Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин бит һеҙһеҙ бер кем түгел ерҙә,Мин бит кеше түгел кешеһеҙ!..”
“Мин бит һеҙһеҙ бер кем түгел ерҙә,Мин бит кеше түгел кешеһеҙ!..”Бөтәбеҙ ҙә – бала саҡ иленән, ошо йылдар киләсәкте билдәләй, тиҙәр. Кемдер ғүмер буйы ана шул бала сағынан килгән хистәр йомғағын тағата алмай. Икенсеһенең был тойғолары күңел түренән урғылып сыға, шиғри юлдарға күсә. Ағайымдың яҙғандарын уҡыйым да, һәр шиғыры, һәр юлы йөрәгемә үтә. Уларҙа минең өсөн бик күп ҡәҙерле нәмәләр һаҡлана, шиғри юлдар сәпкә тейгән уҡтай, күңелемдең нескә ҡылдарына ҡағыла һәм күҙ йәштәре булып ағыла. Улар – уҙған йылдар хаҡында, бер ҡасан да ҡабат әйләнеп ҡайтмаҫ мәлдәр тураһында ауыр һәм ҡәҙерле миҙгелдәр хәтирәһе... Мин үҙемдең, ағайымдарҙың һәм замандаштарымдың ғүмер юлын иҫкә алам. “Утыҙ һигеҙҙәр” тигән шиғырында дәүере, тиҫтерҙәре хаҡындағы, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы осорҙоң бөтә һыҙланыуҙары ла ярылып ята!
Бер ҡараһаң, шундай шарттарҙа нисек иҫән ҡалынды икән? Беҙ бары тик йәшәнек. Беҙ бары аслыҡ һәм яланғаслыҡ осоро балалары булдыҡ.

Таңдан ҡара төнгә тиклем колхозға хеҙмәт иткән әсәйемдең беҙ дүрт балаһы инек: өс ағайым менән мин – берҙән-бер ҡыҙы. Өйҙәге, хужалыҡтағы эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Тормош ауырлығы тураһында уйланып ултырырға һәм үҙеңде йәлләргә ваҡыт та юҡ ине. Ағайымдың “Бәрәңге сәскә ата” тигән шиғырын уҡыйым да, күҙ алдыма уҙған йылдар баҫа: ҡырҡ сутый ерҙәге баҡса, беҙ, үҙебеҙ саҡ һабаҡтан ҡалҡынған балалар, шунда сүп утайбыҙ, бәрәңгене күмәбеҙ. Ысынлап та, был йәшелсә ул йылдарҙа берҙән-бер һәм иң төп ризыҡ, йәшәү сығанағы булды. Юҡҡа ғына ағайым бәрәңге сәскәһен шиғырында өмөт гөлө тип атамаған.
Утын, бесән әҙерләүгә, йәшелсә баҡсаһындағы эшкә йәшенә һәм мөмкинлегенә ҡарамайынса ғаилә ағзаларының бөтәһе лә йәлеп ителә ине. Атай яуҙа вафат булды, шуға барыбыҙ ҙа әсәйҙең терәге булдыҡ. Бөтәбеҙ ҙә төрлө емеш-еләк, ашарға яраҡлы үләндәр, урман сәтләүектәре менән һыйлаған йәйҙең етеүен түҙемһеҙлек менән көтә инек. Донъябыҙҙы онотоп, биҙрә-биҙрә еләк йыя торғайныҡ. Өйгә ҡайтҡас, шуны ҡатыҡ менән ашайбыҙ. Ул ризыҡтың тәмен әйтеп аңлатып та бөтөрлөк түгел. Әле булһа тел осонда иҫ китмәле таты һаҡлана. Шул мәлдәрҙә күңелдәрҙе ҙур шатлыҡ тойғоһо биләп ала торғайны. Ирек биҙрәһен бөтәбеҙҙән алда тултыра ине. Әйткәндәй, өлкәнәйгәс тә еләк йыйырға яратты.
Ул һәр саҡ алға, яңы маҡсаттарға, яңы эштәргә, яңы хыялдарға ынтылып йәшәне. Ҡартайғансы шулай яңы көн тыуыуын тилмереп көтөп, шуға ҡыуанып, көндәлек күреп өйрәнгән ваҡиғаларҙан ҙур мәғәнә табып йәшәне. Әсәйебеҙҙән уға телмәр оҫталығы һәм нескә юмор күскән. Ул да шулай талантлы һәм тәрән аҡыллы ине. Һөйләп һүҙе бөтмәҫ әсәйебеҙ кешене ышандыра, көлдөрә, кемгәлер кәрәкле кәңәшен бирә һәм йыуата белде. Уны тыңлап туйып булмай торғайны. Ул йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан бик ҡыйыу кеше ине. Әллә нисәмә тапҡыр ауыл, район советтарына депутат итеп һайланылар, ата-әсәләр комитетына ла һәр саҡ уның кандидатураһын күрһәттеләр. Ә ниндәй генә миҙалдар менән бүләкләнмәгән әсәйебеҙ: “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн”, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының 20 йыллығы”, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының 30 йыллығы”, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының 40 йыллығы”, “1941 –1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының 50 йыллығы”, “Сиҙәм ерҙәрен эшкәрткән өсөн”...
Беҙҙең ғаиләлә һәр саҡ ҡыҙыҡ-мәҙәк тантана итте. Ирек аралашҡанда һүҙ таба алмай аптырап торманы, берәй көлкөлө нәмә күрһә, шунда уҡ эләктереп ала ла әйтеп тә һала, төрттөрә лә белә ине. Беҙ әле мәктәпкә йөрөмәгәндә өлкән Әхәт ағайыбыҙ белем ала башлағайны инде һәм беҙҙең өсөн махсус рәүештә китапхананан балалар китаптары, әкиәт, шиғыр йыйынтыҡтары алып ҡайта. Беҙ Ирек менән ярышып, шул китаптарҙы ятлай торғайныҡ. Һуңынан шуларҙы бер-беребеҙгә йөҙәр тапҡыр һөйләйбеҙ.
Мәктәп беҙҙең ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Иҫке Бәпес ауылында ине. Ул ваҡытта сәғәттәр юҡ, шуға күрә беҙ ваҡытты йондоҙҙарға ҡарап билдәләргә тырышабыҙ ҙа әле яғылмаған һыуыҡ мәктәпкә иртәрәк барып етә инек. Дәрестә фуфайкаларыбыҙҙы сисмәйенсә ултырабыҙ, сөнки кластарҙа һалҡын була торғайны. Бурандарҙа юлдарҙы ҡар һырыһа, беҙгә мәктәпкә йөрөмәҫкә рөхсәт итәләр ине. Мин үлә яҙып яратҡан математика дәрестәрен ҡалдырырға теләмәйем һәм бер үҙем буранда сығып китәм. Ирек инде, киреһенсә, был көндәрҙә үҙен бик бәхетле тойоп, өйҙә әҙәби әҫәрҙәр уҡый, шиғырҙар яҙа. Ул етенсе класта уҡығанда “Пионер” журналында “Шыршы” тигән шиғырын баҫып сығарҙылар. Бөтә ауыл, мәктәбебеҙ был яңылыҡты ишетеп, уҡып, сикһеҙ ҡыуанды! Ул йылдарҙа һәр йортта гәзит-журнал алдыралар ине, ә радио, телевидение юҡ ине әле. Беҙгә, балаларға, был яңылыҡ ниндәйҙер бер мөғжизә булып тойолдо. Шиғырҙарҙы ул теләһә ҡайҙа яҙҙы, хатта утын ярғанда ла күңеленә илһам килһә, йүгереп инеп китер ҙә дәфтәренә теркәп ҡуйыр ине. Хәтерләүемсә, әсәйем дә быны ҡыҙыҡ күрә торғайны: “Бигерәк сәйер инде беҙҙең Ирек, утын яра-яра ла, ҡапыл балтаһын ташлап, йортҡа йүгерә һәм тиҙ-тиҙ генә ҡағыҙға нимәлер теркәй, шунан йәнә сығып утын ярыуын дауам итә”.
Бала сағынан ағайым гүзәллекте, тәбиғәтте, күркәм әйберҙәрҙе, матур кейемде яратты, һәр саҡ ыҫпай булырға тырышты. Бер көлкөлө хәлде һөйләп үткем килә. Әсәйем Иректе беренсе тапҡыр Өфөгә ебәргән. Унынсы класҡа барыр алдынан уға барахолканан вельвет куртка алырға кәрәк ине. Әлбиттә, ул куртка алған, әммә шуға өҫтәп төрлө төҫтәге ебәк галстук та алып ҡайтҡан. Ә ул йылдарҙа мәктәп уҡыусылары бындай нәмәне күргәне лә юҡ. Галстуктары булһа ла – пионер ойошмаһыныҡы. Ҡайҙан тапҡандыр ҙа ҡайҙа күреп ҡалғандыр ул был затлы әйберҙе, беҙ ҙә белә алманыҡ. Әсәйем оҙаҡ ваҡыт унан шаярып көлөп йөрөнө: “Ыштанһыҙ килеш ҡайыш таҡҡан тип атала инде был, балам”. Ағайым үҙенә теләһә ниндәй матур, затлы галстуктар һатып алғанға тиклем “Иректеке” тип аталған был галстук оҙаҡ йылдар атай-әсәй йортонда “йәшәне”. Һуңғараҡ әсәйем уны ҡулланыу ысулын тапты: күҙ теймәһен өсөн сағыу галстукты быҙауҙарҙың муйынына бәйләне.
Мин мәктәптә уҡып йөрөгәндә, Иректе Ҡара диңгеҙ флотына әрме сафына алдылар. Мәктәптән һуң, үҙем теләгәнсә, институттың физика-математика факультетына уҡырға индем. Ә ағайым, хеҙмәт юлын дауам итеп, Ҡара диңгеҙҙә дүрт йыл йөҙҙө. Севастополдең, Ялтаның, Одессаның, Потиҙың, Херсонаның, Керчтың порттары уға туғанылай яҡын урынға әйләнде. Әйткәндәй, Ҡырымды Рәсәйҙән йолҡоп алғас, ул бик көйөнгәйне, ә инде үҙ ғаиләһенә кире ҡайтарылғас, балаларса ихлас ҡыуанды.
Беренсе курстан һуң курсташтарым менән Бөрйән районында бесән эшләүҙә ҡатнаштым. Ирек отпускыға ҡайтты. Беҙ уның менән Төкөн тимер юлы станцияһында осрашырға һөйләштек. Бына миңә ҡаршы иҫ киткес һоҡланғыс, оҙон буйлы, һомғол, аҡ матрос кейемендә егет килә, ә ҡулында – үтә күренмәле ҙур сеткала ҡып-ҡыҙыл көньяҡ алмалары. Был ағайым ине!
Шунан беҙ уның менән ауылыбыҙға, өйөбөҙгә тиклем йәйәүләп 25 саҡрым араны үттек. Ниндәй ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо солғап алғайны шул саҡ беҙҙе! Ул минең уҡырға инеүемә, белем алып йөрөүемә шатланды. Әрменән һуң үҙе лә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инергә хыяллана ине. Ул диңгеҙҙәге хеҙмәтенә, Ҡара диңгеҙгә арналған шиғырҙары баҫылған бик күп флот гәзиттәрен алып ҡайтҡайны.
Байтаҡ ижади, әҙәби кисәләрҙә булғанда ағайымдың сығышын тыңлап, тулҡынланыу һәм ғорурлыҡ менән уның телмәрен күҙәтә инем. Ул һәр саҡ сағыу телмәре, һис көтөлмәгән юморы менән йоҡлай яҙып ултырған залды уятып ебәрә, яңы энергия һәм ыңғай хис менән һуғара торғайны. Йәш сағындағы кеүек үк, йәшәйештең гүзәллеген, һыҙланыуҙарҙы һәм шатлыҡтарҙы, замандаштары кисерешен яҡшы тоя ине.
Әсәйебеҙгә арналған шиғырҙары һәм поэмалары мине бөтөнләй таң ҡалдыра. Яҙмышы ҡуйған һынауҙар алдында сикһеҙ ныҡлығы арҡаһында бирешмәгән һәм беҙҙе лә йәшәргә, ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәткән ғәзиз кешебеҙ күҙ алдына баҫыу менән уның яҡты рухы алдында тынып ҡалам. Беҙҙе, һуғыш осоро балаларын, бигерәк тә ауылдан сыҡҡандарҙы, бер кем дә бер ҡайҙа ла көтөп торманы. Беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ юл ярырға, белем алырға тырыштыҡ. Уҡыу, лайыҡлы йәшәү һәм илгә хеҙмәт итеү өсөн барыһын да эшләнек. Әсәйемә арналған “Ут алырға ҡайтам” тигән шиғыры күңелемдең иң аулаҡ мөйөштәренә тиклем үтеп инә:
“Китәһең дәме ни? — тине әсәй, –
Күргәндәй ҙә әле булманым.
Ут алырға ҡайтҡан кеүек кенә
Ҡайтаһың бит гелән, уланым”.

Ут алырға, эйе, ут алырға,
Ут алырға ҡайтам мин гелән.
Әсәй, һин дә уны белдеңме ни?
Беләм икән, тиһәм, мин генә.

Әсәй, һиңә, тыуған яҡҡа ҡайтам,
Ҡайтам күҙҙәремде асырға.
Оло юлға сығыр һуҡмаҡ эҙләп,
Булған ваҡлыҡтарҙан ҡасырға.

Йөрәгемдең утын дөрләтергә,
Ялҡын өҫтәр өсөн ҡаныма.
Ут алырға, бары ут алырға
Ҡайтам, әсәй, һинең яныңа.
Шулай уҡ әсәйебеҙгә бағышланған “Сыйырсыҡтар бала осора” тигән поэмаһы ла тетрәндерә мине, күҙ йәшенә төйөлмәй уҡый ҙа алмайым.
Ағайым Ирек Кинйәбулатов һәр саҡ кешеләр, дуҫтары, коллегалары, йәмәғәт ойошмалары уртаһында булды, уларға шиғри талантын еткерҙе, тип ҡыуанам, шуның менән бәхетлемен дә. Юҡҡа ғына:
Эй, кешеләр, һеҙгә ашығамын,
Бармы икән миндә эшегеҙ?
Мин бит һеҙһеҙ бер кем түгел ерҙә,
Мин бит кеше түгел кешеһеҙ, –
тип яҙмаған бит ул.
Ағайым кешеләрҙе яратты, улар хаҡында яҡшы һүҙен әйтеп ҡалырға тырышты, ҡәләмдәштәре, йәш шағирҙарҙың, рәссамдарҙың, артистарҙың уңышына ҡыуана белде.
Ҡәҙерле ағайым Ирек беҙҙе ҡалдырып киткәнгә лә бер йылдан ашыу ваҡыт үтте. Әленән-әле уның шиғырҙарына, китаптарына әйләнеп ҡайтам. Хушлашыу көнө йырағайған һайын һәр шиғырындағы тәрән мәғәнәне табам, үткәндәрҙе уйлап, уны юҡһыныуымды аңлайым.
З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана сығарған “Ирек Кинйәбулатов” тип аталған библиографик белешмәне ҡарап ултырам. Уның шул тиклем күп китаптар, әҙәби яҙмалар, очерктар һәм мәҡәләләр яҙыуына, әңгәмәләр ҡороуына, тәржемәләр эшләүенә, ижади ҡоласының киңлегенә таң ҡалам. Уның үҙенең бик күп шиғырҙары ла урыҫ, украин, татар, ҡаҙаҡ, немец, төрөк, яҡут, сыуаш һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Уның тарафынан ғәйәт ҙур эштәр башҡарылған, сағыу ижад юлы бушҡа үтелмәгән. Ирек үҙе лә, әҫәрҙәре лә беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк. Әле нисәмә быуын уның китаптары аша Тыуған илгә һөйөү, туған тупраҡҡа, хеҙмәт кешеһенә, матурлыҡҡа һәм гармонияға мөҡәддәс тойғо менән һуғарыласаҡ, тип өмөт итәм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873