Талҡаҫ күле (Баймаҡ), Шүлгәнташ мәмерйәһе (Бөрйән районы), Асылыкүл (Дәүләкән), Зәңгәр күл (Ҡырмыҫҡалы), йәнә Архангел, Әбйәлил, Ейәнсура һәм башҡа бер нисә райондағы ожмах мөйөштәре республикабыҙҙа бихисап. Баҡтиһәң, туризм тәңгәлендә Башҡортостан бер ҙә артта ҡалмаған, кем әйтмешләй, туҡтаған һайын мөғжизәле урын. Шулай икән, әйҙәгеҙ, ситкә китеп ял итмәйек, ә Башҡортостанды һайлайыҡ. Йыраҡ йөрөйһө түгел, Күгәрсен районындағы “Мораҙым” тарлауығы ҡайһы ял урынынан кәм!
“Мораҙым”ға барыу өсөн Ибраһим, Һатлыҡ, Мораҙым (рәсми исеме – 3-сө Юлдыбай) ауылдары һәм Яңы Хвалын утары аша үтергә кәрәк.
Оло Эйек йылғаһының башын уҡ булмаһа ла, өҫкө ағымын күҙәткегеҙ киләме? Ейәнсура районындағы һәм Ырымбур өлкәһендәге ише, ярҙарына һыймай аҡмай-ағыуын, таҙалығы менән иғтибарҙы тарта. Һыу үңәскә етһә лә, аяҡтың бармаҡтары лупа менән ҡарағандай бик асыҡ күренә, тәнде ҡытыҡлаған әрһеҙ балыҡтарҙы ла тик ошонда ғына осратырһығыҙ. Һауаһы саф, иртән һандуғастар һайрауына уяныуҙы бер нимә менән дә алмаштырмаҫ инем. “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән ағас-үҫемлектәр, балыҡтар, ҡош-ҡорт, йәнлектәр күп кенә.
Минеңсә, тәбиғәт ҡуйынына сыҡҡанһың икән, һәр төрлө уңайлыҡтан алыҫыраҡ йөрөргә тырышырға тейешһең. Тирләп-бешеп үҙең утын яр, шырпы һыҙып туҙ ярҙамында усаҡ яҡ, йылғанан күнәк менән һыу ташып эс, сиҙәм ерҙе йомшаҡ карауатҡа алмаштыр һәм башҡалар – шул булыр матур ялың. Ҡыҫҡаһы, йәйҙең өйө күп, тәбиғәттең күңеле киң. Ысынында ҡайһы берәүҙәр нәҡ шулай итә лә. Бөтәһе лә сағыштырыуҙа асыҡ сағыла. Биләмәләге “Урман әкиәте”ндә туҡталмағандарҙы Оло Эйек буйы ҡолас йәйеп ҡаршы алып тора. Нисек тиһегеҙме? Палаткаларҙа төнәү өсөн урындар махсус билдәләнгән, тамаҡ бешерергә мөмкин, әлбиттә, тәртип булһын өсөн бәҙрәф тә эшләнгән. Шундай 100-гә яҡын урынды һананыҡ. Әҙме-күпме икәнен үҙегеҙ әйтерһегеҙ. Цивилизациянан ҡырағай тәбиғәткә ни бары бер аҙым!
Тарлауыҡта бөтәһе 46 мәмерйә иҫәпләнә. Күгәрсен, Балалар, Лабиринт, Боҙ, Һаҡсы, Шар, Сабый, Салауат, Сәс һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Эшкә ялланған студенттар иһә Яңы Мораҙым тигәненә генә экскурсия ойоштора, бүтәндәрҙе тәүәккәлдәр үҙ белдеге менән яулай.
Туризмға юғарыраҡтан ҡарарға ине. Юғиһә беҙ йылға-күл буйына, тау башына барып ҡайтыу менән генә сикләнәбеҙ. Был да һәйбәт. Ләкин уны тарих менән бәйләргә мөмкин дә инде, йәки фәнни күҙлектән ҡарау зарур. Ысынлап та, Мораҙым мәмерйәләренең ҡайһы берҙәре Шүлгәнташ мәмерйәһенән һис тә ҡалышмай, тиҙәр. Өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле.
Туристарҙы тәү сиратта серле мәмерйәнең ҡыҙыҡтырыуы бәхәсһеҙ. Бынан тыш, йылғала балыҡ ҡармаҡлайҙар, һыу инәләр, тауға менәләр. Өҫкә ҡарағанда кәпәс төшөп китерлек бейек ҡаялар үҙенә тарта. Йыл да бында спелеологтарҙың чемпионаты ойошторола икән.
Тәбиғәттең мөғжизәһеме был, ике тау араһынан атлаған һайын ул һине төпкә әйҙәй, уның һайын серле тойола бара, үҙенә ылыҡтыра. Бына-бына бейек тауҙар һиңә ишелер һымаҡ. Юҡтыр, ҡурҡыныс түгел, сөнки нәҡ ошо тауҙар әҙәм балаһын ҡалҡандай һаҡлап тора.