Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхмәттәрҙең рәхмәте
Рәхмәттәрҙең рәхмәтеРәхмәт ауылы бөтә ҡәүемдәрҙең дә йәшәйеш осороноң уртаһында була. 1858 йылда ул 6-сы башҡорт кантонының үҙәгенә әүерелә. Тәүге кантон башлығы итеп Сибай (Атайсал) ауылы кешеһе Шәйәхмәт Утарбай улы Сибаев тәғәйенләнә. Халыҡ йыры “Сибай”ҙың Рәхмәт ерлегендә тыуыуы – үҙе бер ҡот.
1812 йылғы Ватан һуғышы геройы генерал Игзаковҡа арналған бейеүҙе һәр тамашасы елкенеп, ғорурлыҡ менән алҡышлай. Ул да ошо төбәктән. Арҙаҡлы шәхестәр бүләк иткән ауылымдың тарихына, ата-бабалар рухына тоғро рәхмәттәр.


Исеме Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм төрки телле туғандаш милләттәр араһында киң танылыу яулаған ғалимә, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова ла – Рәхмәт ҡыҙы. Фәҡәт уның тырыш­лығы менән белем усағыбыҙ киң офоҡ­тарын асты, Аҡмәсетебеҙҙән аҙан тауыштары яңғырай. Ырыуҙаштарына, милләттәштәренә, бөтә халҡыбыҙға ҡот-бәрәкәт биреүсе бөйөк шәхес ул.
Фирҙәүес апай, алыҫ ара тип тормай, ваҡытын да таба, Өфө – Рәхмәт юлын һыуытмай. Һәр байрам һайын тигәндәй ҡайтып, уҡыусыларға бүләген, стипендиаттарына дипломдарын тапшырып, ауылдаштары менән мәсеттә осрашып тора. Яҡташыбыҙҙың абруйын беҙ уның ябайлығында күрәбеҙ. Ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Ҡадир Мәғә­фүров та – ныҡышмалы һәм намыҫлы хеҙмәте менән халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған шәхес.
Ошондай бай тарихы, көслө рухлы бөгөнгөһө булған мөхиттә мәҙәниәт усағы етәксеһенә ҙур яуаплылыҡ һәм һөнәри белем кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Бүтәндәргә дәрт өҫтәрҙәй янып торған дарманлы кеше генә быны эшләй ала. Рәхмәткә килеп, ауылыбыҙҙың йәшәйешенә нур, йән өргән Вәлит Мөхәмәтғәлин шундай ғәжәп шәхес ине.
Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында Зәкирә менән Марат Мөхәмәтғәлиндәр ғаиләһендә донъяға килгән Вәлит. Әсәһенең моңло, хисле көйләүҙәре ҡанына һеңеп ҡалғандыр. Булыр бала биләүҙән, тигәндәй, Вәлит атлай башларҙан алда саң ҡаҡҡысты гитара итеп тотоп, үҙ алдына моң сығарырға тырышып тороуын иҫләп һөйләй бер туған апаһы йырсы Зилә Лира.
Апаһының сәңгелдәк бәүеткәндә лә көйләгән йыр-моңдары, күп талантлы булмышы күскәндер кескәй Вәлиттең йөрәгенә. Йоҡлап өлгөрмәгәндә, апаһы тороп китә башлаһа, “йырла” тип туҡтатыр булған. Ошо йырлы-моңло сәңгелдәктән башланғандыр инде Бөрйән бөркөтөнөң оло сәнғәткә һөйөүе.
Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында уҡыған йылдарында уҡ эшләй башлай һәм төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша ул. Ҡалала уҙғарылған “Йәшлек-шоу” фестивалендә еңеп сыға, һуңынан Өфөлә дипломант була. “Урал бөркөтө” республика конкурсында беренсе урынды яулай.
Хозур тәбиғәтле Бөрйәндән саф гәлсәр күңел бирелһә, Әбйәлил ерендә дәрт-дарманға тулыша. Юҡҡа ғына сәнғәткә булған һөйөүе, күңел дәрте Вәлитте ата-бабаларының кендек ҡаны тамған ергә алып килмәгәндер. Йән тартмаһа, ҡан тарта, тигәндәй, олатайҙар төйәге күңеленә лә хуш килә. Марс дуҫы менән бергә Вәлит Байым ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Римма Вәли ҡыҙының ҡулы аҫтына эләгә. Остазы егеттәргә ҙур өмөттәр бағлай.
