Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратындағы Йәштәр бүлеге һәм Хәйбулла районы хакимиәте төбәк халҡы өсөн “Хуш, Рамаҙан!” тигән матур осрашыу үткәрҙе.
Сара программаһына ярашлы, тәүҙә шиғыр һөйләүселәр, ҡәләм тирбәтеүселәр араһында шиғри конкурс ойошторолдо. Шиғриәттең матурлыҡ иле, гүзәллек донъяһы икәнен йәнә бер ҡат тәҡрарланы оҫталар.
Ҡәләм тирбәткән балалар жюри ағзаларына, тамашасыларға үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡыны. Күңелгә үтерлек булды һәр сығыш. Тәүге турҙа тәбиғәт, һөйөү, күңел сафлығы хаҡында шиғырҙар яңғыраһа, икенсеһендә, әйткәнебеҙсә, үҙҙәренең ижад емештәрен тәҡдим иттеләр. Һәр сығыш көслө алҡышҡа күмелде. “Ҡәләм тирбәтеүсе” конкурсында еңеүсе тип райондың Әбүбәкер ауылынан Әлфинә Ултраҡова табылды.
“Йәштәр батлы” конкурсында иһә 15 кеше һынау тотто. Улар араһында барлыҡ турҙарҙы ла уңышлы үтеп, Аҡъяр ауылынан Эльвира Аҡҡужина тамашасы һөйөүен яуланы. Ғөмүмән, шиғриәт яратҡандарҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы, һәммәһенә лә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бына сәхнәнән ихлас шиғыр һөйләп төшкән бер малайға бөгөнгө сара хаҡында тәьҫораттарын белешеп мөрәжәғәт иттем. Бүребай ауылынан Ирек Юламанов икән.
– Бындай сара буласағы хаҡында Интернеттан уҡығас, дуҫтар менән мотлаҡ килергә кәрәк тигән маҡсат ҡуйҙым, – тине ул. – Барыһы ла оҡшай. Концерт ҡарап, рәхәтләнеп бейеп, күңел асып йөрөйбөҙ. Балалар, йәштәр өсөн ошондай саралар күберәк булһын ине.
Йылайыр районының Иҫәнгилде ауылынан Ғәбделмөрит хәҙрәт Йыһаншин да бындай осрашыуҙарҙың бик кәрәклеге хаҡында әйтте.
– Уҡыусыларҙың шиғыр һөйләгәнен ҡыуанып ҡарап торам, – тине ул. – Иманлы, әҙәпле булып үҫһен киләсәк быуын.
Эргәһендә торған шәкерте Төхвәтулла Ҡансурин да әңгәмәгә ҡушылды:
– Аҡъярға тәүге тапҡыр килдем. Байрам юғары кимәлдә ойошторолған. Йәштәрҙең дә, өлкәндәрҙең дә бер ҡорға йыйылыуы – ифрат матур күренеш.
“Йәмиғ” мәсетенең имам-мөхтәсибе Юлай хәҙрәт байрамда ҡатнашырға ҡуш ҡуллап риза булғаны хаҡында белдерҙе. Әйтеүенсә, сараға баш ҡала имамдарын йыйып алып килгәндәр.
– “Ҡартайғансы йәшлегеңдең ҡәҙерен бел” тиелә хәҙистә. Киләсәк быуынға дин, әҙәп, әхлаҡ тураһында йыш һөйләргә, ни уйлағандарын белеп торорға бурыслыбыҙ. Уларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсергә тейешбеҙ, – тине Юлай хәҙрәт.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ислам Байғужин да бындай сараларҙа иманға, әҙәп-әхлаҡҡа өйрәтелеүен, хаҡ юл күрһәтелеүен билдәләне.
– Ошондай саралар республикала күп үткәрелде, – тине ул. – Үҙемә бер нисә районда булыу бәхете тейҙе. Бындай саралар эскелек, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәрҙән арынырға, милләт-ара дуҫлыҡ ептәрен нығытырға булышлыҡ ҡыла.
Байрам концерт программаһына ла бай булды. Баш ҡаланан килгән сәхнә оҫталары йыйылған халыҡты дәртле көйгә бейетеүгә өлгәште. Саранан һәр кем дәрт-дарман, көс, иман алып ҡайтты.
Хәйбулла районы.