Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бынан теүәл алтмыш йыл элек Мәсетле районының Ишәле ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Илһам менән Нәжибә Әхкәмовтар ғаиләһендә донъяға килә Фәниә Тахаутдинова. “Балаҡайым, булһа һинән булыр, ауылыңды бер үк ташлама”, – тип әйтеп ҡалдыра атаһы. Ошо аманатҡа тоғро ҡала Фәниә Илһам ҡыҙы. Тап ул ауылда шәжәрә байрамына башланғыс һала.

Китапхана техникумын тамамлаған белемле ҡыҙ, кейәүгә сығып бала тапҡас, ауыр эштән ҡурҡмай, тракторға ултырып, колхоз баҫыуына эшкә сыға. Төп сәбәбе – ире Рәлиф менән тәүге сабыйҙы алмаш-тилмәш ҡарау мөмкинлеге. Рәлиф ағай беренсе сменала эштән туҡтағас, уның техникаһын икенсе сменаға Фәниә апай алып сыға. “Ике-өс айлыҡ баламды трактор руле артында имеҙеп, әүрәтеп йоҡлатҡан саҡтар ҙа булды”, – тип иҫкә ала ул. Биш йыл ғүмер шулай үтә. Был хеҙмәте менән республикала беренсе урынды яулап, “Йәш ленинсы” премияһына лайыҡ була, Т-150 тракторы менән бүләкләнә. Алдынғыға бирелгән был бүләк оҙаҡ йылдар колхоз баҫыуҙарын иңләй.
Үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп өлгөргән намыҫлы йәш ҡатынды яңы ойошторолған ауыл Советына эшкә алалар. “Баҫыуҙан уҡ эш кейемемдә райкомға алып киттеләр ҙә ошо вазифаны тапшырҙылар”, – ти ул. Ауыл Советындағы закондарға бәйле был эш Фәниә апайҙы Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға алып килә.
Бер-бер артлы дүрт ул тәрбиәләп үҫтерә Тахаутдиновтар. Уларҙың ба­ры­һына ла төплө белем бирәләр. Ҡорғат ауылында ныҡлы донъя ҡора улар, әммә 2000 йылдарҙа заман елдәре Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһына алып килә. Ғаилә башлығы тыумышы менән ошо ҡала­нан булғанға һайлана был төбәк. Фәниә апай Биләнбай руднигының Новотрубный заводында юридик мәсьәләләрҙе хәл итеүсе белгес булып эшләп ала.
2008 йылда оло ғаилә, ҡорға йыйылып, нисектер үҙ эшеңде башлау кәрәк­леге тураһында кәңәшләшә башлай. Улдары: “Нимә уйлап табырға һуң беҙгә?” – тип баш ватҡанда, әсәләре: “Мин икмәк бешерә беләм”, – тип яуаплай.
Шул мәлдән донъя тәгәрмәсе икенсе йүнәлештә йүгерә башлай. Ғаилә кескәй генә бер бинала икмәк бешереп һата. Тора-бара үҙ тауарын өлкә хакимиәте алдында күрһәтеп, матур итеп яҡлап, башланғыс эшҡыуарлыҡ өсөн дәүләттән 600 мең һумлыҡ субсидия алыуға өлгәшә. Был эште киңәйтеү мөмкинлеген бирә: яңы ҡоролмалар алына, мини-пекарня төҙөлә. “Был минең кескәйҙән күңелемде яҡтыртҡан иң изге хыялым ине”, – ти Фәниә апай. Әле көнөнә дүрт мең икмәк һатыуға сығарыла, халыҡ бик ярата, етмәй ҙә ҡала, өлгөрөрәктәре бешереү цехынан уҡ килеп ала.
Ә уңыштың сере ябай – икмәккә хөрмәт менән ҡарау. “Иң изгеләрҙән- изге – әпәй, тип тәрбиәләндек беҙ бала саҡтан. Икмәктең етмәй ҡалыуы ла шунан ғибәрәт: халҡыбыҙ йолаларына таянып, һан өсөн түгел, сифат өсөн эшләү – төп маҡсат, сөнки беҙ бешергән икмәкте “башҡорт әпәйе” тип нарыҡлап өлгөргәндәр”, – ти эшҡыуар.
Йондоҙло сәғәте менән маһайып, тик үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып ятыусыларҙан да түгел улар. Мөмкинлектәре булған һайын йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашалар. Мәҫәлән, башҡорт рухлы ғаилә Биләнбайҙың 280 йыллыҡ юбилейына арналған тантанаға күптәрҙе таң ҡалдырған бай программа әҙерләп алып бара. Тыуған яғы ла ярҙам итә был изге эштә. Ҡорғат­тан тирмә белешәләр, Теләштән милли кейем, ә театрлаштырылған тамашала Ишәленән Ғәлимовтар ғаиләһе урталыҡта була: Ирек Мәғәрүф улы Белембай ролендә атта елә, Резеда Сәрүәр ҡыҙы ҡумыҙҙа өҙҙөрә, ҡыҙҙары Алтынай йыр-бейеүе менән тамашасыны хайран ҡалдыра.
Фәниә апай айырыуса тыуған ауылым тип янып-көйә. Атайым аманаты – ауылды ташламау, уның киләсәген ҡайғыртыу, ти ул. Шуға ла атай нигеҙен матурлап тергеҙә, йыш ҡына ошо йортҡа ҡайта.
Атаһы рухын ҡәҙерләп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә стела ҡуйҙырыу эшен башлай, ауылдаштары ла әүҙем ҡушыла. Зыяратты таҙартыу эшен дә тағы ла киңерәк йәнләндереп ебәрә ишәлеләр.
Ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған “Ишәлем, Һоям – тыуған оям” байрамын ойоштороусы ла – тап Фәниә апай. Ошо уңайҙан ҙур әҙерлек эштәре алып барылды: урам-ихаталар тәртипкә килтерелде, тирә-яҡ ағаслыҡтар таҙартылды, ауыл клубы менән фельдшерлыҡ пункты яңы һулыш алды – бинаны сайдинг менән көпләп, ҡыйығын профнастил менән ябып, тирә-яғын тимер рәшәткә менән уратты, эске биҙәлешен дә онотманы. Был эштәрҙең барыһын да үҙ аҡсаһына башҡарҙы ул.
Бынан тыш, ауыл тарихы, уның уңған халҡы тураһында бай мәғлүмәт тупланды, видеояҙмалар, күргәҙмәләр әҙерләнде, айырым китап донъя күрҙе. Уны төҙөүгә бар ауыл халҡы йәлеп ителде: берәүҙәре хәтер һан­ығын аса һалды, икенселәре фотоһүрәттәр йыйнаны, өсөнсөләре ғаилә архивын тәҡдим итте. “Ҡайһы берәүҙәр йортонда, тиҫтә йылдар үтеүгә ҡара­маҫтан, ҡәҙерләп һаҡланған гәзит, хат биттәрен күреү шатлыҡлы. Тимәк, халыҡта үҙ тарихына, яҡындары, туғандарына хөрмәт, һоҡланыу тойғоһо көслө. Ә бит был ынйыларҙы бергә туплап, бер баҫма итеп баҫтырыу – үҙе үк балаларыбыҙға бер аманат, ауылдың матур киләсәгенә тағы ла бер яҡты аҙым”, – ти был оло эште башҡарып сығырға йөрьәт иткән Фәниә Илһам ҡыҙы.




Автор: Гөлнара ХАТМУЛЛИНА. Район: Мәсетле районы. Теләш ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә