Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡартайырға ваҡыт юҡ
Ҡартайырға ваҡыт юҡ– Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы, яҡ­таш­тарығыҙ һеҙҙе күркәм юби­лейығыҙ менән ысын кү­­ңел­дән ҡотлай һәм артабан да шулай рухлы тормошта янып йәшәүегеҙҙе теләй.
– Рәхмәт! Мине шулай онотмай бәйләнешкә сығыуығыҙға бик шатмын. Бында ла, Мәскәүҙә, урын­дағы башҡорттар ҡоролтайы ағзалары байрамым менән ихлас ҡотланы. Хөрмәт күрһәтеп, ҡурай уйнап ҡаршы алыуҙарына күңе­лем тулып, хатта ҡыуанысымдан илап ебәрҙем, ҡурай моңона сабый сағымдан уҡ ғашиҡмын.



– Һеҙҙе хаҡлы ялда тип күҙ алдына килтереүе лә ауыр, Рәйсә апай. Мәскәүҙә лә тик ятмайһығыҙҙыр, моғайын?
– Ирем менән баш ҡалаға күсеп килеүебеҙгә быйыл бишенсе йыл китте. Өйрәнгән тормошобоҙҙо ташлап, сит яҡҡа сығып китеүе­беҙҙең сәбәбе ғаиләләге хәл-ваҡиғаларға бәйле. Ҡыҙыбыҙ Рима менән кейәүебеҙҙең игеҙәк ҡыҙҙары тыуғас, уларға ярҙам итеү өсөн килдек. Ейәнсәр­ҙәре­беҙҙе тәүҙә балалар баҡсаһына йөрөттөк, хәҙер мәктәптә уҡыйҙар. Кейәүебеҙ үҙҙәренең йортона йыраҡ түгел урындан беҙгә фатир һатып алды. 2014 йылда мине Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп һайланылар. Электән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡас, баш тартманым.
Төрлө сараларҙы йыш үткәреп торабыҙ, үҙебеҙҙең халыҡҡа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, тик ултырмайбыҙ, ҡартайырға ирек бирмәйҙәр.
Күптән түгел Башҡортостандың 100 йыллығына арнап “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙоҡ. Өфөнән бил­дәле ғалим Нурислам Ҡалмантаев килде, иҫтәлеккә “Башҡортостан тарихы” китабын бүләк итте. Башҡорт киноһын үҫтереү темаһы буйынса ла һөйләшеү үткәрҙек.
– Халҡыбыҙҙың ниндәй проблемалары, һеҙҙең ҡарамаҡҡа, көнүҙәк булып тора?
– Һуңғы йылдарҙа, ниңәлер, Башҡортостанда йәшәгән милләт­тәш­тәребеҙҙең күңел төшөнкөлө­гөнә бирелеүе һиҙелә. Ә бына Мәскәүҙәге башҡорттар бик тырыш һәм әүҙем, үҙҙәренә ватан­сылыҡ тойғоһо хас, дәрт-дармандары ташып тора тип әйтер инем. Элегерәк Күмертауҙа берәй хәл йәки яңылыҡ булһа, шылтыратып хәбәр итә, кәңәш һорай торғай­нылар, хәҙер яҡташтарым юғалды. Әллә ниңә улар яғынан әүҙемлек һиҙелмәй.
– Күмертауҙа йәшәгән дәүе­регеҙ нимә менән иҫегеҙҙә ҡал­ды һәм ниҙәрҙе эшләп өлгөр­мәнегеҙ?
– Күп эштәр башҡарылды, шөкөр. Телебеҙҙе үҫтереүгә күп көс һалдыҡ. ЗАГС-та эшләгән сағымда никах теркәүҙе ике телдә алып барыуға өлгәштем, уға тиклем урыҫса ғына ине. Башҡорт сабыйҙары өсөн “Азамат” балалар баҡсаһын астырҙыҡ, хәҙер ише­теүемсә, унда төрлө милләт балалары йөрөй икән. Бәлки, заман, шарттар, ҡиммәттәр үҙгәргәндер... Башҡорт фольклор ансамбле гөрләп эшләне, хор, бейеү түңәрәктәре булды. Музыка мәк­тәбе авария хәлендә ине, уны Гагарин паркы эргәһендәге яңы бинаға күсерттек, художество мәктәбен дә яңырттыҡ.
Мәҙәниәт һәм ял итеү паркына аттракциондар юллап әллә күпме йөрөнөм, ҙур ҡуласаны Учалы районына ебәрергә тейештәр ине, һөҙөмтәлә уны Күмертауға ҡуй­ҙырттыҡ. Милли кейемдәр тектерт­тек. Күмертауҙа 45 йыл йәшәнем, һәр көн халҡым, милләтем тип йәшәнем, күп эштәр башҡарҙым – шуға шатланам.
– Башҡортостан һағынды­ралыр ул...
–− Тыуған төйәгемде һис онот­ҡаным юҡ. Ейәнсәрҙәрем башҡорт көйҙәрен тыңларға ярата, күмәк­ләп телевизорҙан концерттар ҡарайбыҙ. Башҡорт милли кейемемде кейеп, бейеп тә алалар.
Мәскәүҙә ҡоролтай әүҙем эш­ләй. Бында рухлы башҡорттарҙың күп булыуы ҡыуандыра, бигерәк тә Урал аръяғы райондарынан милләттәштәребеҙ күп. Мәләүез, Күгәрсен, Ейәнсура райондарынан да бар. Улар бер-береһенә ярҙам итә, аралашып йәшәй.
Барыбер Башҡортостан һағын­дыра, бөтә йөрәгем менән мин республикамда. Дуҫтарыма, яҡындарыма, ғөмүмән, барыһына ла ҡайнар сәләм еткерәм!


Автор: Айгөл ХАЛИҠОВА. Район: Күмертау ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә