ямғыр һыуы ағыр урын булмағанлыҡтан, яҙын-көҙөн тотош “күл” барлыҡҡа килә.
– Был тәңгәлдә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тырышабыҙ. Асфальтты бер яҡҡа ауышыраҡ итеп һалып, һыу ятмаҫлыҡ итергә кәрәк. Эшселәр тырыша, улар өсөн бар шарттар тыуҙырылған, – ти Ринат Рәйес улы.
Ҡаланың Чайковский урамындағы 28-се йорт янындағы уңайлыҡтар өсөн “РосСтройСервис” йәмғиәте эшселәре яуаплы. Йәмәғәт биләмәһе булараҡ төҙөкләндереләсәк Мәжит Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркын рәткә килтереү ҙә – улар иңендә.
“Йәшлек” скверын йүнәтеү буйынса тендерҙа шәхси эшҡыуар И. Ғафаров еңеп сыҡһа, Ленин урамындағы 7-се йорт эргәһендәге балалар паркын ремонтлау “Партнер” йәмғиәтенә йөкмәтелгән. Төҙөкләндереү эштәре барған бөтә майҙансыҡтарға күҙәтеү камералары ҡуйылған, ҡала халҡы эш барышын онлайн тәртибендә күҙәтә ала.
Сибай ҡалаһы.