Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайһы ял урынынан кәм?!
Ҡайһы ял урынынан кәм?! Талҡаҫ күле (Баймаҡ), Шүлгәнташ мәмерйәһе (Бөрйән районы), Асылыкүл (Дәүләкән), Зәңгәр күл (Ҡырмыҫҡалы), йәнә Архангел, Әбйәлил, Ейәнсура һәм башҡа бер нисә райондағы ожмах мөйөштәре республикабыҙҙа бихисап. Баҡтиһәң, туризм тәңгәлендә Башҡортостан бер ҙә артта ҡалмаған, кем әйтмешләй, туҡтаған һайын мөғжизәле урын. Шулай икән, әйҙәгеҙ, ситкә китеп ял итмәйек, ә Башҡортостанды һайлайыҡ. Йыраҡ йөрөйһө түгел, Күгәрсен районындағы “Мораҙым” тарлауығы ҡайһы ял урынынан кәм!


“Мораҙым”ға барыу өсөн Ибраһим, Һатлыҡ, Мораҙым (рәсми исеме – 3-сө Юлдыбай) ауылдары һәм Яңы Хвалын утары аша үтергә кәрәк.
Оло Эйек йылғаһының башын уҡ булмаһа ла, өҫкө ағымын күҙәткегеҙ киләме? Ейәнсура районындағы һәм Ырымбур өлкәһендәге ише, ярҙарына һыймай аҡмай-ағыуын, таҙалығы менән иғтибарҙы тарта. Һыу үңәскә етһә лә, аяҡ­тың бармаҡтары лупа менән ҡара­ғандай бик асыҡ күренә, тәнде ҡытыҡлаған әрһеҙ балыҡтарҙы ла тик ошонда ғына осратырһығыҙ. Һауаһы саф, иртән һанду­ғастар һайрауына уяныуҙы бер нимә менән дә алмаштырмаҫ инем. “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән ағас-үҫемлектәр, балыҡтар, ҡош-ҡорт, йәнлектәр күп кенә.
Минеңсә, тәбиғәт ҡуйынына сыҡҡанһың икән, һәр төрлө уңайлыҡтан алыҫыраҡ йөрөргә тырышырға тейешһең. Тирләп-бешеп үҙең утын яр, шырпы һыҙып туҙ ярҙамында усаҡ яҡ, йылғанан күнәк менән һыу ташып эс, сиҙәм ерҙе йомшаҡ кара­уатҡа алмаштыр һәм башҡалар – шул булыр матур ялың. Ҡыҫҡаһы, йәйҙең өйө күп, тәбиғәттең күңеле киң. Ысынында ҡайһы берәүҙәр нәҡ шулай итә лә. Бөтәһе лә сағыштырыуҙа асыҡ сағыла. Билә­мәләге “Урман әкиәте”ндә туҡталмаған­дарҙы Оло Эйек буйы ҡолас йәйеп ҡаршы алып тора. Нисек тиһегеҙме? Палатка­ларҙа төнәү өсөн урындар махсус бил­дәләнгән, тамаҡ бешерергә мөмкин, әлбиттә, тәртип бул­һын өсөн бәҙрәф тә эшләнгән. Шундай 100-гә яҡын урынды һананыҡ. Әҙме-күпме икәнен үҙегеҙ әйтерһегеҙ. Цивилизациянан ҡырағай тәбиғәткә ни бары бер аҙым!
Тарлауыҡта бөтәһе 46 мәмерйә иҫәп­ләнә. Күгәрсен, Балалар, Лабиринт, Боҙ, Һаҡсы, Шар, Сабый, Салауат, Сәс һәм баш­ҡалар – шуға асыҡ миҫал. Эшкә ял­ланған студенттар иһә Яңы Мораҙым ти­гә­ненә генә экскурсия ойоштора, бүтән­дәрҙе тәүәккәлдәр үҙ белдеге менән яулай.
Туризмға юғарыраҡтан ҡарарға ине. Юғиһә беҙ йылға-күл буйына, тау башына барып ҡайтыу менән генә сикләнәбеҙ. Был да һәйбәт. Ләкин уны тарих менән бәйләргә мөмкин дә инде, йәки фәнни күҙлектән ҡарау зарур. Ысынлап та, Мораҙым мәмерйәләренең ҡайһы берҙәре Шүлгәнташ мәмерйәһенән һис тә ҡалыш­май, тиҙәр. Өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле.
Туристарҙы тәү сиратта серле мәмер­йәнең ҡыҙыҡтырыуы бәхәсһеҙ. Бынан тыш, йылғала балыҡ ҡармаҡлайҙар, һыу инәләр, тауға менәләр. Өҫкә ҡарағанда кәпәс төшөп китерлек бейек ҡаялар үҙенә тарта. Йыл да бында спелеологтарҙың чемпионаты ойошторола икән.
Тәбиғәттең мөғжизәһеме был, ике тау араһынан атлаған һайын ул һине төпкә әйҙәй, уның һайын серле тойола бара, үҙенә ылыҡтыра. Бына-бына бейек тауҙар һиңә ишелер һымаҡ. Юҡтыр, ҡурҡыныс түгел, сөнки нәҡ ошо тауҙар әҙәм балаһын ҡалҡандай һаҡлап тора.


Автор: А. ИЛДАРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә