Көн эҫе. Йәй буйы һыу төшә алмаған халыҡ яр буйына ашҡына. Рәхәтләнеп ял итеп ҡалыр мәл ҡыҫҡа булды быйыл. Тик күптәр һыу буйында хәүефһеҙлек саралары тураһында онотоп ебәрә. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 июлдән 15 кеше һыуға батҡан. Уларҙың күбеһе иҫерек булған.
Бындай фажиғәләрҙең йыш ҡына өлкәндәрҙең бошмаҫлығы арҡаһында ла килеп сыға икәнен күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ. Быға аныҡ миҫал – ошо ял көндәрендә Өршәк йылғаһында батып үлгән ике ҡыҙ. Ун йәшлек Динара менән туғыҙ йәшлек Сабина берәүгә лә өндәшмәй һыу буйына китә. Йылғаға ингән ҡыҙсыҡтар көслө ағымға ҡаршы тора алмай. Быны өлкәнерәк балалар күреп ҡалып, ярҙамға өлкәндәрҙе саҡыра. Әммә ҡыҙҙарҙы ҡотҡарып булмай инде...
Һыу буйында ял итеүселәр әлегә тиклем һыуҙың ярҙарына ҡайтмауын, өйөрмәләр күплеген иҫәпкә алмай. Салауат районында Йүрүҙән йылғаһы әлегә тиклем яҙғы ташҡын мәлендәге һымаҡ. Һыуы һыуыҡ, болғансыҡ, ағымы көслө. Башҡа йылғалар ҙа шул уҡ хәлдә. Ошо үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алмайынса ял итергә сығып киткән туристар Иглин районында һыу тоҙағына эләгеп, ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға мәжбүр була. Уйламағанда ҡапыл һыу таша башлай, егерменән ашыу кеше Ирғазы йылғаһы ҡамауында ҡала.
Шуға ла ял итеүселәргә хәүефһеҙ урын һайлау тураһында алдан уйланырға кәрәк.
Әйткәндәй, быйыл туристарҙың яратҡан маршруттарының күбеһенә үтерлек түгел, шуға юл яҡшы булған урындарға ихтыяж ҙур. Ошоно иҫәпкә алып, күберәк аҡса эшләп ҡалырға маташҡандар ҙа бихисап. Мәҫәлән, Архангел районында урынлашҡан Атыш шарлауығы янындағы биләмәне кәртәләп алғандар һәм ҡоймаға “Инеү түләүле” тигән белдереү сәпәп тә ҡуйғандар. Ризаһыҙлыҡ белдергән туристар шунда уҡ Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығына, район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Махсус комиссия ваҡиға урынына юлланған. Баҡһаң, тәбиғәт ҡомартҡыһын шәхси эшҡыуарҙар кәртәләп алған икән, яр буйын уларға өс йылға ҡуртымға биргәндәр. Кәртәләнгән биләмәгә автомобилдә үтер өсөн кешеләр 150 һум түләргә тейеш.
Йүнселдәр бында ял итеү базаһы төҙөргә ниәтләй икән. Ҙур ғауғанан һуң улар әлеге биләмәгә инеү өсөн аҡса йыймай башлаған. Эшҡыуарҙар ял итеүселәрҙән хаҡ алыр алдынан башта туҡталҡаны төҙөкләндерергә, бөтөн талаптарҙы үтәргә бурыслы. Иң мөһиме – төҙөгән объекттары ныҡлы, йәғни капиталь булмаҫҡа тейеш. Ваҡытлыса, кәрәк булғанда тәбиғәткә зыян килтермәй генә һүтеү мөмкинлеге иҫәпкә алыныуы мотлаҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенә һылтанып, август башында Башҡортостан биләмәһендә елдең секундына 15 – 26 метрғаса көсәйеүе көтөлә, тип хәбәр итә.
Көслө ел осоронда, тәү сиратта, йортта электр селтәрҙәренең һәм ҡорамалдарҙың торошон тикшерергә кәрәк, тип иҫкәртәләр ведомствола. Шулай уҡ янғынға ҡаршы кәрәк-яраҡты әҙерләп ҡуйыу зарур. Көслө ел мәлендә электр үткәргестәре аҫтында тороу һәм өҙөлгән сымдарға яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле. Алдағы көндәрҙә республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа — йәшен һәм ҡойма ямғыр. Һауа температураһы көндөҙ 25 – 30, көньяҡта 35 градусҡа тиклем эҫетәсәк. Шуға күрә республикала янғын хәүефе көсәйә. Айырыуса Хәйбулла, Көйөргәҙе, Туймазы, Бүздәк, Федоровка, Стәрлебаш райондары халҡына һаҡ булырға кәңәш ителә.
Эҫе һауа торошо водителдәргә лә насар йоғонто яһай. Кәрәкле урынға тиҙерәк барып етер өсөн күптәр машинаны шәп ҡыуа, иғтибарҙы кәметә. Һөҙөмтәлә бындай осорҙа юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелә. Һуңғы тәүлек эсендә генә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре шундай 11 осраҡты теркәгән. Уларҙа бер кеше һәләк булған, 13-ө төрлө тән йәрәхәттәре алған. Юл ҡағиҙәләрен өс меңдән ашыу водитель боҙған, иҫерек килеш рулгә ултырған 106 водитель тотолған.
Йәйҙең һуңғы айы башланды. Халыҡтың иң яратҡан, рәхәтләнеп ял итеп үткәргән мәлен күңелһеҙлектәр боҙмаһын, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән бит әле.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының ышаныс телефоны: (347) 233-99-99.