Байымда саҡтан алып район үҙәге Асҡарҙағы “Йәшлек” бейеү коллективының үҙәгендә йөрөй башлай һәм һигеҙ йыл буйы алыштырғыһыҙ бейеүсе була. Сәхнә оҫтаһы тамашасы һөйөүен яулай.
Бер аҙҙан Вәлит Рәхмәт клубы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ауыл халҡы, йәштәр менән тиҙ арала уртаҡ тел табып, үҙенең пландары, киләсәккә булған хыялдары менән ҡыҙыҡһындыра. Бөркөт балаһын бейектә осорға өйрәткәндәге кеүек, ауылдаштарымды үҙенең ижади, мәҙәни ҡанаты аҫтына алды. Һәләтле кеше бар нәмәгә лә һәләтле була, тигән әйтем нәҡ Вәлиткә ҡағылған кеүек. Һанай китһәң, һөнәре бихисап: бейеүсе, йырсы, нәфис һүҙ оҫтаһы, актер, режиссер. Тағы уйнамаған ниндәй музыка ҡоралы булды икән? Шиғырҙар ҙа яҙҙы – торғаны менән үҙе бер хазина инде. Уңды рәхмәттәр клуб мөдиренән. Дәрт-дарманға тулышып, ижади мәҙәниәткә һыуһап ятҡан кешеләрҙең күңелен гөрләтеп ебәрә. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына, “Умырзая” фольклор ансамблен тейешле кимәлдә әҙерләп, Күбәләк ырыуы һөйләшенә арналған семинарға ебәрә. Мәҙәниәт усағында драма, фольклор, йыр, бейеү, гитарала уйнарға өйрәнеү һымаҡ түңәрәктәр эшләй башлай һәм һөҙөмтәләре сәхнәлә яҡтыртылып бара. Баштан-аяҡ эшкә сумғанға барыһына ла өлгөрә. Тиҙ арала И. Абдуллиндың “Их, Өфө ҡыҙҙары!” исемле пьесаһын сәхнәләштереп, күрше тирә-яҡ ауылдарҙағы тамашасыны һөйөндөрҙөләр. Конкурста баһалама ағзалары иң ҙур билдә бирҙе.
Яңы йырҙар, бейеүҙәр өйрәтеү – бөтәһе лә тыуған илем, телем тип янып йөрөгән ижадсының көндәлек эше һымаҡ күренһә лә, ул үткәргән һәр сара үҙенсәлекле, бай йөкмәткеле байрамға әүерелер ине. Шуға уны халыҡ та ярата, тамашасы ла үҙ итә. Моңло тауышлы йырсы булараҡ, урыҫ, башҡорт, һинд телдәрендә йырлап, алҡыштарға күмелә.
Нәфис һүҙ оҫтаһы кәрәкле образдар тыуҙыра алыуы менән барса тамашасыны хайран итә: нәзәкәтле үткер ҡыҙ булһынмы, юғалған юлсымы, тормош буталсыҡтарынан арына алмаған ирме – һәр береһен “һә” тигәнсе ҡоя ла ҡуя. Залдағылар рәхәтләнеп, туйғансы, илағансы көләләр.
Үткер ҡәләмле шағир ҙа булыр ине, әгәр ҙә шиғыр яҙып, йыйып ултырған булһа. Ике шиғырын ғына таба алдым. Теләһә, бәлки, рәссам да була алыр ине. Ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Бер йәйҙә Вәлит клубҡа ҡарбуздар тотоп килгән. Ул ябай ҡарбуз түгел ине. Ныҡ өлгөргән ҡарбуз эсендә розалар гөлләмәһен тыуҙырған. Икенсеһендә ҡолас йәйеп йөҙгән йөҙөүсене күрҙек.
Бер ваҡыт уны Өфөгә эшкә саҡыралар, ләкин үҙ иткән Рәхмәт ерен ташламай ул. Йөҙөнән нур, күңеленән моң бөркөлгән башҡорт улы милләттең тик ауылдарҙа тыуып, фәҡәт ауылда үҫкәнен йөрәге менән аңлағандыр.
– Вәлит беренсе тапҡыр биш йәшендә район конкурсында гармун уйнап, халыҡтың күңелен әсир иткәйне, – тип хәтирәләргә бирелә Зилә. – Мөхәмәтғәлиндәр – талантлы нәҫел, бейейҙәр, йырлайҙар, музыка ҡоралдарында уйнайҙар. Әсәйем яғынан да таланттар кәм түгел. Әсәйебеҙ 12 йәшенән баянда, мандолинала оҫта уйнай. Матур бейей һәм йырлай. Ике яҡтың да оҫталығы етерлек сәнғәт өлкәһендә. Ҡасандыр уны Заһир Исмәғилев менән Фәйзи Ғәскәров уҡырға ебәрергә өгөтләгән. Етенсе класта Сермәндә уҡыған сағында улар менән бер концертта ла ҡатнашҡан. Бейеүсе булғың килһә, бейерһең, йырлағың килһә, йырларһың, баянсы булырға уйлаһаң, баянсы булырһың, тигәндәр. Тик әсәйем, уҡырға барырға аяҡ кейемем юҡ, тип тороп ҡалған. Ни өсөн барырға теләмәгәнен әйтергә оялған.
Күптәрҙең күңелен балҡытып, ҡанатын нығытты Вәлит. Ауылда тағы ла “Йәйғор”, “Миләштәр” тигән ике фольклор төркөм ойошторҙо. Бейеүҙәрҙе, йырҙарҙы өйрәткәндә, күңелдәрен ҡыймаҫҡа, дәрттәрен һүндермәҫкә тырышып, етешһеҙлектәрен шаяртыу ҡатыш еткерә өйрәнеүселәргә.
“Йәйғор” төркөмө менән район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулау – хеҙмәткәрҙең ижади емешенең һөҙөмтәһе. Өлгәшелгән менән туҡтап ҡала торғандарҙан түгел, үҙенә яңы үрҙәр ҡуя ине. “Байыҡ” бейеү телевизион конкурсына бер нисә кешене әҙерләп танытҡайны. Хәҙер ул “Йәйғор” апайҙарын алып барырға хыяллана. Тиккәме уларҙы орсоҡтай өйрөлтөп бейетте ул!
Әммә өлгөрә алмай, яман шеш 38 генә йәшендә баҡыйлыҡҡа алып китте. Вәлит менән хушлашҡанда тәбиғәт тағы ла ап-аҡ күлдәген кейеп, ер менән күкте аҡҡа сорнап оҙатты. Күңел түрҙәрендә ул яндырған майшәмдәр балҡый. Улар бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен ине.
Хәҙер ни эшләрбеҙ икән тип хафаға ҡалған Рәхмәт халҡы өсөн апаһы Зилә Лираның килеп етеүе, Вәлиттең яратҡан эшен дауам итеүе беҙҙең йөрәк яралаларын бер аҙ уңалтҡандай булды.
Мәҙәниәт усағына ингән ҡот йәнә һүнмәне, киреһенсә, дөрләберәк янды. “Айырылышыу”, “Уңышлы өйләнеү”, “Операция “Ы” кинолары, Рәхмәт мәҙәктәре, төрлө миниспектаклдәр – ҙур иғтибарға, ихтирамға лайыҡлы эш. Вокал студияһының да һөҙөмтәләре ярылып ята. Илсур Әғзәмов райондың эстрада йырсылары араһындағы бәйгелә өсөнсө урынды яуланы. Ринат Ғаззалов ике йыл рәттән уҙғарылған “Яҙғы һандуғас” (Магнитогорск) фестивалендә беренсе дәрәжә дипломға, бүләктәргә лайыҡ булды. “Йәйғор” төркөмөн “Байыҡ”ҡа алып барып, ҡустыһы һалған “Ҡымыҙсылар” бейеүен бөтә республикаға танытып, уның хыялын тормошҡа ашырҙы Зилә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873