Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшлегеңдең ҡәҙерен бел
Йәшлегеңдең ҡәҙерен белБашҡортостан мосолмандарының Диниә назаратындағы Йәштәр бүлеге һәм Хәйбулла районы хакимиәте төбәк халҡы өсөн “Хуш, Рамаҙан!” тигән матур осрашыу үткәрҙе.


Сара программаһына ярашлы, тәүҙә шиғыр һөйләүселәр, ҡәләм тирбәтеүселәр араһында шиғри конкурс ойошторолдо. Шиғриәттең матурлыҡ иле, гүзәллек донъяһы икәнен йәнә бер ҡат тәҡрарланы оҫталар.
Ҡәләм тирбәткән балалар жюри ағзаларына, тамашасыларға үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡыны. Күңелгә үтерлек булды һәр сығыш. Тәүге турҙа тәбиғәт, һөйөү, күңел сафлығы хаҡында шиғырҙар яңғы­раһа, икенсеһендә, әйткәне­беҙсә, үҙҙәренең ижад емештәрен тәҡдим иттеләр. Һәр сығыш көслө алҡышҡа күмелде. “Ҡәләм тирбә­теүсе” конкурсында еңеүсе тип райондың Әбүбәкер ауылынан Әлфинә Ултраҡова табылды.
“Йәштәр батлы” конкурсында иһә 15 кеше һынау тотто. Улар араһында барлыҡ турҙарҙы ла уңышлы үтеп, Аҡъяр ауылынан Эльвира Аҡҡужина тамашасы һөйөүен яуланы. Ғөмүмән, шиғриәт яратҡандарҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы, һәммәһенә лә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бына сәхнәнән ихлас шиғыр һөйләп төшкән бер малайға бөгөнгө сара хаҡында тәьҫораттарын белешеп мөрәжәғәт иттем. Бүребай ауылынан Ирек Юламанов икән.
– Бындай сара буласағы хаҡында Интернеттан уҡығас, дуҫтар менән мотлаҡ килергә кәрәк тигән маҡсат ҡуйҙым, – тине ул. – Барыһы ла оҡшай. Концерт ҡарап, рәхәтләнеп бейеп, күңел асып йөрөйбөҙ. Балалар, йәштәр өсөн ошондай саралар күберәк булһын ине.
Йылайыр районының Иҫәнгил­де ауылынан Ғәбделмөрит хәҙрәт Йыһаншин да бындай осрашыу­ҙарҙың бик кәрәклеге хаҡында әйтте.
– Уҡыусыларҙың шиғыр һөйлә­гәнен ҡыуанып ҡарап торам, – тине ул. – Иман­лы, әҙәпле булып үҫһен киләсәк быуын.
Эргәһендә торған шәкерте Төхвәтулла Ҡансурин да әңгәмәгә ҡушылды:
– Аҡъярға тәүге тапҡыр килдем. Байрам юғары кимәлдә ойош­торолған. Йәштәрҙең дә, өлкән­дәрҙең дә бер ҡорға йыйылыуы – ифрат матур күренеш.
“Йәмиғ” мәсетенең имам-мөхтәсибе Юлай хәҙрәт байрамда ҡатнашырға ҡуш ҡуллап риза булға­ны хаҡында белдерҙе. Әйтеүенсә, сараға баш ҡала имамдарын йыйып алып килгәндәр.
– “Ҡартайғансы йәшлегеңдең ҡәҙе­рен бел” тиелә хәҙистә. Килә­сәк быуынға дин, әҙәп, әхлаҡ тураһында йыш һөйләргә, ни уйлағандарын белеп торорға бурыслыбыҙ. Уларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсергә тейешбеҙ, – тине Юлай хәҙрәт.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ислам Байғужин да бындай сараларҙа иманға, әҙәп-әхлаҡҡа өйрәтелеүен, хаҡ юл күрһәтелеүен билдәләне.
– Ошондай саралар республикала күп үткәрелде, – тине ул. – Үҙемә бер нисә районда булыу бәхете тейҙе. Бындай саралар эскелек, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәт­тәрҙән арынырға, милләт-ара дуҫлыҡ ептәрен нығытырға булышлыҡ ҡыла.
Байрам концерт программаһына ла бай булды. Баш ҡаланан килгән сәхнә оҫталары йыйылған халыҡты дәртле көйгә бейетеүгә өлгәште. Саранан һәр кем дәрт-дарман, көс, иман алып ҡайтты.

Хәйбулла районы.


Автор: Л. ЮЛМӨХӘМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә