Йырҙарҙа йырланған Ирәндек буйы, йәмле Граф күле рухлы, сәмле, дәртле һәм маҡсатлы башҡорт йәштәрен оло ҡорға йыйҙы. Данлы тарихыбыҙға яңы күҙлектән бағып, халҡыбыҙҙың бай мираҫына – йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып әҙерләнгән, яңыртылған форматтағы был майҙансыҡ үҙенең эшлекле шарттарҙа үтеүе менән башҡаларынан айырылып торҙо. Шанлы һәм данлы Баймаҡ төбәге өс көн-өс төн алдынғы ҡарашлы, яңыса фекер йөрөткән республикабыҙҙың киләсәген бер майҙанға туплап, уларҙы ихлас ҡабул итеп, бар шарттар тыуҙырып йәнә үҙенең “баймаҡтарса” ҡунаҡсыллығын һәм ябайлығын күрһәтте.
“Аҫылташ”тың аҫыл маҡсаттарыБөгөн үҫешкә, уңышҡа, үҙ маҡсатына ынтылған йәштәр өсөн шарттар бихисап, юлдар асыҡ. Ошо мөмкинлектәрҙән дөрөҫ файҙалана белгән, заман менән йәнәш атлаған, ҡыйыу, дәртле ҡыҙҙар, егеттәр арабыҙҙа етерлек. Тап шундайҙарҙы бергә тупланы “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте мәғариф форумы. Мәғариф форумының программаһы Клязьмалағы “Мәғәнәләр биләмәһе” йәки Һарытауҙағы “Иволга” форумдарына оҡшаш, әммә был юлы йәштәр халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте менән яҡындан таныша алды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия” бүлексәһе ағзалары һәм “Яҡташтар” ассоциацияһы ойошторған форумда халыҡ мираҫының мәҙәни, тарихи аспекттарын өйрәнделәр, башҡорт йәштәрен берләштереү механизмдарын төҙөү серҙәрен эҙләнеләр, шәхси үҫеш тренингтары, интерактив майҙансыҡтар, этноквестар үткәрҙеләр. Иң мөһиме: һәләтле йәштәр үҙҙәре тәҡдим иткән проектты яҡлап, грант алыу бәхетенә өлгәште. Сараны ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Даян Солтанғужин әйтеүенсә, район хакимиәте йәштәр сәйәсәтенә ҙур иғтибар бүлә, шунлыҡтан был форумдың Баймаҡ ерендә үткәрелеүе юҡҡа түгел. Әйткәндәй, “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте мәғариф форумы республикала тәүге тапҡыр ойошторолдо. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был – йәштәргә грант биргән берҙән-бер сара. Уның күләме – 100 мең һум. Проекттарҙы яҡлау ике йүнәлештә – шәхси һәм команда менән – алып барыла.
Алдан шуны әйтергә кәрәк, форумда барлығы алты команда ҡатнашты. Башҡарылған эштәргә йомғаҡ рәүешендә махсус гәзит сығарылды, иң яҡшы фекерҙәр, иң әүҙем ҡатнашыусылар билдәләнде. Йәштәргә бигерәк тә Башҡортостандың студент берекмәһе советы рәйесе Ләйсән Мирфәтихованың – “Шәхестең үҫеүе”, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың – “Башҡорт халҡының тарихы. Башҡорт әҙәбиәте, милли батырҙары”, бизнес-тренер Татьяна Курцебаның “Проект менеджменты” кеүек мәғариф блоктары фәһемле һәм әһәмиәтле булды. Халҡыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында фекер алышыуҙа билдәле тарихсы Марат Ҡолшәриповтың ҡатнашыуы йәш быуында, ғорурлыҡ хисе менән бер рәттән, күңелдәренә илһөйәрлек тойғоларын ҡабындырҙы. “Башҡортостан Республикаһы йәштәре-2030”, “Башҡортостан Республикаһының үҫеш стратегияһы-2030” форсайт-сессияларында киләсәктә төбәкте алға әйҙәүсе, республиканы яңы үҫешкә илтеүсе быуындың төп өлөшө тап ошо сарала ҡатнашыуын иҫәпкә алып, көнүҙәк мәсьәләләр төптән өйрәнелде, уларҙы хәл итеү юлдары барланды.
Күптән түгел Баймаҡта үткән “Ҡымыҙ-Брейк” тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар. Дондағы Ростовта ойошторолған “Ростов-2016” Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында “Ҡымыҙ-Брейк” проектын уңышлы яҡлап, грант отҡан яҡташыбыҙ Байрас Азаматов ойошторғайны. Әйткәндәй, быйылғы йыл да Азамат өсөн уңышлы булды – яңыраҡ йәш егет Клязьмала үткән “Мәғәнәләр биләмәһе”ндә 100 мең һумлыҡ грант отто. Был аҡсаға ул “Йәш эшҡыуарҙарҙың форсайт-мәктәбе”н ойошторорға ниәтләй.
– Бындай форумдарҙың уҙғарылыуы йәштәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки бер ниндәй белем усағында ла шәхестең үҫешенә йоғонто яһарлыҡ, команда менән бергә эш итергә өйрәткән белем нигеҙҙәре бирелмәй. Бер-берең менән аралашмай, тик үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ятыу беҙҙең кеүек йәштәргә хас түгел. Шуныһы үкенесле: күптәр теләктәре булып та, был форумда ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҡатнаша алманы. Грантҡа килгәндә, “Йәш эшҡыуарҙарҙың форсайт-мәктәбе” проектында ҡатнашырға теләүселәрҙән көҙгөһөн ғаризалар ҡабул итеү башланасаҡ. Улар өсөн бизнес өлкәһендә төрлө оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар ойоштороу ҡаралған. Шулай уҡ Өфөнөң эре компания-предприятиеларына экскурсиялар уҙғарыласаҡ, һәр ҡатнашыусы туранан-тура электрон китапханаларҙа файҙаланыу мөмкинлеге аласаҡ, – тине, киләсәккә пландары менән таныштырып, Байрас Азаматов.
Заманса йәшәмәйһеңме? Өйрәтерҙәр!Тап шундай фекергә килдем был форумда. Ни өсөнмө? Сөнки бөгөнгө йәштәрҙең яңыса фекер йөрөтә алыуына, тормош “дилбәгә”һен үҙҙәре тоторға ынтылыуына, бер урында тапанып ҡалыуҙы хуп күрмәй, айыҡ һәм аныҡ маҡсаттар ҡуя белеүҙәренә һоҡландым. Тағы ла уларҙың берҙәм һәм бергә булыуы шатландырҙы. Йәнә, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, милләттең киләсәген ҡайғыртып, республикабыҙҙың алдағы тормошона, иҡтисади-социаль үҫешенә үҙ өлөшөн индерер проекттарҙы тәҡдим итеүҙәре хайран итте. Форумда бөтәһе 30 шәхси һәм команда проекттары тәҡдим ителде, 16 шәхси һәм өс команда проекты икенсе турға һайлап алынды. Ҡыҙыҡлы идеялар тәҡдим иткән ун кешегә йәки командаға 10-ар мең һум грант ҡаралған ине. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһының сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары – Зәлиә Моталлапова, Әлиә Карасова һәм Гөлнур Ғәббәсоваларҙың проекты бер тауыштан үтте. “Хәҙерге биҙәүестәрҙә этник стилдә ҡулланыу алымдарын физик мөмкинлектәре сикләнгән йәш быуынға өйрәтеү” социаль проекты һәр бала менән шәхси эшләү алымдары булыуы менән үҙенсәлекле.
– Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәренә ҡарата иғтибар арта. Һаҡал-селтәр, хәситә, алмиҙеү кеүек әйберҙәрҙе һәр кем үҙ ҡулдары менән эшләргә тырыша, уны тағып йөрөүселәрҙе йыш осратырға мөмкин. Физик мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар был матурлыҡты файҙаланыуҙан мәхрүм ҡалырға тейеш түгел, тип уйлайым. Әлбиттә, уны һатып алырға ла мөмкин, әммә үҙ ҡулдарың менән яһауға, уның серҙәренә төшөнөүгә бер ни етмәй. Үҙебеҙ ижади уҡыусыларҙың һәләтен асыу, уларҙы артабан үҫтереү йүнәлешендә эшләгәс, күпселек осраҡта иғтибар етмәгән, тормоштан былай ҙа ҡыйырһытылған балалар хаҡында ла оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Грант оттоҡ, артабан ошо йүнәлештә эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Әлиә Карасова.
Ишембай районынан килгән Ләйсән Һөйөндөкованың тәҡдим иткән темаһы ла халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ауыҙ-тел ижадын пропагандалауға ҡайтып ҡала. “Балам – бал ғынам” тип аталған проектта автор бала табыу йортонан сыҡҡан һәр йәш әсәгә сабыйҙы нисек иркәләү, бишек йырҙарын йырлау, һикерткестәр, уятҡыстар, һамаҡтар өйрәтеүҙе бергә туплаған йыйынтыҡ бүләк итергә тәҡдим итә. “Ни өсөн был теманы күтәрәм? Сөнки үҙем тәүге сабыйымды ҡулыма алғас та ниндәй һүҙҙәр әйтергә, ниндәй бишек йыры йырларға белмәнем. Ҡайтҡас, дуҫтарым, әхирәттәрем менән һөйләштем. Уларҙың да белмәүе асыҡланды. Артабан аҡрынлап ошо йүнәлештә эш башланым, халҡыбыҙҙың бай ижадына юлыҡтым, аҫыл-гәүһәрҙәргә тап булдым. Үҙем кеүек бер ни белмәгән йәш ата-әсәләр өсөн махсус ҡулланма сығарыу теләге менән яна башланым”, – ти ике бала әсәһе Ләйсән.
Ҡыҙғанысҡа, форумда барыһы ла тәҡдим иткән проекттарын ышаныслы яҡлай алманы, әммә уларҙың ниндәйҙер идеялар менән яныуы ғына ла күпте һөйләй. Иң мөһиме – йәштәр бизнес-проектты нисек төҙөргә һәм яҡларға кәрәклеге хаҡында файҙалы мәғлүмәттәр алды, үҙ тиҫтерҙәре араһында уңышлы йәш кешеләр менән аралашты, спикерҙарҙың фекерҙәрен ишетте, киләсәккә үҙ маҡсаттарын билдәләне. Аҡсалы кеше – уңышлы кеше, тигән яңылыш фекерҙән арынып, алдыңа маҡсат ҡуйып, заман менән бергә атлағанда ғына уңышлы ла, белемле лә, үҙ аяғыңда ышаныслы баҫып торорға мөмкин икәнлегенә йәнә бер ҡат инанды.
Оҫталыҡ дәрестәреЙәштәр “Башҡорт традициялары” интерактив майҙансығында халҡыбыҙҙың милли йолалары, шөғөл-кәсептәре менән яҡынданыраҡ таныша алды, ҡыҙыҡһыныусыларға уларҙы эшләп ҡарау мөмкинлеге бирелде. Шулай уҡ “Башҡорт мәҙәниәте” этноквесты ойошторолдо.
Эркет ҡайнатыу йолаһын райондың Ниғәмәт ауыл биләмәһе ағинәйҙәре күрһәтте. Фәрзәнә Мөхәмәтшина, Вәлимә Вәлиева һәм Рәзилә Байғужиналар ҡаҙанда эркет ҡайнатып, уны махсус тоҡта һарҡытып, ҡорот әҙер булғас, тасҡып, йомарлап, форумда ҡатнашыусыларға тәҡдим итте. Әйткәндәй, ағинәйҙәр нисек итеп сейәле ҡорот әҙерләү серҙәре менән бүлеште. Бының өсөн улар махсус ҡырҙа (тауҙа) үҫкән сейә ботағын алып килгән. Шулай уҡ ҡыҙыл эремсек яһау, эркет һыуын сәс үҫтереүҙә файҙаланыу алымы тураһында бәйән ителде.
Ҡороттоң шифаһы хаҡында белмәгән кеше юҡ, уны борон башҡорт яугирҙәре оҙайлы походҡа киткәндә, киптереп, үҙҙәре менән алыр булған. Бөгөн милли ризығыбыҙ һәр йортта ҙур һорау менән файҙалана.
Темәс ауылынан Яңылбикә Ғарифуллина йәштәргә талҡан әҙерләү сере менән таныштырып, ҡул тирмәнендә бойҙай тарттырып, унан талҡан яһау шөғөлөн күрһәтте. Күптәр боронғо ағас тирмәндә үҙҙәре бойҙай тартып ҡараны, талҡан эшләргә өйрәнде. Ярат ауыл биләмәһе ағинәйҙәре кейеҙ яһау оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашһа, темәстәр селтәрҙән төрлө биҙәүестәр, селтәр-һаҡал, хәситә, алмиҙеү эшләргә өйрәтте. “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Юлай Ғәлиуллин уҡ атыу, был шөғөлдө тергеҙеү, үҫтереү буйынса үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Өс көн-өс төн Ирәндек буйы йәштәрҙең шат тауыштарынан шау-гөр килеп торҙо, уларҙың изге башланғыстарына шаһит булды, үҙ фатихаһын бирҙе, киләсәк быуындың аныҡ һәм айыҡ фекер йөрөтә алыуына шатланды. “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте мәғариф форумы юғары кимәлдә үтеүе, йәштәр өсөн үҙ-ара аралашыу, танышыу, фекер алышыу, эшлекле һөйләшеүҙәр майҙансығына әйләнеүе менән әһәмиәтле булды. Төрлө төбәктәрҙән, райондарҙан килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр артабан да бергә һәм берҙәм булырға һүҙ ҡуйышты, төрлө спорт ярыштарында көс һынашты, кис көнө усаҡ янында төрлө уйындар уйнаны, йырланы һәм бейене.
Башҡорт моңо, ҡурайы һәм атыХалҡыбыҙҙың аһәңле йыр-моңон, йолаларын, шөғөл-кәсептәрен бөгөнгәсә бар тулылығында һаҡлап ҡала алған, башҡорттоң иң аҫыл улдары, ҡыҙҙары йәшәгән төбәктә үткән бер сара ла буштан ойошторолмай: ул ата-бабаларыбыҙҙың боронғо традицияларын быуындан быуынға тапшыра килеүе, уларҙан милли колорит бөркөлөп тороуы, бейеүселәренең ойоҫҡота баҫып, хас баймаҡтарса бейеүе, ҡурайсыларының илаһи моңо, ярһыу аттарының тояҡ тауыштары ишетелеп тороуы менән ҡәҙерле һәм әһәмиәтле. Был юлы ла баймаҡтар “Беҙ йәшнәргә килдек был ергә” тип аталған Башҡорт йәштәре йыйынын юғары кимәлдә ойоштороуы менән барыһын да әсир итте. Республиканың барлыҡ район вәкилдәре менән бер рәттән байрамда күрше Силәбе, Һарытау, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан ҡунаҡтар ҡатнашты.
Башҡорт йәштәре йыйынында Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәхмәтуллина, Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Баймаҡ район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Марат Мәһәҙиев йыйында ҡатнашыусыларға төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмен еткереп, йәштәрҙе Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәргә саҡырҙы, йыйындың һөҙөмтәле һәм эшлекле шарттарҙа үтеүен теләне. Район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы иһә сығышында төбәктә йәштәр өсөн сараларҙың йыш үткәрелеп тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Былтыр ғына Баймаҡ районы йәштәр һабантуйын, “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя” форумын, “Мыстар” йәштәр ойошмаһы ойошторған милли аш-һыу фестивален ҡабул итте. Күптән түгел юғары кимәлдә “Ҡымыҙ-Брейк” форумы уҙғарылды. Әлеге ваҡытта ла районыбыҙҙа йәштәр менән берлектә ҙур эштәр алып барыла, төрлө программалар бойомға ашырыла, субсидиялар бирелә. Һәләтлеләргә ярҙам күрһәтелә. Районда бизнес менән шөғөлләнгән, ауыл хужалығы өлкәһендә ең һыҙғанып эшләгән йәштәребеҙ бихисап. Районыбыҙҙың йәштәре бокс, ушу, милли көрәш, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса республика һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Йәштәр – беҙҙең киләсәк. Тап һеҙ республикабыҙҙың артабанғы үҫеш юлдарын билдәләйһегеҙ, иҡтисади ҡеүәтен үҫтерәһегеҙ, халҡыбыҙҙың милли-мәҙәни мираҫын һаҡлау буйынса эш алып бараһығыҙ, – тине Илшат Ситдыҡов.
Зариф Байғусҡаров йыйындың юҡҡа ғына Баймаҡ ерендә үткәрелмәүен билдәләне. “Шанлы һәм данлы төбәктә халҡыбыҙҙың тарихи эҙҙәре һаҡлана. Баймаҡтар үҙ шәхестәрен ҡәҙерләй, үткәндәрен баһалай белә. Күптән түгел ҡалала башҡорт халҡының батыр улдарының береһе – Бөрйән ырыуының арҙаҡлы шәхесе, тархан Алдар Иҫәкәевкә һәйкәл асылды”, – тине ул. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов та йәштәрҙе берҙәм, татыу булырға саҡырып, башҡорт данын сит ҡитғаларға танытҡан Денис Шафиҡов менән Илфат Әмировҡа ҡамсат бүрек кейҙерҙе.
Артабан сарала ҡатнашыусылар баймаҡтарҙың сихри йыр-моңдарын тыңлап кинәнде, дәртле бейеүҙәрен ҡараны. Бер аҙ тарих арбаһына сәйәхәт ҡылып, Башҡорт автономияһын булдырыуға тос өлөш индергән Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич һәм Муса Мортазиндың “сығыштары”на шаһит булды.
Ни сыҡмаһын, баймаҡтарҙан сыға, тигән лаҡапҡа был юлы ла хыянат итмәне урындағы халыҡ. Республикала тәүгеләрҙән булып Баймаҡ ерендә тергеҙелгән ат биатлоны һәм төрки халыҡтарының милли уйыны “Ылаҡ” күрһәтелде. Тәүгеһендә һыбай килеш билдәле араны сабып үтеп, аттан төшөп, сәпкә уҡтан атып тейҙерергә һәм финишҡа тиклем тағы ла билдәле араны сабып үтеү бурысы ҡуйылһа, “Ылаҡ” уйынында ике төркөмдәге һыбайлылар ҡаршы команданың майҙансығына ҡуйылған ҡаҙанға, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, кәзә түшкәһен һалырға тейеш. Кем күберәк ташлай, шул команда еңеүсе була. Был юлы “Ирәндек” һәм “Бөркөт” командалары үҙ-ара көс һынашты, иҫәп – 0:2, ирәндектәр еңде!
“Ҡайҙа һеҙ, Уралым бөркөттәре?”Башҡорт егеттәренең саялығын, рухын, батырлығын һәм көсөн сағылдырған “Башҡорт йәштәре йыйыны” сиктәрендә уҙғарылған “Урал бөркөтө” конкурсы йыйындың биҙәгенә әүерелде. Төрлө төбәктәрҙән яҡынса 30-ҙан ашыу егет был һынауҙа ҡатнашырға батырсылыҡ итте. Урал батыр вариҫтары таһыллыҡта, сослоҡта, мәргәнлектә, белемлектә үҙ-ара көс һынашты, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте.
Тәүҙә майҙан тотоусылар спорт ярыштары буйынса һынау үтте. Егеттәр өс төркөмгә бүленеп, 500 метр аралыҡҡа йүгереүҙә ҡатнашты. Артабан үҙҙәрен мәргәнлектә һынаны: һәр ҡатнашыусыға биш уҡты сәпкә тейҙереү бурысы ҡуйылды. Бер уҡҡа ун мәрәй иҫәпләнә, тимәк, һәр ҡатнашыусының 50 мәрәй алыу мөмкинлеге бар ине, әммә иң юғары күрһәткес – 23 мәрәй менән баһаланды.
Бәйге шарттарына ярашлы, Урал бөркөттәре ҡырҡ килограмм ауырлығындағы ташты алыҫлыҡҡа ырғытып ҡараны. Был юлы ла һынатманы улар, әммә күптәр өсөн һынау бер аҙ ауырлыҡ тыуҙырҙы. Конкурстың икенсе өлөшөндә башҡорт азаматтары һәләттәрен күрһәтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт тар булыу сәбәпле, “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” проектын яҡлау буйынса ярыш үткәрелмәне. Бәйгесе Заһит Ғүмәров фекеренсә, ярыштың тап ошо төрө иң ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булмаҡсы ине. Конкурстың ижади өлөшөн ҡалдырып, киреһенсә, проекттарға иғтибар биреү күпкә отошлораҡ килеп сығыр ине.
Ике этапта барған ярыш һөҙөмтәләре буйынса “Урал бөркөтө” конкурсының еңеүсеһе тип Учалы районы бөркөтө Айназ Низаметдинов танылды. Торған ерҙән ут сәсрәтер, оҫта ҡурайсы, ҡумыҙсы, өзләүсе, бейеүсе егеткә артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Селтәрҙәре көмөштән, кейемдәре киндерҙән...“Зап-заманса-2017” заманса башҡорт кейеме фестиваль-конкурсы ла күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Күҙҙең яуын алырлыҡ этник стилдә тегелгән кейем коллекцияһын ҡарарға теләүселәр күп ине. Заманса башҡорт кейеме, биҙәүестәр, яулыҡ-палантиндарҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ! Республикала этнойүнәлештә эшләүсе билдәле дизайнерҙар Саимә Хәсәнова, Гөлфиә һәм Әлфиә Хамматоваларҙың эштәрен күреп ҡыуанһаҡ, үҙҙәренең яңы коллекцияларын тәҡдим иткән яңы исемдәрҙең булыуы һөйөндөрҙө. Бәйгелә барлығы 44 кейем коллекцияһы тәҡдим ителде. Улар араһында Баймаҡтан Зифа Ҡадаева етәкселегендәге “Ижади оҫтахана” ҡыҙҙарының “Быуат төпкөлөнән бөгөнгәсә” тип аталған кейем коллекцияһын булдырыуҙа балаларҙың ҡатнашыуы айырым иғтибарға лайыҡ. Уларҙың эштәре Өфө, Мәскәү, Ярославль ҡалаларында үткән төрлө күргәҙмәләрҙә тәҡдим ителгән дә инде. Учалы сәнғәт колледжы уҡытыусыларының “Яулығым биҙәктәре” коллекцияһы ла тәү ҡарамаҡҡа бик ябай күренгән яулыҡтарға милли һыҙаттар һалып, төрлө орнаменттар төшөрөп, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға оло бүләк булырлыҡ итеп күрһәтә алыуы менән маҡтауға лайыҡ. Әбйәлил районының “Лилиә” салон-ательеһы тәҡдим иткән “Башҡорт туйы күлдәктәре” буласаҡ кәләш һәм кейәүҙәргә тәғәйенләнгән. Уның етәксеһе Сафия Мансурова әйтеүенсә, бөгөн йәштәрҙең айыҡ туй үткәреүе милли колоритлы никах һәм туй күлдәктәренә ихтыяж тыуҙырҙы, этник стилдәге заманса туй күлдәктәрен тегергә этәрҙе.
Һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар араһында милли кейемгә, милли биҙәүестәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта, һәр кем үҙенең кейеменә миллилектең бер элементын булһа ла өҫтәргә тырыша. Республикабыҙҙа “Милли кейем” байрамдары, “Селтәр” конкурстарының даими үтеүе лә был һүҙҙәргә ҡеүәт. Әйткәндәй, байрамда ҡатнашыусы һәр кем үҙ зауығынан сығып Учалы йәшмәләренән эшләнгән төрлө алҡа, балдаҡ, биҙәүестәр һатып алды. Матурлыҡты күрә белгән башҡорт кейеме фестивале лә ысын мәғәнәһендә, яңыса, заманса кейенергә, биҙәнергә өйрәтте, этник стилдәге кейемдәргә йышыраҡ өҫтөнлөк биреү кәрәклеген иҫкәртте.
Бер олоно тыңла,
бер кесене тыңла– ти халыҡ мәҡәле. Тап шундай фекергә килде әүҙем башҡорт йәштәре өсөн ойошторолған “Киләсәк – беҙҙең ҡулдарҙа” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар. Ике яҡ өсөн дә файҙалы аралашыу майҙансығына әүерелгән фекер алышыуҙа, юғары вазифалар биләгән хужалар менән бер рәттән, төрлө өлкәлә башҡорт милләтен данлаған спортсылар, йырсылар, йәш депутаттар, эшҡыуарҙар фекер алышты, борсоған һорауҙарына яуап эҙләне. Йәштәр төрлө йүнәлештә нисек итеп үҫеш баҫҡыстарын үтеүҙәре, тәүге еңеүҙәре, уңышһыҙлыҡтары хаҡында бәйән итһә, тәжрибәле ағай-апайҙар үҙ миҫалында эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. “Башҡортостан вәкилдәре – һәр өлкәлә иң күп грант яулаусылар. Был беҙҙең шәп булыуыбыҙҙы аңлатмай, ә һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылыуыбыҙҙы, заман менән йәнәш барыуыбыҙҙы күрһәтә. Беҙгә һеҙҙән, йәштәрҙән, яңы идеялар, яңы тәҡдимдәр, ҡыйыу фекерҙәр кәрәк, һеҙ үҙ сиратында үҙ һүҙегеҙҙе әйтегеҙ. Тәнҡитләйһегеҙ икән, урынына үҙ тәҡдимдәрегеҙҙе керетегеҙ, маҡтайһығыҙ икән, ни өсөн икәнлеген аңлатығыҙ. Тик үҙ ҡаҙанығыҙҙа ғына ҡайнамағыҙ, аралашығыҙ, төрлө форумдарҙа ҡатнашығыҙ, грант яулағыҙ, беҙ һеҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев.
“Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте мәғариф форумы сиктәрендә, Наҙгөл Ғәлиева, Байрас Азаматов һәм Азалия Хурамшиналарға йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта тарафынан махсус гранттар тапшырылды. Ейәнсура ҡыҙы Наҙгөл Ғәлиева был грант аҡсаһына республика ҡалаларының милли лицей һәм гимназиялары өсөн “Башҡорт теленән дебат”тар үткәрергә теләүен белдерҙе.
Шулай уҡ “Башҡорт йәштәре йыйыны” сиктәрендә шәжәрә конкурсы, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған интеллектуаль викторина, шиғыр бәйгеһе, “Мин – башҡорт кейемендә” фотоконкурсы, “Башҡортостан – йөрәгемдә” тип аталған патриотик видеоконкурс иғлан ителде.
Йыйындың киске өлөшөндә Башҡортостанды донъя кимәлендә танытҡан, Рәсәйҙең иң көслө батыры Эльбрус Ниғмәтуллин өс автомобилде бер юлы урынынан ҡуҙғатып, тағы бер ҡат үҙенең иң көслө булыуын иҫбатланы. Спорттың төрлө төрҙәрендә чемпион булып танылған башҡорт егеттәре Денис Шафиҡов, Илфат Әмиров, Дамир Аҡмырҙин оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, автограф-сессия үткәрҙе. Башҡорт эстрадаһының иң сағыу йондоҙҙары, этно-рок төркөмдәре менән берлектәге “Беҙ башҡортса бейейбеҙ” дискотекаһының иң тулҡынландырғыс мәле булып йәштәрҙең иң яратҡан йырсыһы Радик Юлъяҡшинға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелеүе иҫтә ҡалды. Был матур күренеш – республика етәкселегенең йәштәрҙе үҫтереүҙә, уларҙың ижадын, һәләтен асыуҙа һәр саҡ ҡурсалап һәм яҡлап тороуын күрһәтеүсе асыҡ миҫал.
Йәмле Ирәндек итәгендә, Граф күле буйында үткән Башҡорт йәштәре йыйынынан һәр кем күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы, яңы дуҫтар тапты, иң мөһиме – дәртле, сәмле һәм маҡсатлы йәштәргә һәр ерҙә ишектәрҙең асыҡ булыуын күрһәтте. Баймаҡ районының йәнә бер бренды булырлыҡ “Башҡорт йәштәре йыйыны” киләһе йылда ла үҙ дуҫтарын бергә туплар, осраштырыр тигән теләктә таралышты һәр кем. Осрашҡанға тиклем, йәштәр!
Баймаҡ районы.