Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәтенә лә, ғаиләһенә лә тоғро
Хеҙмәтенә лә, ғаиләһенә лә тоғро Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына булып күренһә лә, автобус водителдәренән ҙур иғтибар талап итә: улар кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплы. Рулдә йөрөп ҙур тәжрибә туплаған, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған водителдәр бихисап. Шуларҙың береһе Камил Төхвәтуллин үҙенең 23 йыл ғүмерен ошо һөнәргә бағышлаған.


Камил Төхвәтуллин бәләкәй сағынан машина йөрөтөргә хыяллана. Ишембай райо­нының Биксән ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Рәсәй ДОСААФ-ының Салауат автомәктәбендә уҡып сыға. 1991 йылда армия сафына алына. Башта Украинала күнекмәләрҙә була, аҙаҡ Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә.
Бында ла ул водитель булып хеҙмәт итә. Һалдат һурпаһын эсеп ҡайтҡан егет көҙ Салауат автотранспорт предприятиеһына слесарь итеп эшкә алына. Күп тә үтмәй, үҙе яратҡан шофер һөнәренә күсә.
Камил Фәрит улы ҡала эсендә һәм Ишембай – Салауат маршруты буйынса пассажир­ҙар ташыуға 17 йыл ғүмерен бирә. Талапсан, үҙ эшен еренә еткереп башҡарған белгесте коллективта хөрмәт итәләр. Ҡала хакимиә­тенең, предприятиеның бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. “Башавтотранс” предприятиеһы водителдәре араһында республикала һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ул бер төркөм иптәштәре менән 2-се урынға сыға. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн РФ Транспорт министрлығының “Аварияһыҙ эше өсөн” күкрәк билдәһе менән наградлана.
Ете йыл элек беренсе класлы водителде “Өфөгидромаш” йәмғиәтенә эшкә саҡыралар. Камил Төхвәтуллин бер аҙ уйлағандан һуң ризалығын белдерә. Әле ул Ишембайҙан Салауат ҡалаһы заводына эшселәрҙе йөрөтә.
– Рулдә өҙлөкһөҙ ултырыуыма егерме өс йыл үтеп тә киткән. Эшем бик оҡшай, юғиһә бында тир түкмәҫ тә инем. Әле мин йөрөткән автобус Башҡортостанда берәү генә. Ул тулыһынса автоматлаштырылған. Предприятие етәкселеге ҡушыуы буйынса заманса транспортты Мәскәүҙән үҙемә барып алып ҡайтырға тура килде. Пассажирҙарҙың рәхмәт һүҙҙәре лә яҡшы хеҙмәт алып барыуға булышлыҡ итә. Бындай автобусты йөрөтөү үҙе бер дан тип уйлайым. Әлбиттә, йәмғиәт етәкселегенә һәм коллективыма бик ҙур рәхмәтемде әйткем килә, – ти Камил Фәрит улы.
Камил Төхвәтуллин эштә генә уңған хеҙмәткәр булып ҡалмай, ғаиләлә лә тоғро тормош иптәше, хәстәрлекле атай. Ҡатыны Гүзәл балалар дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Игеҙәк улдары Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалында белем ала.



Автор: Гөлнара ЙӘМИЛЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә