Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кисеүен белмәй һыуға кермә
Кисеүен белмәй һыуға кермә Көн эҫе. Йәй буйы һыу төшә алмаған халыҡ яр буйына ашҡына. Рәхәтләнеп ял итеп ҡалыр мәл ҡыҫҡа булды быйыл. Тик күптәр һыу буйында хәүефһеҙлек саралары тураһында онотоп ебәрә. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 июлдән 15 кеше һыуға батҡан. Уларҙың күбеһе иҫерек булған.
Бындай фажиғәләрҙең йыш ҡына өлкәндәр­ҙең бошмаҫлығы арҡаһында ла килеп сыға икәнен күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ. Быға аныҡ миҫал – ошо ял көндәрендә Өршәк йылғаһында батып үлгән ике ҡыҙ. Ун йәшлек Динара менән туғыҙ йәшлек Сабина берәүгә лә өндәшмәй һыу буйына китә. Йылғаға ингән ҡыҙсыҡтар көслө ағымға ҡаршы тора алмай. Быны өлкәнерәк балалар күреп ҡалып, ярҙамға өлкәндәрҙе саҡыра. Әммә ҡыҙҙарҙы ҡотҡарып булмай инде...
Һыу буйында ял итеүселәр әлегә тиклем һыуҙың ярҙарына ҡайтмауын, өйөрмәләр күплеген иҫәпкә алмай. Салауат районында Йүрүҙән йылғаһы әлегә тиклем яҙғы ташҡын мәлендәге һымаҡ. Һыуы һыуыҡ, болғансыҡ, ағымы көслө. Башҡа йылғалар ҙа шул уҡ хәлдә. Ошо үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алмайынса ял итергә сығып киткән туристар Иглин райо­нында һыу тоҙағына эләгеп, ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға мәжбүр була. Уйламағанда ҡапыл һыу таша башлай, егерменән ашыу кеше Ирғазы йылғаһы ҡамауында ҡала.
Шуға ла ял итеүселәргә хәүефһеҙ урын һайлау тураһында алдан уйланырға кәрәк.
Әйткәндәй, быйыл туристарҙың яратҡан маршруттарының күбеһенә үтерлек түгел, шуға юл яҡшы булған урындарға ихтыяж ҙур. Ошоно иҫәпкә алып, күберәк аҡса эшләп ҡалырға маташҡандар ҙа бихисап. Мәҫәлән, Архангел районында урынлашҡан Атыш шарлауығы янындағы биләмәне кәртәләп алғандар һәм ҡоймаға “Инеү түләүле” тигән белдереү сәпәп тә ҡуйғандар. Ризаһыҙлыҡ белдергән туристар шунда уҡ Башҡорт­остандың Экология һәм тәбиғәттән файҙа­ланыу министрлығына, район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Махсус комиссия ваҡиға урынына юлланған. Баҡһаң, тәбиғәт ҡомарт­ҡыһын шәхси эшҡыуарҙар кәртәләп алған икән, яр буйын уларға өс йылға ҡуртымға биргәндәр. Кәртәләнгән биләмәгә автомобилдә үтер өсөн кешеләр 150 һум түләргә тейеш.
Йүнселдәр бында ял итеү базаһы төҙөргә ниәтләй икән. Ҙур ғауғанан һуң улар әлеге биләмәгә инеү өсөн аҡса йыймай башлаған. Эшҡыуарҙар ял итеүселәрҙән хаҡ алыр алдынан башта туҡталҡаны төҙөкләндерергә, бөтөн талаптарҙы үтәргә бурыслы. Иң мөһиме – төҙөгән объекттары ныҡлы, йәғни капиталь булмаҫҡа тейеш. Ваҡытлыса, кәрәк булғанда тәбиғәткә зыян килтермәй генә һүтеү мөмкин­леге иҫәпкә алыныуы мотлаҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенә һылтанып, август башында Башҡортостан биләмәһендә елдең секундына 15 – 26 метрғаса көсәйеүе көтөлә, тип хәбәр итә.
Көслө ел осоронда, тәү сиратта, йортта электр селтәрҙәренең һәм ҡорамалдарҙың торошон тикшерергә кәрәк, тип иҫкәртәләр ведомствола. Шулай уҡ янғынға ҡаршы кәрәк-яраҡты әҙерләп ҡуйыу зарур. Көслө ел мәлендә электр үткәргестәре аҫтында тороу һәм өҙөлгән сымдарға яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле. Алдағы көндәрҙә республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа — йәшен һәм ҡойма ямғыр. Һауа температураһы көндөҙ 25 – 30, көньяҡта 35 градусҡа тиклем эҫетәсәк. Шуға күрә республикала янғын хәүефе көсәйә. Айырыуса Хәйбулла, Көйөргәҙе, Туймазы, Бүздәк, Федоровка, Стәрлебаш райондары халҡына һаҡ булырға кәңәш ителә.
Эҫе һауа торошо водителдәргә лә насар йоғонто яһай. Кәрәкле урынға тиҙерәк барып етер өсөн күптәр машинаны шәп ҡыуа, иғтибарҙы кәметә. Һөҙөмтәлә бындай осорҙа юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелә. Һуңғы тәүлек эсендә генә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре шундай 11 осраҡты теркәгән. Уларҙа бер кеше һәләк булған, 13-ө төрлө тән йәрәхәттәре алған. Юл ҡағиҙәләрен өс меңдән ашыу водитель боҙған, иҫерек килеш рулгә ултырған 106 водитель тотолған.
Йәйҙең һуңғы айы башланды. Халыҡтың иң яратҡан, рәхәтләнеп ял итеп үткәргән мәлен күңелһеҙлектәр боҙмаһын, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән бит әле.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лы­ғының Башҡортостан буйынса баш ида­ра­лы­ғының ышаныс телефоны: (347) 233-99-99.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә