Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әхирәтемдең ҡыйыулығы
Лидия менән ҡырҡ йылдан ашыу танышбыҙ. Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетында уҡыған мәлдә уның менән ике йыл буйы дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәнек. Өсөнсө әхирәтебеҙ Флүрә менән улар минән бер курс түбәнерәк немец теле бүлексәһендә белем алды. Мин иһә инглиз теле бүлексәһен шулай улар менән бергә йәшәп тамамланым. Шул саҡта уҡ Лиданың өлкәндәрсә аҡыллы, төплө фекерле, кешелекле булыуына һоҡлана инем.


Лидала дүрт төрлө мил­ләт – урыҫ, йәһүд, башҡорт, татар ҡаны ҡатнашҡан булһа ла, ике башҡорт ҡыҙы менән дуҫ йәшәүе шул саҡта уҡ уның һәр милләт вәкиленә ихтирам менән ҡарауын раҫлап тора ине. Бөгөн килеп Лидия Әмин ҡыҙы Сәфәрғолова үҙен Башҡорт­остандың ысын илһөйәре итеп танытты. Торатауҙы килер быуындарға һаҡлап ҡалыу өсөн барған көрәшкә үҙ өлөшөн индереп, ул рус телендә “Тау” исемле китап яҙҙы һәм уны үҙнәшер ысулы менән баҫтырып сығарыуға өлгәште.
Әхирәтемдең ошо ҡы­йыу аҙымына һоҡланып, әлеге ҙур булмаған әҫәрҙе башҡорт теленә тәрже­мәләү бурысын үҙ өҫтөмә алдым. Бөгөн Ишембай ҡалаһында йәшәгән Лида башҡорт телендәге ошо баҫманы нәшер итеү өсөн бағыусылар эҙләй һәм, иң мөһиме, китабын немец теленә тәржемә итеү менән шәхсән үҙе шөғөл­ләнә, сөнки ул Торатауҙы, ғөмүмән, шихан­дарҙы донъя кимәлендәге ҡо­мартҡы тип иҫәпләй, шуға ла уларҙы яҡлау хәрә­кәтенә тотош кешелек ҡушылырға тейеш тип һанай. Был йәһәттән ярты йыл буйына Һиндостанда сәйәхәт иткән сағында, күкрәгенә “Protect the Mountain!” (“Тауҙы яҡлайыҡ!”) тигән яҙыу элеп, ҡул­тамғалар йыя. Донъяның төрлө илдәренән төрлө милләт кешеләре ҡуйған имзалар, уларҙың телефон һандары һәм электрон адрестары менән бер нисә дәфтәр тултыра.
Ысын ватансы Ләлә-Лида әхирәтемдең изге эшен уңыш­лы алып барып сығасағына, ә китабының шихандарҙы яҡла­ған кешеләр сафын тағы ла тулыландырасағына иманым камил.

Дәүләкән ҡалаһы.


Автор: Гөлфирә ҒӘСКӘРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә