Ошо көндәрҙә Тәүәкән ауылында йәшәгән тыл ветераны Шәрифә Ҡаразбаева 100 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Ауылдаштары йөҙйәшәр инәйҙе өлкән йәштә булғаны ғына түгел, кешелеклелек, кеселеклелек сифаттары өсөн дә хөрмәт итә.Күңел көрлөгөн, зиһен теүәллеген юғалтмаған ағинәйҙе тәүгеләрҙән булып район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев ҡотланы, сағыу сәскәләр, бүләктәр тапшырҙы. Ул юбилярға шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың да Ҡотлау хаттарын, бүләктәрен еткерҙе.
Шәрифә Ғәтиәт ҡыҙы – күп һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәргән көслө быуын вәкиле. Юғары дәрәжәләге етәкселәрҙең уға ҙур иғтибар күрһәтеүе бик тә урынлы һәм дөрөҫ.
– Хөрмәтле Шәрифә Ғәтиәт ҡыҙы, һеҙ — ғүмер юлығыҙ, йәшәйешегеҙ менән беҙгә үрнәк. Ғаиләгә булған хәстәрлек, намыҫлы хеҙмәт, яуаплылыҡ, әҙәплелек – өлкән быуын кешеләренең төп һыҙаттары. Фиҙакәрлегегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, – тине юбилярға район хакимиәте башлығы.
Тотош быуат ваҡиғаларына шаһит булған мөләйем инәйҙең барлар хәтирәләре бик күп. Уның хеҙмәт юлы бик иртә – 14 йәштә генә — башланған. Аслыҡ йылдарында нисек тә иҫән ҡалыу өсөн тиңдәштәре менән башта Силәбе, аҙаҡ Магнитогорск, Сибай яҡтарына сығып китергә мәжбүр була. Һуғыш йылдарында иһә Баймаҡта торф сығарыуҙа эшләй. Аслыҡ-яланғаслыҡҡа, ауыр хеҙмәткә, һуғыш йылдары һынауҙарына баш эймәгән улар... Өлөш итеп бирелгән шырпы ҡабы ғына ҙурлыҡ икмәк һәм йәшел төҫтәге үлән һурпаһы менән тамаҡ туйҙырып йөрөгән саҡтарын иҫкә алғанда, һаман да күҙҙәренә йәштәр тула. Оҙон тормош юлында бик күп ауырлыҡ аша үтергә, бәләләр, ҡайғылар кисерергә тура килә уға. Ире, фин һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйнулла Рәсүл улы тормоштан бик иртә – 57 йәшендә генә — киткәс, өс балаһын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырған, уларға лайыҡлы тәрбиә биргән. Яугирҙең тол ҡатыны һәм тыл ветераны булараҡ, дәүләт инәйгә торлаҡ биргән. Бөгөн уның төп ҡыуанысы – балалары, ете ейәне, 12 бүлә-бүләсәре. Әйткәндәй, ире менән биш бала үҫтергән ейәнсәре Лена күптән түгел “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Шәрифә Ғәтиәт ҡыҙы тыумышы менән Түбәнге Сирбай ауылынан. Хәтере яҡшы, матур күрә, асыҡ күңелле һәм тормошто ярата, мәрәкәсел.
– 100 йәшкә етһәм дә, бизнес менән шөғөлләнәм әле, — ти ул, мут йылмайып.
Баҡтиһәң, ул ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ ҡайната, экологик яҡтан таҙа, хуш еҫле был тәмлекәсте башҡа яҡтарҙан да килеп алалар икән. Хатта Башҡортостан телевидениеһынан килеп, уның һағыҙ ҡайнатыу серен видеоға төшөрөп алып киткәндәр.
Тормош көтөү – баҫыу кисеү түгел, тиҙәр. Атҡан һәр таңға ҡыуаныу, яҙмыш һынауҙарына фәлсәфәүи күҙлектән бағыу, донъяның ыңғай яҡтарын күреү һәләттәре уны көслө иткән, рухын байытҡан.
– Елдәй елеп үткән был йылдарҙы һиҙмәй ҙә ҡалдым, – ти бер быуатлыҡ ғүмер кисергән юбилярыбыҙ.
Ғүмер юлығыҙҙы артабан да һау-сәләмәт булып барлағыҙ, Шәрифә инәй. Һеҙ бит оҙон ғүмерлеләр ырыуынан. Йөҙ йылдан ашыу ғүмер иткән атайығыҙ һәм өләсәйегеҙ кеүек, тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!