Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына булып күренһә лә, автобус водителдәренән ҙур иғтибар талап итә: улар кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплы. Рулдә йөрөп ҙур тәжрибә туплаған, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған водителдәр бихисап. Шуларҙың береһе Камил Төхвәтуллин үҙенең 23 йыл ғүмерен ошо һөнәргә бағышлаған.
Камил Төхвәтуллин бәләкәй сағынан машина йөрөтөргә хыяллана. Ишембай районының Биксән ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Рәсәй ДОСААФ-ының Салауат автомәктәбендә уҡып сыға. 1991 йылда армия сафына алына. Башта Украинала күнекмәләрҙә була, аҙаҡ Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә.
Бында ла ул водитель булып хеҙмәт итә. Һалдат һурпаһын эсеп ҡайтҡан егет көҙ Салауат автотранспорт предприятиеһына слесарь итеп эшкә алына. Күп тә үтмәй, үҙе яратҡан шофер һөнәренә күсә.
Камил Фәрит улы ҡала эсендә һәм Ишембай – Салауат маршруты буйынса пассажирҙар ташыуға 17 йыл ғүмерен бирә. Талапсан, үҙ эшен еренә еткереп башҡарған белгесте коллективта хөрмәт итәләр. Ҡала хакимиәтенең, предприятиеның бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. “Башавтотранс” предприятиеһы водителдәре араһында республикала һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ул бер төркөм иптәштәре менән 2-се урынға сыға. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн РФ Транспорт министрлығының “Аварияһыҙ эше өсөн” күкрәк билдәһе менән наградлана.
Ете йыл элек беренсе класлы водителде “Өфөгидромаш” йәмғиәтенә эшкә саҡыралар. Камил Төхвәтуллин бер аҙ уйлағандан һуң ризалығын белдерә. Әле ул Ишембайҙан Салауат ҡалаһы заводына эшселәрҙе йөрөтә.
– Рулдә өҙлөкһөҙ ултырыуыма егерме өс йыл үтеп тә киткән. Эшем бик оҡшай, юғиһә бында тир түкмәҫ тә инем. Әле мин йөрөткән автобус Башҡортостанда берәү генә. Ул тулыһынса автоматлаштырылған. Предприятие етәкселеге ҡушыуы буйынса заманса транспортты Мәскәүҙән үҙемә барып алып ҡайтырға тура килде. Пассажирҙарҙың рәхмәт һүҙҙәре лә яҡшы хеҙмәт алып барыуға булышлыҡ итә. Бындай автобусты йөрөтөү үҙе бер дан тип уйлайым. Әлбиттә, йәмғиәт етәкселегенә һәм коллективыма бик ҙур рәхмәтемде әйткем килә, – ти Камил Фәрит улы.
Камил Төхвәтуллин эштә генә уңған хеҙмәткәр булып ҡалмай, ғаиләлә лә тоғро тормош иптәше, хәстәрлекле атай. Ҡатыны Гүзәл балалар дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Игеҙәк улдары Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалында белем ала.