Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баҫманың йөкмәткеһен байытыуҙа ҡатнашығыҙ
Хаттар... Редакцияға өҙлөкһөҙ килә улар. Берәүҙәр матур эштәре менән тирә-йүнде йәмләп йәшәүселәр хаҡында яҙа, икенселәр үҙҙәрен, халыҡты борсоған проблемаларҙы бәйән итә.
Мәҫәлән, Ишембай районының Ғүмәр ауылынан Миңлеғәле Ғайсин тыуған ауылы янындағы Бүжә тауының яҙмышы хаҡында борсолоп яҙғайны. Уның һорауына гәзитебеҙҙә Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының Ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыу буйынса Федераль агентлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Рәсих Хәмитов үҙенең төплө яуабын бирҙе.
Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан Розалиә Ҡасҡынбаева киләһе ярты йыллыҡҡа баҫмаға яҙылыуы хаҡында хәбәр итә. “Гәзиттең эстәлеге, йөкмәткеһе байығандан-байый, эскелеккә ҡаршы ҡаты закондар сығыуы ҡыуандыра, тик ауылдарҙа көмөшкәселәрҙең кәмемәүе хәүефкә һала”, тип яҙа ул.
Иҡтисад фәндәре кандидаты Гөлнара Яҡшыбаева, Самат Ғәлиуллин, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Мәхмүт Хужиндың донъяла, илебеҙҙә барған ваҡиғалар, социаль-иҡтисади мәсьәләләр тураһында аналитик мәҡәләләре гәзитебеҙҙе байытты. Шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Үткәндәрҙең ҡәҙерен беләйек” тигән яҙмаһы ла гәзит уҡыусыларҙы уйланырға мәжбүр иткәндер.
Вараҡа Ғәләүетдинова, Рәшит Үтәев, Спартак Ильясов, Аида Хәйретдинова, Салауат Мөхәмәтшин, Ләлә Бейешева, Марс Нуриевтың хаттары ла гәзит биттәрендә баҫылып торҙо.
Уҡытыусылар араһында тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булараҡ, “Асыҡ дәрес” рубрикаһы барлыҡҡа килде. Был йәһәттән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нурия Хәлилованың мәктәп уҡыусылары өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ғариповҡа арналған “Һүҙем йәшәр әле илемдә” тигән әҙәби-музыкаль кисәгә сценарий өлгөһө фәһемле булғандыр. Ғафури районынан Флүрә Хәлилованың “Районымдың ете мөғжизәһе” конкурсына ебәргән “Ҡаранды тәмләп ҡара” тигән яҙмаһы ла үҙ уҡыусыларын тапты.
Өфө районынан йәш автор Лилиә Хәлитова уҡымлы мәҡәләләре менән ҡыуандырҙы. Ул “Ҡәләмгир” конкурсына ебәргән “Мин нисек эшкә урынлаштым” тигән яҙмаһында бөгөнгө йәштәрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән.
Редакцияға килгән һәр хатты күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Тәнҡит мәҡәләләре буйынса ҡайһы бер хаттарҙы хәбәрселәребеҙ райондарға сығып тикшерҙе, икенселәрен, мәсьәләне хәл итеү өсөн, урындағы етәкселәргә юлланыҡ.
Күптәр хаттарының баҫылмауына зарлана. Ысынлап та, нисек кенә теләһәк тә, килгән бөтә яҙмаларҙы ла гәзиттә биреп булмай. Айырыуса бер-береһенә оҡшаш, теге йәки был кешенең биографияһын теҙеп сығыуға ғына ҡоролған хаттар гәзит уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай, фәһем алырлыҡ та түгел. Бәлки, уларҙы район гәзитендә генә баҫтырырға кәрәктер.
Шулай ҙа һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар. Нимәләр тураһында яҙырғамы? Әйләнә-тирәгеҙгә иғтибарлыраҡ ҡарағыҙ әле! Күңелде ҡырған етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгелдер, ләкин хатты редакцияға ебәрер алдынан ул кәмселекте бөтөрөү өсөн үҙегеҙ ниҙәр эшләнегеҙ? Урындағы етәкселеккә хәбәр иттегеҙме? Үҙегеҙҙең тәҡдимдәрегеҙ бармы? Бәлки, арағыҙҙа үҙенең эше менән башҡаларға өлгө булырҙай шәхестәр, ғәжәп үҙенсәлекле яҙмышлы кешеләр ҙә барҙыр...
Гәзит уҡыусылар араһында “Ғаилә ҡото — тормош ҡото”, “Ватан тарихы — халыҡ тарихы”, “Ҡәләмгир”, “Районымдың ете мөғжизәһе”, бәләкәстәр өсөн “Тубырсыҡ” битендә “Минең хыялым”, шулай уҡ һүрәттәргә ижади конкурстар дауам итә. Беҙҙең халыҡ йор һүҙгә әүәҫ. Көлкөлө хәлдәр, ауыл мәҙәктәре тураһында яҙып, гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен байытыуҙа тағы ла ярҙам итә алаһығыҙ.
Һеҙҙән фәһемле, эстәлекле хаттар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!
ХАТТАР БҮЛЕГЕ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә