Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәзиз илем – хәлилем!
Ғәзиз илем – хәлилем!Ауыл бик боронғоларҙан һанала, XVIII быуаттан алда уҡ Хәлилдә тормош ҡайнап торған. Ирәндек тауҙарының итәгендә урынлашып, төрлө тарафтарҙан үткән юлдарҙың сатында ятыуы Хәлил ауылының ошо тирәлә йәшәгән башҡорт һәм ҡаҙаҡтарға, бер яҡтан урман, икенсе яҡтан ялан яғында йәшәгән кешеләргә, алыш-биреш итеү өсөн бик уңайлы урын, элек-электән сауҙа һәм мәҙәни үҫеш төбәге булған.
Ултырған урыны ла бик уңайлы. Ауылдан 10 – 15 километр алыҫлыҡта төньяҡ-көнбайышта мәшһүр Ирәндек тауы, уның аръяғында урман китә, көньяҡ-көнсығыш яғы ялан.
Хәлил ауылы ошо урман һәм ялан яғын тоташтырып, бәйләп тороусы булған. Уға яҡын Сағыл тауы, Айҙарҙы түбәһе, Абдулла тауы, Монаш тауы бар. Ауыл уртаһынан ғына Дарыулы йылғаһы аға, ул Оло Ҡыҙыл йылғаһына ҡоя, ике саҡрымда – Һултан күле, өс саҡрымда – Сереккүл, бер саҡрымда Ялтыркүл урынлашҡан. Ауылдың ике яғында ике һаҙ – Түмәрле Сәпәй һәм Һаһыҡ һаҙҙары.
Ауылды икегә бүлеп аҡҡан Дарыулы йылғаһының һул яғын “ҡарғалар араһы” тип йөрөтәләр, уларға Ғәлиндар, Ҡарағоловтар,
Шәмиғоловтар инә. Йылғаның уң яғындағыларҙы “ҡушыҡтар араһы” тиҙәр, уларға Амангилдиндар, Кәримовтар, Зыянбирҙиндар ҡарай. Ике аралағы урамды Үрге ос урамы тип атағандар, һуғышсан булған өсөн Сәғитовтарҙы,
Уйылдановтарҙы “туғыҙ йоҙроҡ араһы” тип йөрөтәләр.



“Колибри” кейендерә лә, туйындыра ла

Ваҡытында гөрләп торған Киров исе­мендәге хужалыҡ тарҡалғандан һуң, Хәлил, Ишбулды, Мәхмүт һәм Әбдел­мәмбәт ауылдарында йәшәгәндәрҙең күбеһе эшһеҙ тороп ҡала. Ир-егеттәр күпләп оҙон аҡса артынан Себер тарафтарына, эш эҙләп ҙур ҡалаларға юлланһа, ҡатын-ҡыҙ иһә шәхси ихатаһында мал аҫрап, баҡсаһында емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп, продукцияһын күрше ҡала, район үҙәге баҙарҙарына сығарып, ғаилә бюджетын тулыландырырға тырыша. Шул осорҙа эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар ҙа арта. Ғәзиз илем – хәлилем!
Бөгөн Хәлил ауылы биләмәһе халҡы матур һәм етеш йәшәй, йәштәр ҙә йорт һалып сыға, балалар үҫтерә, мәктәптәр иһә уҡыусыларҙың шат тауыштарынан яңғырап тора. Тик шуныһы үкенесле: эшһеҙлек әле булһа киҫкен мәсьәләләрҙән һанала, күптәр һаман ҡала, Себер юлын тапай.
Шөкөр, һуңғы йылдарҙа республика, район етәкселеге эшһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында байтаҡ эш башҡарып, төбәк­тәргә инвесторҙар йәлеп итергә тырыша. Был юҫыҡта республиканың Урал аръяғы төбәктәрендә социаль-иҡтисади үҫеш уртаса сроклы комплекслы программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул район­дарҙа яңы предприятиелар асыуға, бюджетты тулыландырыуға һәм, иң мөһиме, ауыл халҡын эш урындары менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итә.
Яңы йыл алдынан Хәлил ауылында ла “Колибри” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­тенең сираттағы теген цехы сафҡа инде. Был йәмғиәт Әбйәлил, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында цехтар асып, 500 кешегә эш урыны булдырҙы ла инде.
Хәлилдә цех элекке дауахана бина­һында урынлашҡан. Эшҡыуар Линара Шәрифйән ҡыҙы Заһитова уның тирә-яғын төҙөкләндереп, бер аҙ ремонт үткәрә, эшселәргә уңайлы шарттар тыуҙыра. Заманса ҡорамалдар һатып алыуға ул 10 миллион һум самаһы аҡса ла түккән. Бында күрше ятҡан алты ауылдан бөтәһе 30 кеше эш менән мәшғүл, ситтән килеү­селәргә бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡ булдырылған. Хеҙмәткәрҙәр ике ай дауамында эшкә өйрәнә. Шулай уҡ уҡыу мәлендә һәр тегенсегә стипендия ҡаралған. Эш ике сменала ойошторолған, тегенселәр балалар әйберҙәре, махсус кейем етештерәсәк.
Яңы цехтың штаты әле тулыһынса тупланмаған. Шуға ла тегенселәр йыйыу дауам итә. Теген машинаһы артында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына түгел, ә ир-егеттәрҙең дә булыуы ҡыуаныслы, әлбиттә. Әйтергә кәрәк, һәр кем эшкә рәсми рәүештә алына. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, декрет ялына китеүселәргә пособиелар түләнә, пенсия фондына иғәнәләр күсерелә. Һөҙөмтәлә һәр кемдең хеҙмәт стажы бара. Ғәзиз илем – хәлилем!
– Төрлө һөнәр эйәләре үҙҙәренә яңы йүнәлеш аса. Улар араһында һауынсы ла, механизатор ҙа, ашнаҡсы ла, хужабикәләр ҙә бар, – ти Хәлил ауылы теген цехы бухгалтеры Тәнзилә Шөғүрова. – Уларҙың һәр береһе уңғанлыҡ күрһәтә, хеҙмәт нормаларын арттырып үтәргә тырыша. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, бөгөн ауыл ерендә 10-12 мең һум, минеңсә, ярайһы ғына табыш ул.

Тырыштарға эш ҡарышмай

Вәхит Сәйфетдинов – тиҫтә йылдар дауамында сауҙа эшен юлға һалып, яҡташтарын уңышлы хеҙмәт­ләндергән эшҡыуарҙарҙың береһе.
Бала сағынан тимер-томор араһында уралып үҫкән Вәхит Әсҡәт улы инженер булыу хыялы менән йәшәй һәм, 1973 йылда мәктәпте тамамлағас, ауыл хужалығы институтына уҡырға инеү маҡсаты менән Өфөгә юллана. Тик ул институтҡа инә алмай. Совет Армияһы сафына алынып, хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Өфө автотранспорт техникумына уҡырға инә. Уны тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Баймаҡ автотранспорт предприятиеһында эшләй. Аҙаҡ, Киров исемендәге колхозға белгес кәрәк булғас, тыуған яғына ҡайта һәм хужалыҡтың оҫтаханаһында мөдир булып эш башлай.
Оҫтаханала дүрт йыл эшләгәс, Вәхит Сәйфетдиновты гараж мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ла ул автопарктағы эште яйға һалыу өсөн тырыша. Һөнәре буйынса инженер булһа ла, Вәхиттә һәр саҡ автомашинала үҙаллы эшләү хыялы була. Был турала ул хужалыҡ етәкселегенә лә белдереп ҡуя. Хужалыҡ етәксеһе, уның теләген иҫәпкә алып, колхозға килгән өр-яңы КамАЗ автомобиленә Вәхитте ултырта. Нәҡ ошо йылдарҙа Хәлил яғына газ үткәреү башлана, һәм ул үҙенең КамАЗ-ында Ҡаҙағстан, Волгоград, Алтай, Сорғот яҡтарын гиҙеп, газ торбалары, башҡа хужалыҡ йөгө ташый.Ғәзиз илем – хәлилем!
Бер аҙҙан Вәхит ағайҙы баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Хужалыҡ өсөн генә түгел, ил өсөн ҡатмарлы 90-сы йылдарҙа ул ошо ауыр йөктө тарта. Ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар алдында бер ҡасан да баҙап ҡалмаған уҙаман 1999 йылда, үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға булып, Әбделмәмбәт ауылында йәшәгән бер туған апайының аласығында магазин аса.
– Ул йылдарҙа яңыса фекер йөрөтөп, үҙ эшен асырға теләүселәргә ҡаршы­лыҡтар күп булды, — тип хәтерләй Вәхит ағай. — Төрлө ойошмаларҙың бихисап тикшереүҙәре, эшеңде күрә алмаусылар, көнө-төнө йүгереүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр. Барыһы ла булды инде, шулай ҙа түҙҙек, бирешмәнек, үҫештек.
Бөгөн уның Хәлил, Әбделмәмбәт һәм Мәхмүт ауылдарында дүрт магазины бар. Кәштәләр тауар ассортиментының бай, хаҡтарының осһоҙ булыуы менән баш­ҡаларҙан айырыла. Эшҡыуар халыҡтың ихтыяжынан сығып эшләй, кешеләрҙең заказы буйынса тауар ташый.
Мәрхәмәтлек акцияларынан Вәхит Сәйфетдинов ситтә ҡалмай. Ул – төрлө мәҙәни, спорт сараларының төп бағыу­сыһы, социаль учреждениеларға ла матди ярҙам күрһәтә. Эшҡыуар “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә Хәлилдә юл төҙөүгә лә тос өлөш индергән.Ғәзиз илем – хәлилем!
Вәхит Сәйфетдинов – яҡшы ғаилә башлығы. Ҡатыны Гөлбикә Мәсғүт ҡыҙы менән татыу ғүмер кисереп, өс бала тәр­биәләп үҫтергәндәр. Өлкәндәре Гүзәлиә, атаһының юлынан китеп, эшҡыуарлыҡты үҙ иткән. Өлкән улдары Илшат БДУ-ны тамамлаған, ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, тимер юлында эшләй. Төпсөктәре Илфат иһә ғаиләһе менән Хәлилдә төпләнгән, педагогия институтын тамамлаһа ла, бөгөн атаһының уң ҡулы, уның менән бергә эшләй. Балалары тормошта үҙҙәренең урынын табып, ата-әсәләрен һөйөндөрөп йәшәй.
– Эшҡыуарлыҡҡа дәүләт яғынан ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе, — ти Вәхит Әсҡәт улы. — Үҙ эшеңде асыу хәҙер күпкә еңел, ҡаршылыҡтар юҡ тип әйтерлек. Уның үҙләштерелмәгән юлдары бик күп, йәштәр тырышһын, тәүәккәл булһындар ине.

Йөрәктә дәрт, күңелдә моң барҙа

Ғаилә нигеҙенең ныҡлығы уны төҙөгән ике кешенең бер-береһен яратып, хөрмәтләп йәшәүенә бәйле. Мөхәббәткә сорналып бәхетле көн иткәндәрҙе ғүмер миҙгеленең дауылы ла, ел-ямғыры ла ҡаҡшата алмай. Хәлил ауылынан Сәлимә апай менән Әмир ағай Шөғүровтар ана шулай шатлыҡта ла, хәсрәттә лә бер-береһенә терәк-таяныс булып оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисерә. Ғүмер юлдашына һәр саҡ йылы һүҙ әйтеп, яғымлы ҡараш ташлап, ҡәҙер-хөрмәт иткән, донъя йәмен тойоп йәшәгән ғаиләгә ауылда һоҡланмаған кеше һирәктер, моғайын, бөгөн дә улар күптәргә өлгө булырҙай.
– Ғүмер аҡҡан һыу кеүек, күҙ асып йом­ған арала уҙа ла китә ул, уны татыулыҡта, берҙәмлектә үткәреү мөһим. Аллаһы Тәғә­лә ҡушҡанса, бер-береңде бәхетле итергә ынтылырға кәрәк, – ти абруйлы ветерандар.
Әмир Манаф улы менән Сәлимә Шә­рифйән ҡыҙының киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап, сәстәрен-сәскә бәйләүҙәренә лә ярты быуаттан ашыу ваҡыт һиҙҙермәйенсә үтеп киткән. Янып эшләгән хеҙмәт йылдары ла артта ҡалған. Ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергән балалары  күптән тыуған ояларынан осоп сығып, юғары белемгә эйә булып, үҙаллы тормош ҡорған.Ғәзиз илем – хәлилем!
Ирле-ҡатынлы Шөғүровтар икеһе лә хеҙмәт юлын абруйлы һөнәргә – балаларға аң-белем биреүгә бағышлаған. Әмир ағай оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын тартҡан осорҙа ғаиләләге, донъя-көнкүрештәге эш күпселектә Сәлимә апайҙың иңенә ята. Ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар осраһа ла, бирешмәй, сабыр күтәрә ул. Етәксе иренә ныҡлы таяныс, ярҙамсы була, бер ваҡытта ла зарланмай.
– 60-сы йылдарҙа ауылда электр уты ла, газ да юҡ ине, һыу үткәргес булманы, магазинда аҙыҡ-түлек наҡыҫ ине. Ҡунаҡхана ла, ашхана ла юҡ. Мәктәпкә командировкаға килгән кешеләрҙе етәксе булараҡ үҙебеҙгә алып ҡайтырға тура килә торғайны. Бәләкәй өйҙә ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү мәшәҡәттәре тотошлайы менән Сәлимәнең иңенә төшә ине, – тип хәтерләй Әмир Манаф улы.
Әлбиттә, Әмир ағай ҙа ҡатынын иғтибарынан ситтә ҡалдырмай.  Өс бала әсәһенең ситтән тороп Магнитогорск пединститутында уҡыған йылдарында ғаилә мәшәҡәттәрен, балаларҙы ҡарауҙы үҙ өҫтөнә ала.
Әмир ағай хеҙмәт юлын башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ башлай. Аҙаҡ ул өлкән кластарҙа рус теленән уҡыта һәм ғүмеренең 42 йылын балаларға ошо предмет буйынса белем биреүгә арнай.
Рус теле һәм әҙәбиәтенә ғашиҡ егет 1960 йылда ситтән тороп Магнитогорск пединститутын тамамлай. Шул уҡ йылдың көҙөндә йәш уҡытыусыны райондың Байым ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ошонан башлана ла инде Әмир Манаф улының етәкселек йөгөн тартыуы – оҙаҡ йылдар Хәлил урта мәктәбендә, Күмертау педагогия училищеһында директор, Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбендә директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары, унан йәнә Хәлил урта мәктәбенә етәкселек итеү…Ғәзиз илем – хәлилем!
Үҙенең педагогик хеҙмәт дәүерендә иң ауыр осор тип Хәлил мәктәбендә эшләгән 1964 – 1965 йылдарҙы иҫәпләй ул. Сөнки йәш, тәжрибәһеҙ директор алдында яңы төҙөлгән ике ҡатлы мәктәп бинаһын сафҡа индереү, уны йыһазлан­дырыу бурысы ҡуйыла. Ҡола яланда төҙөлгән белем усағының тирә-яғын йәшелләндереү, мәктәп яны участкаһын, спорт майҙансығын булдырыу, ҡаҙанлыҡ эшләтеү, Сибайҙан ташкүмер ҡайтартыу һәм башҡа күп мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк була. Етмәһә, яңы мәктәп ҡарап тороуға ҙур булһа ла, уҡыусылар күп булғанға (ул осорҙа 600 – 700 уҡыусы) уҡытыуҙы ике сменала ойошторорға тура килә. Бынан тыш, тирә-яҡтағы ауыл­дарҙан уҡыусылар өсөн 150 урын­лыҡ интернат төҙөү, Ишбулды ауылы балаларын көн һайын мәктәпкә алып йөрөтөүҙе ойоштороу ҙа уның иңенә ята. Шундай ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, йәшлек үҙенекен итә: яңы идеялар, эҙләнеүҙәр менән яна йәш директор. Яңы урта мәктәптә тиҙ арала уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр коллективы туплана, уларҙың төп өлөшөн мәктәптең элекке уҡыусылары тәшкил итә. Мәктәптә бүлмәләр етешмәүгә ҡарамаҫтан, яйын табып, тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдыра Әмир Манаф улы. Үҙе уҡытҡан фәнде тәрән белеүе, принципиаллеге, намыҫлылығы, үҙ-үҙенә, шулай уҡ уҡыусыларына, коллегаларына талапсанлығы, ғәҙеллеге һәм баҫалҡылығы менән абруй ҡаҙана ул.
Ә.М. Шөғүровтың намыҫлы хеҙмәте юғары баһалана. СССР һәм РСФСР Мәғариф министрлыҡ­тарының Почет грамоталары, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемдәре, партия, совет ойошмалары һәм хужалыҡтың хәтһеҙ маҡтау ҡағыҙҙары ошоно дәлилләй ҙә инде.
Булдыҡлы, абруйлы етәксегә юғары вазифа ла тәҡдим итәләр, әммә яратҡан эшенән китеүҙе күҙ алдына ла килтермәй Әмир Манаф улы. Хеҙмәт йылдарының бер көнө лә мәктәптән ситтә үтмәй, үҙ һөнәренә, балалар уҡытыуға тоғро ҡала.
Күп тапҡыр ауыл Советы депутаты һәм башҡа бихисап йәмәғәт бурыстары ла директор-уҡытыусы иңенә ята. Бынан тыш, күңел ҡушыуы буйынса үҙешмәкәр сәнғәт коллективының әүҙем ағзаһы, етәксеһе була.
Шөғүровтар бөгөнгө тормошҡа ҡәнәғәт булып, шөкөр итеп йәшәй. Оло кешегә күп кәрәкме инде: бер кемгә лә бәлә һалмай донъя көтәләр, пенсияһын ваҡытында алалар, балаларының тормошта үҙ урындарын табыуҙарына, тыуған йортҡа ҡайтып хәлдәрен белеп тороуҙарына ҡыуана улар. Ә донъя малы, байлыҡ тип ҡыҙығыу был ғаиләгә электән хас түгел. Рухи ҡиммәттәрҙе барыһынан да өҫтөн күрәләр. Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә, “Мин яратам һине, тормош!” республика фестиваленән дә ситтә ҡалмай. “Йөрәктә дәрт, күңелдә моң барҙа, тормош юлдашың менән бергә ауырыу-сырхауҙарға бирешмәй, иҫән-һау йәшәргә лә йәшәргә әле”, – ти педагогик хеҙмәт ветерандары.

Ишмораттың ҡымыҙына етмәй...

“Ишмораттың ҡымыҙына еткән эсемлек юҡ инде ул, ана, хатта Магнитогорск урыҫтары күпләп алып китә”, – тип маҡтап ҡуйҙы күршеләре Ишморат Мырҙабаевты, беҙҙең ҡымыҙ һатып алырға килеүебеҙҙе белгәс. Ысынлап та, ауылда шифалы һәм дә йәнгә сихәт булырҙай эсемлекте нәҡ Мырҙабаевтар ғаиләһе генә етештерә шул. Бер туған ҡустыһы Исмәғил дә күпләп йылҡы тота, бейә һауа, уның да продукцияһына халыҡ араһында ихтыяж ҙур.Ғәзиз илем – хәлилем!
– Әллә инде, атай-әсәйем дә ғүмер буйы бейә һауып, ҡымыҙ етештерҙе, бала саҡтан уның тәмен белгәс, улар өйрәткәнсә яһарға тырышабыҙ, – ти Ишморат ағай. – Шөкөр, бер кемдән дә ҡымыҙың тәмһеҙ тигән һүҙ ишетергә тура килмәне. Киреһенсә, гел маҡтап һатып алалар.
Ишморат ағай оҙаҡ йылдар Киров исемендәге колхозда ферма мөдире йөгөн тарта, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙана. Хужалыҡ тарҡалғас, Мырҙабаевтар өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай, 2004 йылдан башлап ныҡлап йылҡы үрсетеүгә тотона, көтөүҙе башҡорт тоҡомло йылҡы малы менән тулыландыра.
Бөгөн көтөүҙә 20 баш йылҡы малы, шул иҫәптән ауылдаш­тарының да йылҡыһы тотола. Көн һайын 20 баш бейәнән 60-70 литрға яҡын һөт һауып алалар. Ҡатыны Тәслимә апай уны бешеп, шифалы эсемлек яһай. Аҙаҡ әҙер продукцияны Асҡар ауылы баҙарына сығарып һаталар. Ҡайһы саҡ заказ буйынса ла әҙерләйҙәр. “Үҙебеҙҙең һатып алыусыла­рыбыҙ ҙа барлыҡҡа килде. Оҙаҡ килмәй торһаң, шылтыратып, ҡасан ҡымыҙ килтерәһең, тип ҡыҙыҡһыналар. Шуға ла июнь айынан октябргә тиклем, ҡымыҙ етештереп, яҡташтарҙы һөйөндөрөргә тырышабыҙ”, – ти Ишморат ағай менән Тәслимә апай.
Мырҙабаевтар шәхси ихата­һында күпләп һыйыр малы, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерә­ләр. Техникалары ла булғас, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын үҙҙәре хәстәрләй. Киләсәктә тырыш ғаилә ыҫланған ҡымыҙ етештерергә уйлай, ер эшкәртергә иҫәп тота.
– Бөгөн ауылда ла матур итеп, етеш донъя көтөргә була, тик ялҡауланмаҫҡа кәрәк. Ә бының өсөн бөтә уңайлы шарттар бар. Йәштәр айырыуса тырышһын ине, сөнки бөгөн дәүләт тарафынан уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, – ти Ишморат ағай.

Венера менән Закир Ниғмәтуллиндар – ауылдың оло һәм абруйлы кешеләренең береһе. 80 һәм 90 йәште ҡыуалаған ветерандар ете балаға ғүмер бүләк иткән, әле уларҙың 16 ейән-ейәнсәре, 11 бүләсәре бар. Закир ағай – ауыл муллаһы ла. Ул ауыл яҙмышы өсөн борсолоп, ауылдаштарының көнитмеше менән ҡыҙыҡһынып, йәштәргә һәм мәктәп уҡыусыларына файҙалы кәңәштәр биреп йәшәй. Ветеран ауыл тарихын яҡшы белеүе менән дә күптәргә өлгө булырлыҡ, риүәйәттәр менән дә ҡыҙыҡһына. Закир ағай Хәлил ауылының барлыҡҡа килеүе тураһында ошондай риүәйәт һөйләгәйне.
“Борон беҙҙең олатайҙар Хәлил ауылы тураһында шулай һөйләй торғайны. Бөрйән яғынан бер ҡарт үҙенең ауырыу ҡыҙын һауыҡтырыу өсөн табип эҙләп, был яҡҡа килеп сыҡҡан. Оҙаҡ юл йөрөп арыған ҡарт халыҡ Ташлы йылға тип йөрөткән йылға буйында туҡтаған. Ауырыу ҡыҙына йылғанан һыу эсергән. Көмөш кеүек таҙа, һалҡын һыуҙы эскән ҡыҙҙың хәле еңеләйеп, тын алышы иркенәйеп киткән. Быны күргән ҡарт өс көн буйы ошо йылға буйында ятҡан ҡыҙына һыу эсергән, ул йүнәлгән. Ауырыуы һыпырып алғандай бөткән. Быға бик ҡыуанған ҡарт ошо шифалы һыулы йылғаны Дарыулы тип атаған, үҙе ошо матур урында йорт һалған, яңы ауыл нигеҙләнгән, уға үҙенең исемен биргән. Ә ҡарт Хәлил исемле булған. Бына шулай барлыҡҡа килгән дә инде ауыл”.


Айбулат ХӘЙБУЛЛИН,
Хәлил ауыл Советы биләмәһе башлығы:

– Беҙҙең биләмәлә тырыш, уңған һәм эшкә бөтмөр халыҡ йәшәй. Шәхси ихатаһында күпләп мал аҫрап, баҡсаһында емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп көн итә улар. Арыу-талыуҙы белмәгән халыҡ матур итеп йырларға ла, күңелдәрҙе күтәрерлек итеп бейергә лә маһир. Шуныһы ҡыуаныслы: төрлө мәҙәни саралар, байрамдар ойошҡан һәм дәррәү үтә. Ауылдар төҙөк, таҙа булһын өсөн һәр кем ҙур ихласлыҡ күрһәтеп, хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Мәҫәлән, урындағы халыҡ һәм район етәкселеге ярҙамы менән ауылдарҙа юлдар тәртипкә килтерелде, асфальт, ҡырсынташ түшәлде. Бынан тыш, Хәлил мәктәбенә бына тигән ремонт үткәрелде, ауыл хакимиәте биләмәһе бинаһы, мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы тулыһынса алыштырылды. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск ҡабаттан яңыртылып, ветерандар паркы булдырылды һәм ауылдашыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтовтың бюсы ошо паркта урын алды.
Тағы ла биләмәнең башҡа ауылдарында ла төҙөлөш эштәре туҡтағаны юҡ, клубтар, мәктәптәр, балалар баҡсалары бөгөн танығыһыҙ булып үҙгәрҙе. Тиҙҙән Хәлил ауылында балалар өсөн хоккей майҙансығы үҙ ишектәрен асасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872