Әхирәтемдең ҡыйыулығы28.07.2017
Лидия менән ҡырҡ йылдан ашыу танышбыҙ. Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетында уҡыған мәлдә уның менән ике йыл буйы дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәнек. Өсөнсө әхирәтебеҙ Флүрә менән улар минән бер курс түбәнерәк немец теле бүлексәһендә белем алды. Мин иһә инглиз теле бүлексәһен шулай улар менән бергә йәшәп тамамланым. Шул саҡта уҡ Лиданың өлкәндәрсә аҡыллы, төплө фекерле, кешелекле булыуына һоҡлана инем.
Лидала дүрт төрлө милләт – урыҫ, йәһүд, башҡорт, татар ҡаны ҡатнашҡан булһа ла, ике башҡорт ҡыҙы менән дуҫ йәшәүе шул саҡта уҡ уның һәр милләт вәкиленә ихтирам менән ҡарауын раҫлап тора ине. Бөгөн килеп Лидия Әмин ҡыҙы Сәфәрғолова үҙен Башҡортостандың ысын илһөйәре итеп танытты. Торатауҙы килер быуындарға һаҡлап ҡалыу өсөн барған көрәшкә үҙ өлөшөн индереп, ул рус телендә “Тау” исемле китап яҙҙы һәм уны үҙнәшер ысулы менән баҫтырып сығарыуға өлгәште.
Әхирәтемдең ошо ҡыйыу аҙымына һоҡланып, әлеге ҙур булмаған әҫәрҙе башҡорт теленә тәржемәләү бурысын үҙ өҫтөмә алдым. Бөгөн Ишембай ҡалаһында йәшәгән Лида башҡорт телендәге ошо баҫманы нәшер итеү өсөн бағыусылар эҙләй һәм, иң мөһиме, китабын немец теленә тәржемә итеү менән шәхсән үҙе шөғөлләнә, сөнки ул Торатауҙы, ғөмүмән, шихандарҙы донъя кимәлендәге ҡомартҡы тип иҫәпләй, шуға ла уларҙы яҡлау хәрәкәтенә тотош кешелек ҡушылырға тейеш тип һанай. Был йәһәттән ярты йыл буйына Һиндостанда сәйәхәт иткән сағында, күкрәгенә “Protect the Mountain!” (“Тауҙы яҡлайыҡ!”) тигән яҙыу элеп, ҡултамғалар йыя. Донъяның төрлө илдәренән төрлө милләт кешеләре ҡуйған имзалар, уларҙың телефон һандары һәм электрон адрестары менән бер нисә дәфтәр тултыра.
Ысын ватансы Ләлә-Лида әхирәтемдең изге эшен уңышлы алып барып сығасағына, ә китабының шихандарҙы яҡлаған кешеләр сафын тағы ла тулыландырасағына иманым камил.
Дәүләкән ҡалаһы.