Ошо көндәрҙә адмирал Степан Макаров исемендәге дәүләт диңгеҙ һәм йылға флоты университетының Өфө филиалында курсанттар 924-се айырым гвардия ракеталы диңгеҙ авиация полкы ветерандары менән осрашты.Сара уҡыу йортоноң хәрби-диңгеҙ музейында башланды. Уның мөдире, уҡытыусы Ринат Иҡсанов ҡунаҡтарға һәм курсанттарға музейҙы ойоштороу, экспонаттарҙың тарихы тураһында һөйләне. Артабан осрашыу тамаша залында дауам итте. Зал 924-се полкты ойоштороу тарихына арналған плакаттар, уның данлы осош юлдары сағылған карта-схема менән биҙәлгәйне. Тантаналы марш аҫтында залға авиация полкының байрағын һәм Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Андрей флагын алып инделәр. Уҡыу йорто директоры Николай Бричкин диңгеҙ авиацияһы ветерандарын, 924-се авиация полкын яҡынлашып килгән 80 йыллыҡ юбилей менән ихлас ҡотланы.
Легендар полк, юғары тиҙлектәге бомбаға тотоу полкы булараҡ, 1938 йылдың майында төҙөлә. 1939 йылда уҡ ул армия генералы Георгий Жуков етәкселегендә Халхин-Гол йылғаһында СССР-ға һөжүм иткән япон илбаҫарҙарын ҡыйрата. 1940 йылда иһә аҡ финдарға ҡаршы һуғыша. Ошо ваҡыт эсендә 318 хәрби осош яһала, 40 летчик орден, миҙалдар менән бүләкләнә. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн полкка “гвардия” исеме бирелә. Киевты обороналағандағы ҡаһарманлығы өсөн II дәрәжә Суворов һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән наградлана. 1950 йылда легендар полк Төньяҡ флотының Хәрби-Һауа Көстәре составына индерелә.
Летчик-ветерандар әле лә сафта. Улар йәштәрҙе хәрби-ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индерә, идеологик көрәштең алғы һыҙығында атлай.
– Ошондай иҫтәлекле көндә, Рәсәйҙең тиҫтәләгән ҡалалары менән бер рәттән, беҙгә лә башҡорт ерендә, баш ҡалабыҙ Өфөлә диңгеҙ авиацияһының данлы хәрби летчиктарын ҡабул итергә насип булды. Улар Халхин-Гол, фин һәм Бөйөк Ватан һуғышынан алып, әлегәсә Тыуған илебеҙгә тоғро хеҙмәт итә, уның именлеген һаҡлай, еңеү яулай, – тине Николай Бричкин. – Беҙ, университет коллективы, һеҙҙең алдығыҙҙа, полктың тарихы, легендар летчиктар һәм командирҙар алдында ихтирам менән баш эйәбеҙ.
Бөгөнгө курсанттар киләсәктә данлы полк хәрбиҙәре кеүек үк абруйлы моряктар булһын, Ватанды ҡыйыу һаҡлаһын, легендар диңгеҙ летчиктарынан өлгө алһын!
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин да күптән түгел генә, халыҡ-ара хәлгә ҡарағанда, бөгөн флот – илебеҙҙең иң беренсе яҡлаусыһы, һәр йәһәттән ныҡлы әҙерлек үткән диңгеҙ летчиктарына көслө дауыл да, ел-ямғыр ҙа ҡамасаулай алмай, улар үтәй алмаған бурыс юҡ, тигәйне.
Степан Макаров исемендәге дәүләт диңгеҙ һәм йылға флоты университетының Өфө филиалында үткән күркәм сараға байтаҡ абруйлы ҡунаҡтар килде. Башҡортостан Хәрби комиссариатының бүлек начальнигы Александр Пронин Үҙәк хәрби округ етәкселеге һәм комиссариаттың личный составы исеменән сығыш яһаны. Курсанттар ветерандар менән ихлас аралашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған авиация, уның киләсәге тураһындағы һорауҙарын бирҙе. Әңгәмәнән һуң йәштәрҙең күбеһендә диңгеҙ авиацияһында хеҙмәт итеү теләге тыуҙы. Ватансылыҡ тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡан ветерандар был көндө миҙалдар һәм почет грамоталары менән бүләкләнде.