Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҙел һыуын эскән ир-арыҫлан Яман уй йөрөтмәҫ башында
Иҙел һыуын эскән ир-арыҫлан Яман уй йөрөтмәҫ башында Тәлғәт Сәғитов. Был исем-шәриф эсендә XX быуаттың һуңғы егерме йылы, XXI быуат башының тиҫтә йылдарында Башҡортостанда ғына түгел, тотош төрки ҡәүемдәре донъяһында, Рәсәй Федерацияһында мәҙәниәт, рухиәт, сәнғәт донъяһында маҡсатлы башҡарылған кимәлле саралар, кадрҙар менән эш итеү оҫталығы, алдынғы ҡарашлы ғәмәлдәр атҡарған етәксенең эшмәкәрлеге ята. Халҡына, милләтенә билдәле шәхестәрҙең ғүмер юлы – күҙ алдында, улар хаҡында һәр ерҙә төрлө даирәләрҙә фекер йөрөтәләр. Нимәһе ҡыҙыҡ, Тәлғәт Ниғмәтулла улы хаҡында тик ыңғай ҡараш – уның егәрлелеген, киң ҡарашлы булыуын, фиҙакәрлеген телгә алалар. Кешелекле мөнәсәбәте, алдынғы ҡарашы, яңылыҡҡа, һәр саҡ белемгә ынтылышы уның үҙен дә заманының күренекле шәхестәренең береһе иткән.
Шәхсән миңә уның ҡул аҫтында эшләргә тура килмәне, әммә “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Тәлғәт Ниғмәтулла улын ниндәйҙер эске йылылыҡ менән иҫләй, тотанаҡлы, әҙәпле, хатта бер тапҡыр ҙа ҡысҡырып һүҙ әйткәне, коллегаларының йөҙөн йыртҡаны булманы, тип телгә ала. Эйе, ситтән ҡарап, мин дә уның үҙен тотошонда милләтебеҙ аҫылдарына хас иплелекте, ҡандан килгән зыялылыҡты, тауышына сыҡҡан мәҙәнилекте күрәм, тоям. Шуға күрә баҫмабыҙҙың юбилейы уныҡы менән бергә тура килгәндә әңгәмә ҡороп, һөйләшеү бәхете тейеүенә шатмын. Ҡәтғи, бикләнеп аралашыу булманы ул, киреһенсә, ихлас һөйләшеү тип ҡабул иттем. Әңгәмә барышында ниндәйҙер тормош һабағын алғанымды тойҙом.
Балалары уның эшмәкәрлеген дауам итеп, бөгөн Башҡортостанға хеҙмәт итә. Сәғитовтар ғаиләһе – һәр быуынында башҡорт халҡына туған теле, рухиәте менән хеҙмәт иткән башҡорт зыялылары. Алда яҙғанымса, барыһын да теркәнем, моғайын, миндәге кисерештәр, уҡыусым, һине лә урап үтмәҫ.

Тыуған яҡтан һеңгән фиҙакәрлек

– Тәлғәт Ниғмәтулла улы, әле һеҙҙең менән әңгәмәне башлар алдынан драматург, яҙыусы Сәрүәр Суринаны күрҙем. Һеҙҙе тик яҡшы һүҙҙәр менән телгә алды. Ундайҙар, беләм, бик күп...
– Эйе, Сәрүәрҙе эшкә алғайным. Ул үҙе бик талапсан, егәрле хеҙмәткәр булды. Балалары күҙ алдында үҫте, матур ғаилә. Артур ғына бына бик йәшләй китте...
– Баналь һорау булһа ла, бала сағығыҙҙан башлағы килә һөйлә­шеүҙе. Һеҙ үҫкән ғаиләлә ниндәй һүҙгә, фекергә өҫтөнлөк биреп тәрбиәлә­неләр?
– Беҙ ике бала үҫтек. Әнейемдең тәүге ире үлгәс, ул минең атайыма кейәүгә сыҡҡан. Риф ағайым бар ине беренсе иренән, ул минән ете йәшкә өлкәнерәк, 1935 йылғы.
1942 йылда тыуғанмын, аңлап тораһығыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы мәле. Әтейем фронтта. Хат аша ғына улы тыуғанын белеп өлгөргән, малай булһа, Тәлғәт тип ҡушығыҙ, тип әйтеп киткән. Ул 1942 йылдың 27 ноябрендә Великие Луки янында батырҙарса һәләк булған, шуға күрә мин дә, беҙҙең быуын балалары һымаҡ, атайҙың кем икәнен белмәй үҫтем. Хатта атайлы балаларға сәйерһенеп тә ҡараным.
Ағайым уҡыны, ауыл хужалығы институтын бөтөрҙө, ғаиләнән ситтәрәк йөрөнө. Әней янымда мин бер үҙем инем.
– Бик ҡәҙерле бала булғанһығыҙҙыр?
– Шулай булғандыр, тим. Маҡар ауылында тыуғанмын. Бик матур ул беҙҙең төбәк. Беҙҙең оло киленебеҙ Калуга тарафтарынан, Маҡар яғын тәүге тапҡыр күргәс: “Әтей, мин хәҙер аңланым шикелле һеҙҙең күңелегеҙҙең ихласлығы, хислелеге, итәғәтлелеге тамыры ҡайҙа икәнлеген”, – тигәйне.
Ишембай ерендә бик күп яҙыусылар тыуған. Әҙәбиәткә бәйле саралар ҙа беҙҙә бик күп үтә, матур күренеш.
Минең әнейем – Зөләйха Нәғим ҡыҙы – фармацевт, шул ауылда беҙ уның менән биш йәшемә тиклем торғанбыҙ. Шунан уны беҙҙең райондың Сәлих тигән ауылына дарыухана пунктына эшкә ебәргәндәр. Белеме булмаһа ла, ул медицинаны белгән, үҙенсә нескә аңлаған, кешеләргә ярҙамсыл кеше ине. Биш класты ошо мәктәптә бөттөм.
Шунан уны яңынан Маҡарға ҡайтарҙылар. Ул бик әҙәпле, талапсан, эшһөйәр кеше ине. Ололар ҙа ихтирам итеп: “Зөләйха апай, ә, Зөләйха апай”, – тип торҙо. Күп уҡыны, иҫке китаптарҙан белем алды. Улар быуыны ғәрәп, латин, кириллица менән дә уҡыны бит инде. “Их, белемем ете класс булһа ине, балам”, – тиһә лә, уҡымышлы, үҙ алдына белем эстәгән кеше ине. Маҡар дарыуханаһында мөдир ҙә булды. Барыһын да үҙе иҫәпләй, кешеләрҙе ҡарай, хужалыҡ өсөн дә яуап бирә. Шөкөр, бер ҡасан да яңылышманы, бына ошо эшлекле ҡатындың тәрбиәһендә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауылдаштарымдың яҡты, йылы мөнәсәбәтле тәрбиәһен, заманымдың кешелеклелеген тойоп үҫтем мин.
– Заман тәрбиәһе хаҡында ла һөйләшәйек? Ир-ат сифаттарын кем тәрбиәләй балала?
– Бик ҡыҙыҡлы һүҙбәйләнеш ул “ир-ат сифаттары”. Беҙ уны дөрөҫ аңлайбыҙмы икән? Әйтәйек, Сәлихтә колхоз бар ине. Унда ат һарайына йөрөнөм, ҡыҙыҡһынып йылҡы ҡараным. Маҡарға күскәйнек, унда промартель, колхоз юҡ. Ир-ат араһында йөрөү юҡ, шул өйөңдәге малды ҡарайһың. Уныһы минең өҫтә ине. Шуға күрә ир-ат менән аралашыу һирәгерәк тә булғандыр, бәлки, әммә әнейем яуаплы, үҙаллы итеп үҫтерергә тырышты. Бесән эшләү, яҙ етә башлаһа, малға ҡарама баштарын киҫеп алып ҡайтыу үҫмер саҡтан минең өҫтә булды, бына был эштәр барыһы ла миңә таныш. Шуның менән йәшәнек, шулай эшләп үҫтек, был бер ниндәй маҡтаныу ҙа, зарланыу ҙа түгел, нисек бар, шулай һөйләйем. Беҙҙең быуын балалары ни күрҙе, ни эшләне, беҙ ҙә шул рәүешле үҫтек. Дәүер беҙҙе сыныҡтырҙы.
Миңә ун һигеҙ йәш ине, өй һалырға булып киттек. Әнейем диләнкә алған, шунан уны эш итер өсөн урта йәштәрҙәге, һүҙ ыңғайы әйткәндә, апаруҡ төшөрөргә яратҡан өс ир менән урманға барырға тейешмен. Бура бурарға кәрәк. Ҡолғонанан бер ете саҡрымдай эскә китеп, ағас әҙерләйбеҙ. Тәүге кис эш тамамланыу менән быларға бер ярты араҡыны сығарҙым, ир-ат шулайыраҡ эшләй бит инде. Улар быны кәгеп ҡуйҙы ла тағы һорай. Мин “юҡ” тинем. Әле булһа шул саҡ өҙөп кенә әйтә алыуыма аптырайым. Улар бит минән күпкә өлкән, тормош һынауҙарын күргән кешеләр. Тегеләр һаман таптыра, бар икәнен беләбеҙ, тиҙәр. Ә мин махсус рәүештә шешәләрҙе үҙем генә белгән урындарға юл буйлап күмә килдем. Иртәгә, киләһе көндәргә ҡалдырҙым ҡалғандарын. Шулай итеп, бер аҙна эсендә ағасты йығып, бураны бурап, 31 июлдә ҡояш сыҡҡанда ауылға ҡайтып төштөк. Тыуған көнөмдә, 18 йәшем тулғанда, ошо ҡыуанысым булды, әнейем ҡушҡан эште атҡарып, өйөмә ҡайтып индем. Һүҙҙә торорға, кәрәк ваҡытта “юҡ”, тип тә әйтергә өйрәтте әнейем. Мине уратып алған мөхит – ана шул әнейемдең, мәктәптең тәрбиәһе. Ғәзиз кешемдең ризалығынан тыш бер нимә лә эшләмәнем шикелле. Хатта киноға барырға рөхсәт һорағанда ла уның һүҙенә, тауышының тонына иғтибар итә инем. “Эй, бар ҙа”, – тиһә, йөрөмәйем инде, “Бар, балам!” – тип әйтһә, сығып китәм.
Ауылда һәр кем бер-береһен тәрбиәләй. Һуғыштан һуңғы йылдар кешеләргә ҡиммәттәрҙе ап-асыҡ итеп күрһәтте. Ул осорҙа бит хатта насар тигән кешеләр ҙә яманлыҡ ҡылырға оялыр ине, улар ҙа яҡшылыҡ эшләргә тырышты. Аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тип белделәр, төҫтәр буталмағайны. Кешеләр уҡырға, белем алырға тырышты. Әҙәбиәт халыҡты ныҡ тәрбиәләне. Һәр хәлдә мин дә күп уҡый, әҙәбиәт геройҙарының уй-фекерен, холоҡ-фиғелен, донъя менән үҙ-ара мөнәсәбәтен үҙемә самалап ҡарай инем, яҡшыһын үҙләштереп, көндәлек тормошта ҡулланырға тырыша торғайным.
– Шағирә Әнисә Таһирова ла – һеҙҙең замандашығыҙ, ауылдашығыҙ...
– Беренсенән, Әнисә менән беҙ бер класта уҡыныҡ. Мин бик шаян булдым, йәмәғәт эштәрендә икебеҙ ҙә әүҙем ҡатнашабыҙ, ул шиғырҙар яҙа. Бәлки, шуға ла күберәк үҙенең сихри донъяһында йәшәгән кеүек тойолғандыр. Бер-беребеҙҙе: “Һин халыҡ шағирәһе! Һин обком секретары!” – тип шаяртып көлөшә инек. Ул – үҙ көсө менән ҙур үрҙәргә күтәрелгән шағирә. Билдәле шағирә. Ихтирамға лайыҡ шәхес.
Беҙ унынсы класты бөткән йылда ВЛКСМ-дың Маҡар район комитетынан вәкилдәр килде лә, Мәләүездең шәкәр заводы комсомолдың удар төҙөлөшө тип иғлан ителәсәк, тине. Аңлы комсомолдарҙан эшсе көстәр туплар өсөн исемлек йыялар. Йәшәр урын, яҡшы шарттар вәғәҙә итәләр. Барыһы ла шунда яҙыла бит инде. Бөтә класташтар ҙа барырға ынтылғас, яҙылмай ҡалһам, әллә нисек һымаҡ. Ә үҙемде бөтөнләй башҡа мөхит тарта. Мин “алтын миҙал”ға дәғүә итә инем, киң юлдар асыҡ буласаҡ. Барыһы ла яҙылғас, мин дә ҡалмаҫҡа иттем, күрәһең, “аңлы” комсомол булырға тырыштым. Шуны күреп ҡалған Раил Күлбаев тигән класташым: “Бында беҙ яҙылған да еткән, һинең урының бында түгел, Тәлғәт! Кәрәк булһа, беҙ барып эшләрбеҙ, һин уҡырға барырға тейеш”, – тине. Шуны әле булһа тулҡынланып иҫкә алам. Кешенең күңеле нисек матур булған, уйлап ҡарағыҙ әле. Бер ниндәй көнләшеү юҡ, бары тик тиҫтеренә юл күрһәтеү, уның мөмкинлектәрен үҙенсә баһалау ғына бар бында. Ул ошо һүҙе менән миңә ғүмерлеккә ҡанат ҡуйҙы. Шунан һуң уҡырға киттем. Был Раилдың күңеленең бөйөклөгөн күрһәтә. “Бөйөк” һүҙенә беҙ, бәлки, икенсе мәғәнә лә һалабыҙҙыр, әммә кешеләрҙең бөйөклөгө – күңел сафлығында, ихласлығында. Раил үҙе лә юғары уҡыу йортон тамамланы, белемле булыуҙың мөһимлеген аңлаған егет ине ул, йәне йәннәттә булһын!
Өфөлә интернатта ла уҡып алдым. Һигеҙенселә шунан ҡайтырға тура килде. Әнейем, бер үҙемә ҡыйын, тине. 1 сен­тябрҙә линейкаға йыйылғанбыҙ. Шунда һоҡланғыс бер парҙы күреп шаҡ ҡаттым: улар шоколад төҫөндә иҫ китмәле ыҡсым костюм кейгән, шул тиклем матур итеп, ғорур ҡиәфәттә баҫып торалар. Барыһы араһында ла айырылып. Ирле-ҡатынлы зыялыларҙың буй-һынының, алсаҡ йөҙҙәренең, кейгән кейемдәренең, ғөмүмән, тышҡы күркәмлеген, үҙҙәренең тотошон шунда, бәлки, тәүге күреүем булғандыр. Улар Зөфәр ағай Ҡарамышев һәм уның ҡатыны Әлфирә апай ине. Мин интернатҡа киткәндә Абдуллин булып йөрөгән Зөфәр ағай аҙаҡ Ҡарамышев фамилияһын ҡайтарған икән. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙҙыр, сәбәбе – автономия башында торған Зәки Вәлиди менән бергә йөрөгән Ҡарамышевтар нәҫеленән булыуы. Реабилитация үтеү менән, кире үҙ фамилияһын алғандар. Уларҙың шул тиклем күркәм итеп кейенеүҙәрен, матур тотоштарын, малай кеше булараҡ, бәлки, күрергә лә тейеш булмағанмындыр, әммә һоҡланыуым әле лә хәтеремдә. Ысын зыялылар шулай була икән, тип уйланым мин үҫмер аҡылым менән.
– Студент йылдарығыҙ комсомол ойошмаһының дәртле үҫешкән сағына тура килгән. Ошо осор менән бөгөнгө заман йәшлеген сағыштырып, ниндәй һығымталар яһағанығыҙ бар?
– Бәхеткә, беҙгә комсомол йәшле­гебеҙҙә Роберт Байымов менән бергә йәшәргә, бер-беребеҙгә терәк булырға яҙҙы. Ул әрме һурпаһын эсеп ҡайтҡан, күренеп тора, эшлекле егет. Уны беренсе курстан уҡ староста һәм комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлап ҡуйҙылар. Икенсе курста университеттың комсомол конференцияһында Роберт тәҡдиме менән мине комсомол комитеты ағзаһы итеп һайланылар. Мәҙәни-ағартыу секторында ағза булып йөрөнөм. Уҡыуын яҡшы уҡыным.
Әйткәндәй, “алтын миҙал” менән мәктәпте тамамлағандар беҙ уҡып бөткәнсе илдең теләһә ҡайһы вузына имтиханһыҙ керә ала ине. Әммә тап беҙ 1959 йылда мәктәпте тамамлағанда ҡағиҙәләр үҙгәреп, улай миҙал алырлыҡ булғас, вузға имтихан биреп инһендәр, күрһәтһендәр үҙ көсөн, тигән фекер өҫтөнлөк алды. Шуға ла бөтә имтихандарҙы тапшырып инергә тура килде университетҡа.
Бишенсе курста белем алып йөрөгәндә, Роберт: “Һине комсомол обкомына саҡыралар, барып әйлән әле”, – тине. Аптырап ҡалдым, әммә юлландым. Әңгәмәгә саҡырғандар икән, унда бүлек мөдирҙәре, етәкселәр менән һөйләшәһең инде. Аҙаҡ эшкә алыныуым хаҡында хәбәр иттеләр һәм 5 мартта эшкә төштөм. Әле булһа нисек үтеп киттем икән тип аптырайым, сөнки ойоштороу эштәрендә университет кимәлендә әҙ-мәҙ тәжрибә туплаһам да, тормошто бөтөнләй белмәй инем бит. Пионерҙар һәм уҡыусы йәштәр бүлегенә инструктор итеп алдылар. Тотош бүлек эшкә өйрәтә. Шул замандағы кешеләрҙең йәштәргә иғтибарына, киләсәкте хәстәрләүенә әле булһа һоҡланам.
Эштә бишкә тиклем булам да буласаҡ еңгәгеҙ янына йүгерәм. Ул сәнғәт училищеһында уҡып йөрөй. Ятаҡ бикләнгәнсе парктарҙы урайбыҙ ҙа мин ҡайтам. Таңғы сәғәт 5-тә тороп, Хәким Ғиләжев ижады буйынса диплом эше яҙам, сөнки әле уға тотонмағайным да. Бына шулай тәү ҡараштан оҡшатҡан ҡыҙ менән аралашып киттем. Фәрзәнә Фәтҡулловна бик әҙәпле, тыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта алсаҡ, талантлы ине. Минең өсөн, әлбиттә, һөйкөмлө лә!
Юлымда бик күп яҡшы кешеләр осраны. Береһе Роберт Байымов ине, тинем бит инде. Яҙмышымда иң төп роль уйнаған кешеләрҙең береһе булғандыр әле, тим уны. Ятаҡтағы бүлмәләшем – Дыуан районы егете Эдуард Сафиуллин. Уны белмәйһегеҙҙер инде. Әбйәлил районынан Әнәс Бикҡужин тигән дуҫым да бик яҡшы кеше ине. Мәрхүм инде ул. Әммә күңелдә изгелектәре әле лә һаҡлана. “Тәлғәт, һинең өсөн үҙем дежур итермен, һин борсолма, ана дипломыңды яҙ”, – ти. Бына ниндәй булған бит йәштәр, тиҫтерҙәрем! Ул хатта дипломды матур почерк менән күсереп тә бирҙе. Әйткәндәй, бөгөн ул төшөмә инде. Улар һәр саҡ минең күңелемдә.
Роберт та иртә китте. Ул һыҙланыуҙарын эсенә йомоп йәшәне, иң яҡын дуҫы булһам да, хатта мине лә аяны, ауырлығын төшөрмәҫкә тырышты. Ана шул әсенеүҙәре уның вафатын яҡынайтҡандыр, тим. Ҡайҙа хәтирәләр яҙһам да, уларҙы иҫкә алмай ҡалғаным юҡ.
Совет власы юҡҡа сыҡҡас, йәштәр менән эшләгән ойошма ла булмай торҙо бер мәл. Ә бит комсомол кәрәк булған! Йәштәрҙең белемен, йәшәү рәүешен, эшкә урынлашыу, торлаҡ мәсьәләләрен ошо ойошма хәл иткән. Бөтә нәмә бәйҙән ысҡынған заман килде. Кем нимә теләй – шуны эшләй, нимә уйлай – шуны һөйләй. Нимәгә ынтылдыҡ, шуға ирештек. Хәҙер бит балаларҙы мәктәптә эшләтергә лә ярамай. Хеҙмәт тәрбиәһе алмағандар нисек тормошта үҙ урынын тапһын, үҙаллы булырға өйрәнһен? Бөгөн Интернет менән беҙ индивидуалистарҙы тәрбиәләйбеҙ. Уҡытыусылар менән дә бәйләнеш һирәгәйә хатта. Был нимә була инде ул? Бик хәүефле ошо күренештәр. Балаларҙың күркәм сифаттарын, һәләтен генә түгел, күңел донъяһын да тәрбиәләргә кәрәк бит әле. Йәштәр проблемаһы – ул етди мәсьәлә. Беҙ илем, халҡым өсөн эшләйбеҙ, тип тырыштыҡ. Ышанып башҡарҙыҡ ғәмәлдәребеҙҙе. Бәлки, ҡайһы бер эштәр артығыраҡ та булғандыр, уныһы икенсе мәсьәлә. Әммә беҙҙең заман йәштәре үҙҙәре лә хәстәрле ине, киләсәкте лә ҡайғыртыу тойғоһо менән янып йәшәне, сәмләнеп ижад итте.


“Кешеләргә бер
йылы һүҙ етә”

– Ғөмүмән, һеҙ һығымталар менән йәшәгән кешеме?
– Был һорауға ниндәй мәғәнә һалаһығыҙ икән?
– Кемдер һығымталар эшләп, яңы маҡсаттар ҡуя. Икенселәр һығымта яһап тормай, әленән-әле бер үк тырмаға абына. Мин әйтмәйем, тегеһе яҡшы, быныһы яман тип, әммә һәр кем үҙенсә йәшәй. Бәндәләр төрлө булыуы менән донъя ҡыҙыҡлы. Ошо хаҡта һөйләшһәк, тигәйнем...
– Дөрөҫ, һәр кем үҙенсә йәшәй. Кеше һығымталар менән йәшәргә тейештер ул. Тормош ағышын, донъяны, башҡаларҙы аңламаһаң, йәшәүҙең мәғәнәһе буламы икән? Бөтә нәмәне үҙ яйына ҡуйып, үткән көндән фәһем алмайһың икән, тимәк, йәшәүҙең мәғәнәһе лә шул самалы. Улай ярамай. Туҡта, был эш былай бит әле, тегенеһен башҡарғанда шулайыраҡ кәрәк тигәйнеләр бит әле, тигән уйҙар кешенең башынан үтергә тейеш. Иғтибарлыраҡ булыу мөһим үткән көнөңә! Һығымталар кешегә маҡсаттар ҡуя, алға әйҙәй. Улар – анализдың нигеҙе лә. Уйһыҙ кеше – ғәмһеҙ кеше ул. Әҙәм балалары һәр саҡ уй, аҡыл менән алға барырға тейеш.
–​ Һеҙҙе бик йыш маҡтап, йылы итеп иҫкә алалар. Быға ҡарашығыҙ нисек?
–​ Беренсенән, ул маҡтауҙарҙың күбеһен үҙем ишетмәйем. Күҙгә ҡарап рәхмәт әйткәндәрҙе беләм, улар байтаҡ, әммә мин яҡшы булайым тип түгел, дөрөҫ ғәмәл башҡарам тигән ниәт менән атҡарғанмын уларҙы. Холҡомда кешене рәнйетеү тигән сифат бөтөнләй юҡ, Аллаға шөкөр. Быны үҙем дә яҡшы беләм. Шулай тәрбиәләгәндәр, ҡандан да киләлер. Кешегә ауыр һүҙ әйткәнем юҡ. Эштә әрләгән, етешһеҙлекте күрһәтергә кәрәк булған саҡтар ҙа була, әммә хеҙмәткәрҙең шәхесенә, холоҡ-фиғеленә ҡағылып һүҙ әйткәнем булманы. Ниндәйҙер тәнҡит һүҙе әйтелә икән, ул бары тик эш буйынса ғына. Йәнә лә башҡаларға: “Башһыҙ, наҙан”, – тигәнем юҡ, ә “Бына шуны табып уҡып ҡара әле, ошо мәҡәләне файҙаланһаң, яҡшы булмаҫмы?” кеүегерәк кәңәштәр аша еткерергә тырышам фекеремде.
Шөкөр, маҡтауҙан бигерәк рәхмәт һүҙҙәрен йышыраҡ ишетәм. Тәүге тапҡыр мәҙәниәт министры булғанда 1986 йылда шағир Ҡәҙим Аралбаев: “Тәлғәт Ниғмәтуллович, һеҙҙең граждандарҙы шәхси ҡабул иткәнегеҙҙе күргем килә. Бына әле Зариф Кәримов һеҙҙән сығып килә. Әй маҡтанып ҡайтып килә, мәсьәләңде хәл иттеме, тиһәм, юҡ, ул ғына уны хәл итә алмай, матур һөйләште, тип ҡыуана”, – ти. Беҙҙең сәнғәт әһелдәренә ҡайһы ваҡыт ана шулай бер йылы һүҙ етә. Уларҙы тыныс ҡына итеп тыңлау, күңелдәрен бушатҡанын аңлау кәрәк. Яҙыусы Ғәзим Шафиҡов министр сағымда миңә пьесаларын уҡырға килтерә торғайны, ул да ошо фекерҙе йыш ҡабатлай ине. Кешеләргә кешеләрсә мөнәсәбәт етмәй ҡайһы саҡта. Хәлен белеш, һораш, шул да ҡайһы саҡ күңелде үҫтереп ебәрә. Юҡҡа ғына бөйөк испан яҙыусыһы Сервантес: “Итәғәтлелек кеүек бер нәмә лә шулай осһоҙ бирелеп, ҡиммәт баһаланмай”, – тимәгән. Йәнә лә яҡшы һүҙ эшләнгән ғәмәлдәр менән нығытылырға тейеш.
Маҡтауҙың, әлбиттә, самаһы булырға тейеш. Ил башлыҡтарын үлтереп күккә сөйә башлаһалар, бик уңайһыҙлана инем. Килешмәй ҙә инде. Һуңғы эшемдән киткәндә лә маҡтай башлағайнылар, туҡтаттым. Кешенең үҙенә әйтергә була ул яҡшы һүҙ, әммә етәксене башҡалар алдында маҡтау минең күңел талаптарыма тап килмәй. Үҙем башҡаларға йылы һүҙ әйтергә әүәҫмен.
–​ Беҙҙең халыҡ бер-береһенә йылы һүҙен йәлләй төҫлө...
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тип өҫтәр инем. Маҡтау менән йылы һүҙ араһында айырма бар. Сағыштырып ҡарағыҙ әле, һиҙелеп тора. Маҡтай башлаһаҡ, шаштырыуға китә. Йылы һүҙҙә яҡты мөнәсәбәт сағыла, минеңсә.
– Халҡың, илең исеменән сит илдәрҙә сығыш яһарға, телмәр тоторға тура килгәндә, ниндәй фекер, тойғо һеҙҙе иң тәүҙә солғап ала ине?
– Бер ваҡытта ла миңә ҡарап, халҡым тураһында фекер йөрөтәләр, тигән уй ташламаны. Ул – һәр ваҡыт йөрәгемдә. Башҡортостандан ситтә генә түгел, был хис һәр даим минең менән булды. Ҡайҙа йөрөһәм дә, башҡортса һөйләшәм. Йыш ҡына ҡәрҙәш халыҡтарҙан “Башҡорт теле ҡайһылай матур икән!” тигән фекер ишетәм.
Яңыраҡ мәсеттә дини ғәмәлдәр үткәргән сарала ҡатнашырға насип булды. Шунда мулла вәғәзде татарса һөйләне лә һүҙенең аҙағында “бараң”, ”ҡайтаң” тигән һүҙҙәрҙе ысҡындырҙы. Яҡынданыраҡ барып һорашһам, Ҡоншаҡ егете икән. Аралаша торғас, уның башҡорт икәнлеге асыҡланды. Мин башҡортса һөйләшкәс, ул да туған телендә аралашты. Ә бит ҡайһы бер ғаиләләрҙә хәҙер ата-әсә телен белеп бөтмәйҙәр. Аллаға шөкөр, беҙҙең балалар ҙа, ейәндәр ҙә башҡортса яҡшы белә.
Байтаҡ ерҙәр күрелде, күп кенә кешеләр менән аралашырға тура килде. Шул саҡта ниндәйҙер ил, ер-һыу, өлкә-республика тураһында һүҙ сыҡһа, үҙ фекереңде, тоҫмалыңды әйтһәң, йыш ҡына: “Һеҙ беҙҙә булдығыҙмы әллә, ҡасан?” – тиерҙәр ине. Юҡ, булманым, тиһәм, ә ҡайҙан беләһегеҙ, тип һорайҙар. Шундай саҡта, уларҙың ихтирамын тойоп, эстән генә малайлыҡҡа барып, беҙҙең башҡорт халҡы шулай белемле ул, тип ҡыуанып ҡуя инем. Китап уҡыу төрлө мәғлүмәт бирә, ә мәғлүмәтле кеше – көслө кеше тип тә әйтәләр түгелме? Хәҙер мәғлүмәт сығанаҡтары бигерәк күп, шуға күрә башҡалар алдында халҡыңдың белемле, уҡымышлы вәкиле булырға ынтылырға кәрәк.
Беҙ ГДР-ҙың Галле округы менән дуҫ була торғайныҡ бит. Бик йыш барырға тура килде унда. Бер миңә мәҡәлә яҙырға тәҡдим иттеләр. Шул саҡ хәтеремә төштө: Мостай ағайҙан кемдер “Германияға ниндәй хистәр менән килдегеҙ?” тип һорағас: “Егерме миллион ҡәбере булған ҙур зыяраттан килгән һымаҡ тойҙом үҙемде”, – тигән. Мин дә сығышымды илем менән бәйләнем. Атайым, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, яуҙа һәләк булған яугир, яңы тыуған улының Советтар илендә бер ҡасан да етем булмаҫын белеп үлгән. Ошо хаҡта әйтергә уйланым. Шунан тағы ла бер фекер тыуҙы: атайҙар һәләк булғанда ла Маркс, Энгельс ерендә уларҙың тәғлимәте тантана итеренә ышанған, тинем. Әммә был мәҡәләне бирмәнеләр. Улар дуҫ булып йөрөһә лә, тимәк, уйҙары башҡасараҡ булған.
Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, йәнә кимәл хаҡында оноторға ярамай. Байтаҡ ил етәкселәре, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән шәхестәр менән осрашырға, яҡындан аралашырға насип итте миңә Аллаһ, илем, ҡәүемемдең ниндәй эпостар, халыҡ йырҙары ижад иткәнен белеүем миндә ғорурлыҡ, тәрән һөйөү тойғоһо менән бергә ҙур яуаплылыҡ хисен дә өҫтәне. Шундай халыҡтың вәкиле булып юғары кимәл тураһында уйланмау мөмкинме һуң?
– Һеҙ иман нигеҙҙәрен белеп үҫкәнһегеҙ. Аллаға ышанаһығыҙмы?..
– Кеше тыуғанда иманлы булып тыуа, әммә ҡайһы ваҡыт унан был күңел торошо китә. Был хаҡта “Башҡортостан”да ла уҡығайным мин. Дин тәғлимәттәре тормош ҡанундарына, хиссиәттәренә нигеҙләнгән. Бала саҡта хәтерләүемсә, әнейем бер мәл өләсәйемә әйтә: “Тәлғәткә ла өйрәтһәң ине бер нисә сүрә”, – тип. Һаңғырау өләсәйем: “Нисек өйрәтәйем һуң?” – тигәс, әнейем, һин берәй доғаны уҡы, ул яҙып алһын да ятлаһын, тине. Шунан өләсәйем миңә “кәлимәтен, таибәтен”де яҙҙырып ятлатты. Ә әнейем миңә былай тине: “Бөтә нәмәне кешегә күрһәтеп, ҡысҡырып йөрөү кәрәкмәй, балам, үҙ алдыңа әйтеп йөрөһәң, бик яҡшы булыр. Эсеңдә булһын иман!”– тине. Халыҡта һәр саҡ иман, юғары илаһи көскә ышаныу ныҡ булды. Ниндәйҙер юғары көс бар, мин уға ышанам, унһыҙ бындай донъяны алып барып та, төҙөп тә булмай.
– Ир-ат иламай, тиҙәр. Был һүҙгә ниндәй мәғәнә һалынған, һеҙҙеңсә? Һуңғы тапҡыр ҡасан иланығыҙ?
– Ир-ат иламай тигәнде мин һүҙ ныҡлыҡ хаҡында бара тип аңлайым. Ысын ир-егет, ысынлап та, юҡтан йәшен ҡоймаҫ. Күңеле йомшаҡ булыу ул илаҡлыҡ түгел. Мин үҙем шундайҙарҙан. Шиғыр уҡып та, урамда ғәрип баланы күреп тә, ниндәйҙер тәрән шатлыҡтан да күҙгә йәш тулғаны бар. Былар илаҡлыҡҡа кермәйҙер, тип уйлайым. Хатта кемдер өсөн шатлана, хәсрәтләнә, хәүефләнә белеү ирлек категорияһына инәлер тигән фекерҙәмен.
Мәҫәлән, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хаҡында йыш уйланам, күңелем тула. Бер дивизияға тупланғас, халыҡ күберәк ҡырылманымы икән, тигән һыҙланыуҙар тынғы бирмәй китә. Зәки Вәлиди ҙә яҙа бит хәтирәләрендә, һикһәнгә яҡын күтәрелеш булған, тип. Башҡорт ир-егеттәре бик күпләп баш һалған яуҙарҙа. Былар хаҡында тетрәнмәй, күңел йомшармай һөйләп тә булмай. Баш мөхәррирегеҙ Азамат Юлдашбаевтың атлы дивизия юлдары буйлап үткән сәфәре хаҡында яҙмаларын бик оҡшатып уҡыным. Ул мәсьәләне дөрөҫ ҡуя белгән.
Шуға күрә ысын ирҙәр ҙә илай ул, һылыуым!.. Бына бит әле лә әтейемде иҫкә алып, күҙгә йәш тулып ултырам...
– Балалар тәрбиәләгәндә ниндәй сифаттарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Юҡ-юҡ та баланы машинаға ултыртып йөрөтәһең бит инде. Телевидениела эшләгәндә, Әғләм ағай улым менән аралашҡанды күреп, хуплау һүҙе әйткәйне, рәхмәт уға. Сөнки бала тәртипле, итәғәтле, һәр кеше менән иҫәнләшеп, матур мөғәмәлә лә булырға кәрәклеген белеп үҫергә тейеш. Быны хатта махсус рәүештә лә эшләмәйһең, әммә тап ана шул көндәлек тормошта, практик ғәмәлдәрең аша балаға тәрбиә һеңә. Мәҙәниәт министрлығында эшләгәндә Вәкил исемле водителем бар ине. Шул егет иптәштәренә: “Тәлғәт Ниғмәтуллович улдарын: “Вставайте, сэр, вас ждут великие дела!” тип уята”, – тигән. Эйе, балаларымды дәртлән­дереп, ҡеүәтләргә, туған тел мөхитендә тәрбиәләргә тырыштым. Мин уларҙан иң тәүҙә кешеләргә ихтирам күрһәтеүҙе, ярҙамсыл булыуҙы, яҡшылыҡ эшләүҙе талап иттем. Ғаиләбеҙҙә 4 йәшлек ейәнем Урал еңгәһенең тыуған көнөндә “Урал батыр”ҙан “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ” тигән юлдарҙы яттан һөйләй икән, бәлки, был төшөнсә уға ныҡлы һеңеп, ғүмерлек юлдашы булыр? Йә булмаһа, мин балаларыма юҡ-юҡ та халҡыбыҙҙың рухи, әхлаҡи бөйөклөгөн сағылдырған “Иҙел һыуын эскән ир-арыҫлан Яман уй йөрөтмәҫ башында” тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлайым икән, тормош девизы булырлыҡ был юлдар тик яҡшыға ғына өйрәтер тигән уйҙан сығып эшләйемдер. Иғтибар итегеҙ, һәр һүҙендә ни тиклем көс, мәғәнә, ни тиклем сафлыҡ, ғорурлыҡ, ни тиклем инаныс, һөйөү ята, аңҡып тора.
Аллаға шөкөр, улдарым кешегә яҡшы мөнәсәбәттә, күп уҡыйҙар, икеһе лә музыка мәктәбен тамамланы. Күберәк улар менән әсәләре шөғөлләнде, мин эштә булдым.
– Әйткәндәй, Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы менән нисек таныштығыҙ?
– Беҙ икебеҙ ҙә Ишембай районынан. Студент саҡта бер ағаһы “һеңлем янына инеп сығайыҡ әле” тигәс, мин дә эйәрҙем. Унда ете ҡыҙ бер бүлмәлә йәшәй ине. Дәртле, шаян, оҙон сәсле ҡыҙыҡай шунда уҡ иғтибарымды йәлеп итте. Уңарсы минең йөрөгән ҡыҙым да булманы. Өс йылға яҡын дуҫлашып, бик матур аралаштыҡ. Уға заманында Мәскәү консерваторияһына юллама бирҙеләр, сөнки тауышы бик матур ине, әммә ул уҡыуын дауам итмәйенсә, миңә кейәүгә сығып, Ишембайға ҡайтты. Сәнғәт институтында вокал бүлеге асылғас, уны тамамланы, әммә филар­монияға, опера театрына эшкә саҡырғанда ла барманы. “Ғаилә булһын тиһәм, мин уҡытыу эшенә барайым”, – тине. Ул һәр саҡ мине, ғаиләне һайланы, һаҡланы. Әлбиттә, һаҡлап ҡына ултырманы, сәнғәт училищеһында уҡытты, бүлек мөдире булды. Сәнғәт институтында егерме йылға яҡын уҡыта, кафедраны етәкләй. Профессор, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Бөгөн уның студенттары ла байтаҡ: Римма Амангилдина, Фәнәүи Сәлихов, Зөлфиә Шакирова, Ришат Ғәлиханов, Рөстәм Асаев, Миңзифа Исҡужина, Филүс Ҡалмырҙин, Хәмит Теләмов, Рөстәм Сәйфетдинов, Ришат Төхвәтуллин, Искәндәр Ғәзизов, Илһам Вәлиев, Гөлнара Вәлиева... Бик күп улар.
Хәләл ефетемдән уңдым, тип иҫәпләйем. Бәлки, улай тип ҡысҡырып әйтеү килешеп тә етмәйҙер, әммә уның күңел тәрәнлеге, тотанаҡлылығы, зыялылығы мине әле лә әсир итә. Уның ҡыҙ фамилияһы – Вәлидова. Фәрзәнә Фәтҡулловнаның атаһы менән Зәки Вәлиди – ике туғандар. Ошо факт үҙе лә күп нәмә хаҡында әйтеп тора, улар заманында ҡаҡҡыланған да, һуҡҡыланған да, әммә бирешмәгәндәр. Бик иманлы ғаилә, бөтәһе лә юғары белемле, әммә кешегә үҙҙәрен әллә ни күрһәтеп бармайҙар.


“Ҡаныңда булырға тейеш ошо милләттең ғәме, сәме, һыҡрауы”

– Башҡорт матбуғатының киләсәген нисек күҙаллай икән Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының төп баҫмаһын киҫкен осорҙарҙа етәкләгән баш мөхәррир?
– Мәктәптә стена гәзите лә сығарҙым әле мин заманында (йылмая – авт.), “Һәнәк” тип атала ине ул, шуның мөхәррире булдым. Республика журналы “Һәнәк”кә баш мөхәррир булып килгәс, ошо мәктәп гәзитенең мөхәррире булыуым хаҡында ла телгә алғайным, башта аптырап киттеләр, шунан аңлап ҡалып, көлөшөп алдылар.
Тормош юлым журналистикаға ла бәйле буласағы мәктәп йылдарында уҡ билдәле булғандыр, тим. Бер мәл интернатта уҡығанда радиокомитеттан VIII кластар араһынан балаларҙы шиғыр уҡырға һайлап алдылар, “Пионер осҡоно”н алып барҙыҡ бер ҡыҙыҡай менән. Бының өсөн беҙгә хатта аҡса ла түләнеләр. Шул ағайҙарҙың үҙҙәренә бөтөнләй ят балаларҙы хәстәрләп, эш хаҡы түләүенә әле лә хайран ҡалам.
Йәш саҡта яҡындан аралашҡан Тайфур Сәғитов Башҡортостан радиоһының йәмәғәт башланғысында “Халыҡ таланттары” радиожурналын алып бара ине. Үҙе “Ленинсы”ға киткәс, уны миңә “ҡалдырып” китте. Унда ла йөкмәтелгән бурысты атҡарып сығара алдым. Күрәһең, тормош мине үҙе шулай ваҡытлы киң мәғлүмәт саралары донъяһына алдан әҙерләгән. 1980 йылда мине Башҡорт АССР-ның Телевидение һәм радио тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнеләр.
Матбуғаттың киләсәген күҙаллауы миңә бик ауыр, сөнки дәүләт сәйәсәте милли матбуғат нескәлектәрен иҫәпкә алмай тип уйлайым. Ә бит беҙ Көнбайыш та, бер телле генә ил дә түгел. Беҙҙең үҙ телебеҙ, йолаларыбыҙ, традицияларыбыҙ. Германия менән хеҙмәттәшлек иткәндә уларҙың, беҙҙең бер ҡалабыҙҙан икенсеһенә тауыҡ һикереп сыға ала, тигәне иҫтә ҡалған. Бер телле, ҡалалар яҡын урынлашҡан урындарҙа – бөтөнләй башҡа шарттар. Ә бөгөн гәзитеңде һатам тип Ҡолғонаға алып бараһыңмы? Әллә Белореттың Әүжәненә сығып китәһеңме? Был хаҡта бит алдан уйларға кәрәк. Рәсәй почтаһы, етмәһә, насар эшләй. Әлеге сәйәсәттә милли матбуғатты һаҡлауы ауыр. Икенсенән, үҙебеҙ ҙә уҡымайбыҙ бит. Халыҡ гәзит-журнал алдырмай, балалары менән туған телендә һөйләшмәй. Шунан кемде ғәйепләйбеҙ инде? Күп зыялыларҙың балалары башҡортса һөйләшмәй. Был ни хәл? Беҙҙең халыҡ ҡайһы саҡ булғандың ҡәҙерен белмәйенсә, үҙе лә нимә теләгәнен аңламайынса һорай, талап итә башлай.
– Мәҙәниәт кешелекте асылынан яҙҙырмаған өлкә, тип әйтеп буламы?
– Әле булалыр тип иҫәпләйем. Бөтәһен дә бер төрлөгә килтереп бөтмәһәк, була. Этномәҙәниәт һаҡланырға тейеш. Төрлөлөктә – матурлыҡ. Ноғман ағай Мусиндың әҫәрендә бер риүәйәт бар бит әле. Йәшеллек яратҡан бер хан бөтә ағастарҙы киҫеп, тик ылыҫлыларҙы ғына ултыртырға ҡуша. Бер аҙҙан илгә афәт килә, билдәһеҙ сирҙәр, яманлыҡтар башлана. Хандың үҙенең балаһы ла ауырый башлай һәм, риүәйәттәргә хас булғанса, бер ҡартты эҙләп табып, унан ауыр хәлдән сығыу юлын һорайҙар. Ул: “Дауалау ысулы бар, тик мине язаламаҫһыңмы һуң?” – ти. Хан һүҙен алғас, йәшереп ҡалдырған миндеген, мәтрүшкәһен, йүкә балын һәм башҡа урман байлыҡтарын алып килеп, баланы дауалаған. Шунан инде хан донъяның матурлығы күп төрлөлөктә икәнен аңлаған.
Беҙҙең халыҡ йырҙарыбыҙ, “Салауат Юлаев” арияһы бар. Хәйҙәр Бегичев бер мәл Башҡортостанда ошо әҫәрҙе башҡарҙы һәм: “Башҡорттоң йырын беҙ улар һымаҡ булдыра алмайбыҙ”, – тине. Мин уны аңлайым, сөнки йөрәгендә башҡорттоң һағышы, тетрәнеүе, һыҙланыуы юҡ. Ҡаныңда булырға тейеш ошо милләттең ғәме, сәме, һыҡрауы.
– Бөгөнгө асылығыҙ үткәндәрегеҙгә ҡарап ниндәй һорау бирер ине?
– Үкенә торғандарҙан түгелмен. Халыҡ белеп әйткән бит ул – үткәндәргә салауат, тип. Уҙғандарҙы үҙгәртеп тә, кирегә бороп та булмай, шуға күрә үкенеп йәшәмәйем. Артҡа әйләнеп, тәнҡит күҙлеге кейгән, әләмдәр күтәргән саҡтарым да бар, улар – минең кисерештәрем, үҙемдә генә йәшәй. Иң мөһиме – дөрөҫ һығымта яһай белеү. Үкенеүҙән өҫтөн тойғо менән йәшәргә кәрәк.
Һигеҙенсе класта уҡығанда әнейем саҡырыуына ҡаршы килә алмайынса, ауылыма кире ҡайттым. Интернатта уҡығандар вузға инә, уларға юлдар асыҡ тигән фекеремде ситкә ҡуйып, әнейемде тыңлап, тыуған яҡта уҡыуымды дауам иттем. Был – бер. Икенсе тапҡыр геүләтеп комсомол обкомында эшләп йөрөгәндә әнейем йәнә үҙе янына ҡайтыуымды үтенде. Уны тыңлап, Өфөнө ташлап, мәктәптә эшләргә ҡайтып киттем. Бына мин быға үкенергә тейешменме? Әллә юҡмы?
– Юҡтыр ул, был бит әсәй фати­хаһы!
– Эйе, һис кенә лә үкенмәнем. Аллаға шөкөр, әнейемә өйөн дә һалыштым, ғүмер буйы янында, аҙаҡ ул янымда булды. Туҡһанға етә яҙып, фатихаһын биреп донъя ҡуйҙы. Балаларым менән бергә барып, әтейемде лә таптыҡ. Ул Великие Луки ҡалаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Беҙгә иң тәүҙә килгән ҡағыҙҙа “ул бер ауылда күмелгән” тип яҙылғайны, Азамат улым менән үҙ юлыбыҙ менән сығып, таба алмай ҙа ҡайтҡайныҡ. Аҙаҡ уның кәләше, килен, Интернет аша бәйләнешкә инеп, беҙ әтейҙең ҡәберлеген улдарым Азамат, Салауат, ейәнем Буранбай менән бергә барып зыярат ҡылдыҡ. Баш эйҙек. Унда мәктәп музейы ла бар, урындағы халыҡ беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың зыяратын ҡарап, хәтерҙәрен һаҡлай, һәйкәлдәр аса, әле булһа мәғлүмәт туплай.
Өфөгә беҙ шул урындағы ауыл хакимиәте башлығын саҡырып, усыбыҙҙа ғына йөрөттөк. Улар бит унда бер нимәгә өмөт итмәй әллә ниндәй ҙур эштәр башҡара, хатта ниндәйҙер кимәлдә беҙҙең бурыстарҙы үҙ өҫтөнә алған. Шуға күрә шул йөрәк рәхмәтен әйтергә тип саҡырғайныҡ. Матросов та шунан алыҫ түгел генә ерҙә батырлыҡ ҡылған. Әтейемдәрҙең туғандар зыяратының бер мөйөшөндә айырым ҡәбер тора. Ҡараһам, Ғәзинур Ғәфиәтуллин ерләнгән...
– Бына һиңә! Шунда уҡмы?
– Эйе, һеҙҙең быуын уны бик белеп тә бөтмәйҙер. Советтар Союзы Геройы ул. Татарстандан Ғабдрахман Әбсәләмовтың “Ғәзинур” тигән романы була торғайны. Бына шул романдың геройының һуңғы төйәген күрергә лә насип булды миңә.
Ата-бабалар рухын ҡәҙерләп һаҡлау бурысы хәҙер Буранбайға ла йөкмәтелде. Ул бөтәһен дә үҙ күҙҙәре менән күреп, аңлап-тойоп йөрөп ҡайтты. Великие Лукила булғанда: “Бына хәҙер ҡартатайымдың өйөн килеп күрҙек, ҡайҙа икәнен белдек”, – тине.
– Халыҡты милләт иткән иң төп төшөнсә, һеҙҙеңсә, нимә?
– Зәки Вәлидиҙең “Хушлашыу хаты”н һис оноторға ярамай. Ерҙе, телде, динде һаҡларға көсөгөҙҙө сарыф итегеҙ, ти. Был хаҡта күпме ғалимдар, әҙиптәр, дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө шәхестәр әйтә килә. Шағирә Зөлфиә Ханнанованың һуңғы айҙарҙа донъя күргән “Ерем, Телем, Илем” тип яҙылған шиғырҙарын уҡып, шундай уҡ ауаздашлыҡ ишеттем. Ошо хаҡта уйланырға тейеш милләттең һәр вәкиле!
– Мөхәббәт, бәхет тигән төшөнсәләр һеҙҙең асылығыҙҙа нисек сағыла?
– Мөхәббәт тә, бәхет тә бар, тип уйлайым. Бәхетте кеше үҙе ҡоялыр. Ҡәнәғәт була белеүең, рәхмәтле була белеүең – үҙе бәхет. Тирә-яғыңа әйләнеп ҡараһаң, бәхетле итер мәлдәр етәрлек бит ул. Бына, мәҫәлән, Зәлифә ҡыҙым быйыл музыка колледжын тик “бишле”гә бөттө! Бик ҡәнәғәтмен. Ошо тойғо мине бәхетле итә. Матур яңылыҡ, шулай бит! Үҙеңде бәхет тулҡынына ҡора белеү мөһим. Мин аңлаған бәхет бына ошо!
Мөхәббәт – ул “өф” итеп тороуҙы талап иткән тойғо. Ғашиҡ булдың да бөттө, тип уйлайһың икән, был дөрөҫ түгел. Ғүмер буйы мөхәббәт гөлөн ҡәҙерләп һаҡлау ҙа кәрәк.
– Дәүләт эшмәкәре булған шәхес­тәргә күңел донъяһын тағатып асыу хасмы? Ғөмүмән, кешеләргә асылып барыу кәрәкме?
– Был һорауға аныҡ ҡына нимәлер әйтә лә алмам төҫлө. Беҙ бына әле асылып һөйләшеп ултырабыҙ, әммә бөтә кеше менән дә улай әңгәмәләшеп тә, бөтәһенә лә ошолар хаҡында һөйләп тә булмай. Дуҫтар, таныштар, яҡындар менән генә бүлешә торған һүҙҙәр була. Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә кешеләр. Кешеләр менән шатлығыңды, хәсрәтеңде уртаҡлашып йәшәүгә ни етә?!
– Һеҙҙең өсөн бөгөн иң ҡәҙерлеһе?
– Ғаиләм – бөгөн минең өсөн иң ҡәҙерлеһе. Ил тормошо менән йәшәйем, Аллаға шөкөр.
– Бәндәләргә ай ҙа, ҡояш та ярамай. Шулай ҙа кеше булып ҡалыу өсөн иң төп сифат нимә ул?
– Кеше булып ҡалыу кәрәк! Үҙ-үҙеңә хыянат итмәү мөһим.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872