Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илһөйәрлектең сағыу өлгөһө
Илһөйәрлектең сағыу өлгөһөОшо көндәрҙә адмирал Степан Макаров исемендәге дәүләт диңгеҙ һәм йылға флоты университеты­ның Өфө филиалында курсанттар 924-се айырым гвардия ракеталы диңгеҙ авиация полкы ветерандары менән осрашты.


Сара уҡыу йортоноң хәрби-диңгеҙ музейында башланды. Уның мөдире, уҡытыусы Ринат Иҡсанов ҡунаҡтарға һәм курсанттарға музейҙы ойоштороу, экспонаттарҙың тарихы тураһында һөйләне. Артабан осрашыу тамаша залында дауам итте. Зал 924-се полкты ойоштороу тарихына арналған плакаттар, уның данлы осош юлдары сағылған карта-схема менән биҙәлгәйне. Тантаналы марш аҫтында залға авиация полкының байрағын һәм Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Андрей флагын алып инделәр. Уҡыу йорто директоры Николай Бричкин диңгеҙ авиацияһы ветерандарын, 924-се авиация полкын яҡынлашып килгән 80 йыллыҡ юбилей менән ихлас ҡотланы.
Легендар полк, юғары тиҙлектәге бомбаға тотоу полкы булараҡ, 1938 йылдың майында төҙөлә. 1939 йылда уҡ ул армия генералы Георгий Жуков етәкселегендә Халхин-Гол йылғаһында СССР-ға һөжүм иткән япон илбаҫарҙарын ҡыйрата. 1940 йылда иһә аҡ финдарға ҡаршы һуғыша. Ошо ваҡыт эсендә 318 хәрби осош яһала, 40 летчик орден, миҙалдар менән бүләкләнә. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн полкка “гвардия” исеме бирелә. Киевты обороналағандағы ҡаһарманлығы өсөн II дәрәжә Суворов һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән наградлана. 1950 йылда легендар полк Төньяҡ флотының Хәрби-Һауа Көстәре составына индерелә.Илһөйәрлектең сағыу өлгөһө
Летчик-ветерандар әле лә сафта. Улар йәштәрҙе хәрби-ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индерә, идеологик көрәштең алғы һыҙығында атлай.
– Ошондай иҫтәлекле көндә, Рәсәйҙең тиҫтәләгән ҡалалары менән бер рәттән, беҙгә лә башҡорт ерендә, баш ҡалабыҙ Өфөлә диңгеҙ авиацияһының данлы хәрби летчиктарын ҡабул итергә насип булды. Улар Халхин-Гол, фин һәм Бөйөк Ватан һуғышынан алып, әлегәсә Тыуған илебеҙгә тоғро хеҙмәт итә, уның именлеген һаҡлай, еңеү яулай, – тине Николай Бричкин. – Беҙ, университет коллективы, һеҙҙең алдығыҙҙа, полктың тарихы, легендар летчиктар һәм командирҙар алдында ихтирам менән баш эйәбеҙ.
Бөгөнгө курсанттар киләсәктә данлы полк хәрбиҙәре кеүек үк абруйлы моряктар булһын, Ватанды ҡыйыу һаҡлаһын, легендар диңгеҙ летчиктарынан өлгө алһын!
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин да күптән түгел генә, халыҡ-ара хәлгә ҡарағанда, бөгөн флот – илебеҙҙең иң беренсе яҡлаусыһы, һәр йәһәттән ныҡлы әҙерлек үткән диңгеҙ летчиктарына көслө дауыл да, ел-ямғыр ҙа ҡамасаулай алмай, улар үтәй алмаған бурыс юҡ, тигәйне.
Степан Макаров исемендәге дәүләт диңгеҙ һәм йылға флоты университетының Өфө филиалында үткән күркәм сараға байтаҡ абруйлы ҡунаҡтар килде. Башҡортостан Хәрби комиссариатының бүлек начальнигы Александр Пронин Үҙәк хәрби округ етәкселеге һәм комиссариаттың личный составы исеменән сығыш яһаны. Курсанттар ветерандар менән ихлас аралашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған авиация, уның киләсәге тураһындағы һорауҙарын бирҙе. Әңгәмәнән һуң йәштәрҙең күбеһендә диңгеҙ авиацияһында хеҙмәт итеү теләге тыуҙы. Ватансылыҡ тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡан ветерандар был көндө миҙалдар һәм почет грамоталары менән бүләкләнде.



Автор: Рөстәм ҒӘЛЛӘМОВ, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә