Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Егән буйҡайҙары ҡыҙыл тал…
Егән буйҡайҙары ҡыҙыл тал… Һулаған һауабыҙ сафмы? Эскән һыуыбыҙ таҙамы? Йәшәгән мөхитебеҙ күркәмме? Иң ҙур иғтибар ошоларға бирелергә тейеш, минеңсә. Экология мәсьәләһе, әлбиттә, киңерәк күҙ алдына баҫа. Форсаттан файҙаланып, ҡайһы бер фекерҙәрем менән уртаҡлашырға уйлайым.


Беҙҙең Ғафури районындағы Яңғыҙ­ҡайын ауылы янынан көмөштәй саф һыулы Егән йылғаһы аға. Ул үҙенең сафлығы менән генә түгел, ә балығының күплеге менән дә дан тота ине. Бынан 40 йыл самаһы элек бында балыҡ тотоу буйынса махсус бригада эшләне. Ҡалаларҙа фәнни-техник прогресс алға китеү, колхоздарҙа төрлө ашлама һәм ағыуҙарҙы күпләп ҡуллана башлау арҡаһында йылғала балыҡ һиҙелерлек кәмене, уның ҡарауы, браконьерҙар күбәйҙе. Районыбыҙҙа йылға-күлдәрҙәге балыҡтарҙы һаҡлау буйынса ниндәйҙер ойошма бар, тиҙәр. Тик ул белгестәр беҙҙең яҡтарҙа бер ҡасан да булғаны юҡ шикелле. Һәр хәлдә, Егән буйында йәшәп, уларҙы бер ҡасан да күрмәнем. Контроль аҡһауҙан файҙаланып, браконьерҙар шашынды. Ау, йылым, мурҙа, ҡармаҡ кеүек нәмәләр ғәҙәти ҡоралға әйләнде. Әммә һуңғы ике-өс йылда уларға ла балыҡ бик аҙ эләгә башланы.
Мин – һәүәҫкәр балыҡсы. Үҙем өсөн ҡармаҡ тотоп, йылға буйында йөрөүҙән дә күңеллерәк ял, хозурлыҡ тапҡаным юҡ әлегә. Балыҡты күп тотоу төп маҡсат түгел. Таллыҡтар араһына йәки текә яр аҫтына ҡармаҡ һалғанда үҙемде тәбиғәт балаһы, уның айырылмаҫ бер өлөшө кеүек хис итәм, был ваҡытта һәр төрлө тормош мәшәҡәттәре мине ташлап, тәбиғәт һәм балыҡтар донъяһы бөтөн уй-хыялымды биләп ала.
Үҙем кеүек ҡармаҡсыларға, билдәле, көндәшем итеп ҡарайым. Шулай ҙа уларҙы күреүҙән кәйефем ҡырылмай. Ләкин йылым менән балыҡ һөҙгән йәки йылғаға ау һалған бәндәләрҙе осратһам, сикһеҙ нәфрәтләнәм, ялым ял булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай мөртәттәр Яңғыҙҡайын ауылында ла осрай.
Рәсәйҙең тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҡануниәтендә ау, йылым кеүек әйберҙәр менән балыҡ тотоу ҡәтғи тыйыла. Енәйәт ҡылған ваҡытында тотолған браконьер­ҙың ҡоралы тартып алынырға, үҙенә ҙур ғына суммала штраф һалынырға тейеш. Беҙҙең яҡта ошо закон эшләмәй. Дөрө­ҫөрәге, закон менән эш итергә тейешле кешеләр үҙ бурыстарын онота, күрәһең. Бәлки, кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе боҙоуҙан ҡурҡаларҙыр. “Йылғала балыҡ бөтмәҫ әле”, – тип вайымһыҙ йәшәү – уңайлы позиция, тик ул, асылда, халыҡҡа һәм илгә ҡаршы алып барылған сәйәсәттең бер өлөшө. Бына шундай битарафтар арҡаһында тәбиғәтебеҙ әкренләп ярлылана. Егәндә “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән эт балығы (голец) ғына түгел, элек көтөү-көтөү йөрөгән бурыс балығы ла бөтөп бара. Йомро сабаҡ, ҡыҙыл күҙ (сабаҡ), ҡушбаш менән дә шул уҡ хәл булмаҡсы. Бер ниндәй ҙә шигем юҡ: быға браконьерҙар ғына түгел, ә ябай ҡармаҡсылар ҙа ғәйепле, сөнки һәр кем, ризыҡ һибеп, балыҡтарҙы бер тирәгә туп­лай ҙа уларҙы һуңғыһына ҡәҙәр ҡаптырып бөтөрә. Көҙгә табан Егәндә балыҡ ҡалмай, тиерлек.
10 – 15 йыл элек яҙ мәлендә Егәнгә Ағиҙелдән күп балыҡ кереп ҡала ине. Хәҙер иһә бик аҙ. Әллә Ағиҙелдә лә балыҡ бөтәме икән?.. Шулайҙыр, ахы­рыһы. Производство һәм көнкүреш һыуҙары ағып төшөү сәбәпле һыуҙарыбыҙ ныҡ бысрана. Йылғалар, күлдәр генә түгел, әрәмәләр, урмандар, еләкле яландар ҙа яраҡһыҙға әйләнә. Бөйөк Ватан һуғышына ҡәҙәр ҙә мал һаны әлегенән кәм булмағандыр. Шулай ҙа ата-баба­ларыбыҙ әрәмәлектәрҙе, урмандарҙы, еләкле яландарҙы көтөүҙән тапатмаған, йылғаларҙы әлеге кеүек теләһә кемгә тар-мар итергә ирек ҡуймаған. Ғәҙәттә, тәбиғәттең һәләкәтендә беҙ фәнни-техник прогресҡа һылтанырға яратабыҙ. Һис шикһеҙ, уның да өлөшө бар, ләкин үҙебеҙ ҙә ғәйепле бит. Әйтәйек, ауға, йылымға балыҡ бик шәп эләгә, ә ҡармаҡҡа бигүк ҡабып бармай торған бурыс балығының һәләкәте шул хаҡта һөйләмәйме ни? Шул уҡ урманда имәндәр, ҡарамалар, сағандар ҡорой башланы. Һаҡсыл ҡарашта булайыҡ тәбиғәтебеҙгә.
Әле лә хәтеремдә: 60-сы йылдарҙа Ленин исемендәге колхоздың беренсе бригадаһында, Үлегән күле буйында, һыйыр аҙбарҙары төҙөй башланылар. Шул саҡта бер төркөм колхозсылар менән колхоз рәйесе араһында шундайыраҡ һөйләшеүҙе ишеттем.
– Ферма төҙөлөүен-төҙөлә лә, ә бында аҫраласаҡ малдарҙы ҡайҙа көтөрҙәр һуң?
Рәйес уйлап та тормай:
– Үрге тирмән, Яр кисеү, Ерек мороно яландарында инде, – тине.
– Бәй, ул ерҙәрҙә ауыл малдары йөрөй бит.
– Улар Егән аръяғына ҡыуыласаҡ…
Рәйес әйткәнсә килеп сыҡты ла. Ауыл халҡының йөҙәр йылдар буйы малдарын йөрөткән көтөүлектәре бер кем менән һөйләшеп, хатта килешеп тә тормаҫтан, тартып алынды. Шулай итеп, малдар Егән аръяғына, оло урманға ҡыуылды. Был эштең законға ҡаршы булыуын райкомдағылар, әлбиттә, белә ине. Ләкин чиновниктар үҙҙәренә кәрәк саҡта, ит, һөт, май пландарын арттырып үтәү иҫәбенә, законды аяҡ аҫтына һалып тапарға ла күп һораманы.
Эйе, һыйыр малы егерме йылдан ашыу урманды тапаны. Ағастарҙың ҡороуында бының да касафаты барҙыр, тип уйлайым.
Йәнә мине бер мәсьәлә борсой. Элек Егән буйы таллыҡтарына һәм әрәмәлә­ренә мал индерелмәне. Бер осор, бынан утыҙ йыл самаһы элек ҡоролоҡ булып, көтөүлектәрҙә үлән бик наҡыҫланды. Һыйырҙарҙың һөтө кәмене. Был хәлде күреп, рәйес көтөүселәргә: “Быйылға малды Егән буйы әрәмәләрендә йөрөтөгөҙ”, – тип бойорҙо...
Аблай төбәгендә йөҙҙәрсә йыл буйы формалашҡан үҙенсәлекле флора һәм фауна бик һоҡланғыс ине. Егән буйы туғайлыҡтарында ҡыҙыл талдар ҙа бар ине. Бер йыл күршебеҙ Барый бабай шуларҙан кәрзин үрҙе. Хәҙер ҡыҙыл талдарҙы көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә табып булмай. Ябай талдар ҙа бөтә яҙҙы. Грунт һыуҙарын иң күп һаҡлаусы өйәнкеләр ҙә юҡ тиерлек.
Үткән быуатта коммунист иптәштәр тәбиғәтте һаҡлау тураһында матур һүҙ­ҙәрҙе аҙ һөйләмәне, күркәм закондар ҙа етерлек ҡабул ителде. Ләкин һүҙҙәр – һүҙ, ҡағыҙҙа яҙылғаны ҡағыҙҙа килеш ҡалды. Ә шул уҡ ваҡытта һыуҙарыбыҙ, айырыуса Ағиҙел йылғаһы ҡот осҡос бысранды, һайыҡты, 70-се йылдарҙа, минең күҙ алдында, Егән йылғаһы ла өстән ике өлөшкә кәмене. Балыҡтар тураһында әйтеп тә тормайым…
Яңы заман килде, мөнбәргә яңы етәк­селәр күтәрелде. Уларҙың тәбиғәтебеҙгә мөнәсәбәте уңайлыраҡ кеүек. Үлегән буйындағы һыйыр фермаһы емерелде. Ауыл малдары үҙенең элекке көтөүлегенә ҡайтарылды. Егән буйында, кешеләр һыу ингән, ял иткән урында тәртип урынлаштырылды…
Әммә быйыл, бигерәк тә Экология йылында, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау эшенә ҡыйыуыраҡ тотонорға ине. Элек көтөү йөрөгән Егән буйҙарында бөгөн ауыл малы йөрөй. Аблай төбәгендәге шәп әрәмәлектән бер нимә лә ҡалманы, тиерлек. Ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағаттар, бөрлөгәндәр, гөлйемештәр һәм башҡалар юҡҡа сыҡты. Эре-яры ағас йораттары әле лә бар, тик уны Америка сағаны баҫып килә. Колорадо ҡуңыҙы кеүек, был ағас та үтә тиҙ таралыусан һәм үҙ тирәһендә бер нәмәгә лә үҫергә ирек бирмәй.
Үрге тирмән үренән алып Яркиҫеүгә, Тамъян төбәгенә ҡәҙәр дауам иткән болонлоҡ малдар тарафынан бик тә яраланған. Йылға, күл буйҙарында мал көтөргә ярамауы һәр кемгә билдәлелер. Был хаҡта бөгөндән сара күрмәһәк, Егәнебеҙ буйҙары ҡола яланға әйләнеп, йылғабыҙҙың инеш хәленә ҡалыуы ла оҙаҡ көттөрмәҫ.
Әлбиттә, Егән өсөн бер Яңғыҙҡайын ауылы ғына түгел, йылға буйында урынлашҡан бөтә ауылдар ҙа – Мораҡ, Ҡарлы, Туғай, Мүскә, Ғүмәр һәм башҡалар ҙа яуаплы.
Хәҙер билдәлелек, демократия заманы. Тәбиғәтебеҙҙең күркәмлеген һаҡлауҙы етәкселәрҙән ҡыйыу талап итергә тейеш­беҙҙер. Әлеге осорҙа шунан да дөрөҫөрәк юл юҡ һымаҡ.

Рәшит САБИТ, яҙыусы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр

Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр 04.07.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Краснокама районы күгендә БПЛА осоп йөрөгән....

Тотош уҡырға 26

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте 04.07.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 23

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан 04.07.2025 // Йәмғиәт

Уға лотереяла уңыш йылмайған....

Тотош уҡырға 28

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе 04.07.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә түләүле хеҙмәттәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла

Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла 03.07.2025 // Йәмғиәт

Ике аҙна һайын медицина округтарының үҙәк дауаханалары һәм республика дауаханалары табиптары тура...

Тотош уҡырға 34

Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 27

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 68

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 30

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 32