Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йөҙ йәшкә етһәм дә, бизнес менән шөғөлләнәм әле”
“Йөҙ йәшкә етһәм дә, бизнес менән шөғөлләнәм әле”Ошо көндәрҙә Тәүәкән ауылында йәшәгән тыл ветераны Шәрифә Ҡаразбаева 100 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Ауылдаштары йөҙйәшәр инәйҙе өлкән йәштә булғаны ғына түгел, кешелеклелек, кеселеклелек сифаттары өсөн дә хөрмәт итә.


Күңел көрлөгөн, зиһен теүәл­леген юғалтмаған ағинәйҙе тәүге­ләрҙән булып район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев ҡотланы, сағыу сәскәләр, бүләктәр тап­шырҙы. Ул юбилярға шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың да Ҡотлау хаттарын, бүләктәрен еткерҙе.
Шәрифә Ғәтиәт ҡыҙы – күп һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәргән көслө быуын вәкиле. Юғары дәрәжәләге етәкселәрҙең уға ҙур иғтибар күрһәтеүе бик тә урынлы һәм дөрөҫ.
– Хөрмәтле Шәрифә Ғәтиәт ҡы­ҙы, һеҙ — ғүмер юлығыҙ, йәшә­йе­шегеҙ менән беҙгә үрнәк. Ғаи­ләгә булған хәстәрлек, намыҫлы хеҙмәт, яуаплылыҡ, әҙәплелек – өлкән быуын кешеләренең төп һыҙаттары. Фиҙакәрлегегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, – тине юбилярға район хакимиәте башлығы.
Тотош быуат ваҡиғаларына шаһит булған мөләйем инәйҙең барлар хәтирәләре бик күп. Уның хеҙмәт юлы бик иртә – 14 йәштә генә — башланған. Аслыҡ йылдарында нисек тә иҫән ҡалыу өсөн тиңдәштәре менән башта Силәбе, аҙаҡ Магнитогорск, Сибай яҡта­рына сығып китергә мәжбүр була. Һуғыш йылдарында иһә Баймаҡта торф сығарыуҙа эшләй. Аслыҡ-яланғаслыҡҡа, ауыр хеҙмәткә, һуғыш йылдары һынау­ҙарына баш эймәгән улар... Өлөш итеп бирел­гән шырпы ҡабы ғына ҙурлыҡ икмәк һәм йәшел төҫтәге үлән һурпаһы менән тамаҡ туйҙырып йөрөгән саҡтарын иҫкә алғанда, һаман да күҙҙәренә йәштәр тула. Оҙон тормош юлында бик күп ауырлыҡ аша үтергә, бәләләр, ҡайғылар кисерергә тура килә уға. Ире, фин һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйнулла Рәсүл улы тормоштан бик иртә – 57 йәшендә генә — киткәс, өс балаһын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырған, уларға лайыҡлы тәрбиә биргән. Яугирҙең тол ҡа­тыны һәм тыл ветераны булараҡ, дәүләт инәйгә торлаҡ биргән. Бөгөн уның төп ҡыуанысы – балалары, ете ейәне, 12 бүлә-бүләсәре. Әйткәндәй, ире менән биш бала үҫтергән ейән­сәре Лена күптән түгел “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Шәрифә Ғәтиәт ҡыҙы тыумышы менән Түбәнге Сирбай ауылынан. Хәтере яҡшы, матур күрә, асыҡ күңел­ле һәм тормошто ярата, мәрәкәсел.
– 100 йәшкә етһәм дә, бизнес менән шөғөлләнәм әле, — ти ул, мут йылмайып.
Баҡтиһәң, ул ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ ҡайната, экологик яҡтан таҙа, хуш еҫле был тәмле­кәсте башҡа яҡтарҙан да килеп алалар икән. Хатта Башҡортостан телевидениеһынан килеп, уның һағыҙ ҡайнатыу серен видеоға төшөрөп алып киткәндәр.
Тормош көтөү – баҫыу кисеү түгел, тиҙәр. Атҡан һәр таңға ҡыуа­ныу, яҙмыш һынауҙарына фәл­сәфәүи күҙлектән бағыу, донъя­ның ыңғай яҡтарын күреү һәләт­тәре уны көслө иткән, рухын байытҡан.
– Елдәй елеп үткән был йыл­дарҙы һиҙмәй ҙә ҡалдым, – ти бер быуатлыҡ ғүмер кисергән юбилярыбыҙ.
Ғүмер юлығыҙҙы артабан да һау-сәләмәт булып барлағыҙ, Шәрифә инәй. Һеҙ бит оҙон ғүмерлеләр ырыуынан. Йөҙ йылдан ашыу ғүмер иткән атайығыҙ һәм өләсәйегеҙ кеүек, тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!



Автор: Гөлдәр АБДУЛЛИНА. Район: Күгәрсен районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә