Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлдағылар имен булһын
Юлдағылар имен булһынКешене тәбиғәт ҡосағына тартҡан, ауылға саҡырған, ял итергә дәртләндергән йәй мәле. Үкенескә ҡаршы, был миҙгел арауығында юлдарҙа күңелһеҙ ваҡиғалар, ялан-ҡырҙа, урмандарҙа аяныслы хәлдәр ҙә булғылай. Нисек кенә тимә, спиртлы эсемлекһеҙ ял итергә, эшләргә өйрәнмәгән шул беҙҙең халыҡ. Бындай зарарлы ғәҙәттең аҙағы билдәле инде.
Юлдарҙағы хәлдәргә килгәндә, транспорт ағымының йәнләнеүе хәүеф тыуҙыра. Бесән яландарында ҡеүәтле техника геүләй, ауылдарҙа малайҙар мотоциклға атлана, оло йәштәгеләр ҙә машиналарында ҡала ситендәге баҡсаларына елдерә. Транспорт мыжғыған осорҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһе уйландыра. Хатта кеше һәм машиналар һаны буйынса ҙур ҡалаларҙан ҡалышҡан райондарҙа ла автомобиль хәрәкәте көсәйә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһының Ишембай районы буйынса бүлексәһе начальнигы Радик Фәрхетдин улы ИСМӘҒИЛЕВ менән ошо көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Ялдарҙы ғына түгел, эштәрҙе лә иҫеректәр менән бәйләгәс, ирекһеҙҙән шундай һорау тыуа: Ишембай районында эскән килеш рулгә ултырыусылар күпме?
– Быйыл, мәҫәлән, йыл башынан 331 иҫерек водитель тотолдо. Минеңсә, был – район өсөн ҙур һан. Улай ғына ла түгел, юл ҡағиҙәләрен боҙоусылар араһы­нан ярты йыл эсендә генә лә 53 кеше икенсегә эләкте, хатта өсөнсө тапҡыр иҫерек килеш машинала йөрөүселәр осрай. Беҙ, ғәҙәттә, эскән водителдәр араһында ир-атты күрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ, ә бына бер ханым рулдә өс тапҡыр иҫерек килеш тотолдо.
Күпмелер ваҡытҡа транспорт йөрөтөү хоҡуғын юғалтыу, ҙур күләмдәге штрафтар, мәжбүри эшкә йәлеп ителеү... Ниндәй генә яза ҡулланылмай эскән көйө рулгә ултырыусыларға. Ә һығымта яһарлыҡ миҫалдар күпме? Ҡот осҡос авариялар теркәлә бит илдә. Тик ни өсөндөр водителдәр, үкенескә ҡаршы, һаман да хәүефтең асылын аңлап бөтмәй.
Әйтәйек, йома көн инспекторҙарҙың рейдҡа сығыуы күптән йола булараҡ килә, сөнки нәҡ ял алдынан күп кенә водителдәр эсеп машинаға ултыра. Нәҡ ошо көндә иҫерек автоһәүәҫкәрҙәрҙең осрауы һис кәмемәй. Киреһенсә, эскән килеш машина йөрөтөүселәр артҡандан-арта.
Рәсәйҙә эскән килеш рулгә ултырып, аварияға осраған, фажиғәгә сәбәпсе булған миҫалдар етерлек бит. Күрше ҡалаларҙа ғына ла нисәмә кеше һәләк булды. Нисек кенә ҡалыплы яңғырамаһын, эсеп рулгә ултырмағыҙ, тип мөрәжәғәт итәм. Үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙе лә, башҡаларҙыҡын да уйлағыҙ. Ҡаршы йүнәлештә килгән машиналағы водитель, пассажирҙарҙың артабанғы яҙмышы һеҙҙең тәртибегеҙгә туранан-тура бәйле. Юҡһа мәғәнәһеҙ рәүештә бер ғәйепһеҙгә нисәмә кешенең ғүмере өҙөлөп ҡала юлдарҙа.
Бынан тыш, хәүеф-хәтәр юлда ғына түгел, ял мәлдәрендә урман (ағас) янында ла, текә ярлы йылға буйҙарында ла етерлек – ағас ауа, йәшен ата, яр ишелә... Шуға бар ерҙә лә уяулыҡ талап ителә.
– Юл ҡағиҙәләрен боҙоу күберәк ауылдарҙа теркәләме, әллә Ишем­байҙың үҙендәме?
– Ҡағиҙә боҙоу осраҡтарына һәм авариялар һанына килгәндә, башлыса ҡала алғы сафта бара. Бында, әлбиттә, машиналарҙың күберәк һәм юл хәрәкәтенең тығыҙ булыуы сәбәпсе. Уның ҡарауы, ауыл ерендә лә өҫтәрәк телгә алынған категория водителдәр ҡалышмай. “Бында бит патруль йөрөмәй”, – тип рулгә ултырыусылар бихисап. Әммә юл хәүефһеҙлеге бар ерҙә лә бер үк бит: ҡалала ғына түгел, юғары тиҙлектә китеп барғанда ауыл урамында берәй бала йүгереп сығыуы ихтимал түгелме ни?!.
– Патруль тигәндән, Ишембай районы – Башҡортостанда иң ҙур муни­ци­па­литеттарҙың береһе. Ярай, Яр-Биш­ҡаҙаҡ эргәлә, мәҫәлән, ә бына 80 километр алыҫлыҡта ятҡан Ҡол­ғонаға тиклем барып етә алаһығыҙмы рейд мәлендә?
– Бүлексәлә йәмғеһе 20 кеше эшләйбеҙ, шул иҫәптән 11 инспектор. Байрам, ял көндәрендә дүрт экипаж сыға. Иңдәренә ауыр йөк һалыныуға ҡарамаҫтан, егеттәр тырыша: бөтә районды тикшереп тора, шулай уҡ йыраҡ ауылдарҙы ла. Мәҫәлән, былтыр Ҡолғона яҡтарына участка полицияһы, енәйәтте тикшереү бүлеге менән берлектә хатта махсус рейдтар үткәрҙек. Был сара ваҡытында күп кенә тәртип-юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланды.
– Тимәк, төпкөлдәр ҙә һеҙҙең күҙәтеү һәм һаҡ аҫтында. Ауыл тигәс, трактор һымаҡ техника күҙ алдына килә. Хәҙер ҡыҙыу бесән мәле. Элек был йәһәттән ҙур колхоздарҙа йыл һайын бер “Беларусь”тың йә төкөлөүе, йә ауыуы тураһында ишетелә ине. Үлем менән тамамланған осраҡтар ҙа булманы түгел.
– Ауыл хужалығы техникаһына ниндәйҙер махсус рәүештә акция-тикшереү үткәрмәйбеҙ, рейд ваҡытында тракторҙар, ғөмүмән, туҡтатыла. Шуныһын билдәләге килә: бәхеткә күрә, тракторҙарға бәйле юл-транспорт ваҡиғалары аҙая бара. Был статистика, тәү сиратта, минеңсә, ҙур хужалыҡтарҙың шәхси ҡулдарға күсеүе менән бәйле, сөнки бер генә кеше лә мөлкәтен мәғәнәһеҙ рәүештә туҙҙырғыһы килмәй, унан бигерәк тракторында кеше һәләк булыуын теләмәй.
Ауылда, әлбиттә, тракторҙар ғына йөрөп ятмай, йәй һәр үҫмер малай тиерлек “тимер ат” йүгәнләргә” ашҡына. Үкенескә ҡаршы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса ҡағиҙәләр иҫәпкә алынмай. Шуға мотоциклдар менән булған авариялар ҙа теркәлеп тора. Ошо йәһәттән ата-әсәләрҙең балаларына ҡарата иғтибарын көсәйтеүен теләр инем. Бигерәк тә үҫмерҙәр юғары тиҙлектә йөрөй. Әйткәс, әйтәйек инде, араларында спиртлы эсемлек ҡулланыусылар ҙа юҡ түгел.
– Профилактика эше тағы ниндәй йүнәлештә йәйелдерелә?
– Быйыл йыл башынан, үкенескә ҡаршы, авариялар өс кешенең ғүмерен өҙҙө. Былтыр ошо уҡ ваҡыт арауығында (ғинуар–июнь айҙарында) дүртәү һәләк булды. Бигерәк тә йәйге айҙар борсоуға һала. Йәй халыҡ урамға ағыла, юлдар аша үтә, шуға ошо мәлдә нәҡ йәйәүлеләргә бәйле юл-транспорт ваҡиғалары йышая районда. Был тәңгәлдә автоһәүәҫкәрҙәр араһында иҫкәртеү эштәрен ойошторабыҙ. Форсаттан файҙаланып, юлдың теләһә ҡайһы ерендә теләһә ҡайһы ваҡыт йәйәүленең пәйҙә булыу ихтималлығы хаҡында тағы бер ҡат иҫкәртер инем.
Үкенескә ҡаршы, йәйәүлеләрҙе төкөтөүҙә һәр ваҡыт рулдәге кеше генә ғәйепле түгел. Янда ғына торған үткәүелдәрҙән йөрөйһө урынға, ярамаған урында юлды киҫеүселәр бихисап. Әлбиттә, ундайҙарға ҡаршы шулай уҡ көрәшергә тура килә. Бындай граждандар менән эш алып барыу еңелдән түгел, араларында “минең менән булышҡансы, иҫерек водителдәрҙе тот”, тип ҡырт киҫеүселәр бар, тик үҙҙәренең дә ғәйепле икәнен онотоп ебәрәләр. Әммә машинаның һин уйламағанда килеп сығыуы ихтимал. Бер минутты экономиялайым тип, бөтә ғүмереңдең селпәрәмә килеүе бер ни түгел. Нисек кенә булмаһын, быйыл юл ҡағиҙәһен боҙған 374 йәйәүлегә ҡарата протокол төҙөлдө. Ошондай иҫкәртеү саралары уларға файҙаға булһын ине.
– Аварияларға йәйәүле менән водитель генә түгел, башҡа факторҙар ҙа сәбәпсе…
– Йәмғиәт беҙгә ҡарата ниндәй генә мөнәсәбәттә булмаһын, инспекцияның төп бурысы кемделер язаға тарттырыу йә иһә уға штраф һалыу түгел бит. Аяныслы хәлгә барып етмәҫ өсөн, иҫкәртеү менән шөғөлләнәбеҙ. Транспорттың төҙөклөгөнә, хәүефһеҙлек ҡайыштарына инспекторҙар һәр ваҡыт иғтибар итә, водителдәрҙе һәм пассажирҙарҙы мөмкин тиклем бәләнән һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта йыш ҡына аварияларға юлдарҙың торошо ла сәбәпсе була. Үкенескә ҡаршы, йәнә ҙур күләмдә штраф һалыуға тиклем барып етәбеҙ. Был йәһәттән дә яуаплылыҡ тойоу шарт.
– Сер түгел, машиналар һаны ла, автоһәүәҫкәрҙәр ҙә районда арта бара. Водитель танытмаһын яңы ғына ҡулға алыусылар юлда проблема тыуҙы­рамы? Дөйөм ил кимәлендә һүҙ йө­рөтөп, водитель оҫталығына өйрәтеүсе мәктәптәрҙең белем биреү кимәле лә һорау тыуҙыра бит хәҙер.
– Башланғыс водителдәр, киреһенсә, яңы ғына рулгә ултырғас, юл ҡағиҙәләрен теүәл башҡарырға тырыша, шуға был тәңгәлдә әллә ни проблема һиҙелмәй. Башлаусы түгел, нәҡ оҫталар, һәр хәлдә, үҙҙәрен оҫта тип күреүселәр аварияға сәбәпсе була. Тиҙлек арттырыу, ҡаршы йүнәлешкә сығыу – бына ниндәй факторҙар юл-транспорт ваҡиғаһы статистикаһын яһай. Шуға күрә үҙеңде ҡулда тотоп, тиҙлек менән шаярмаҫҡа саҡырам.
– Өфө, Стәрлетамаҡ һымаҡ ҡалалар менән сағыштырғанда, Ишембай районы юл хәрәкәте, тығындар, транспорт һаны буйынса тынысыраҡ. Ғөмүмән, Ишембай юлдары хәүефһеҙ тип әйтергә буламы?
– Сағыштырып өйрәнгәндә, әлбиттә, тынысыраҡ, әммә һәр ерҙең үҙенсәлеге бар. Нисек кенә булмаһын, водителдәрҙең яуаплылығы, үкенескә ҡаршы, арта, тип әйтә алмайым. Быға һандар үҙе дәлил: былтыр ошо уҡ ваҡыт арауығында төрлө кимәлдәге 399 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлһә, быйыл – 430. Шулай ҙа автоһәүәҫкәрҙәр юлдағы бурыстарын онотмаһын ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873