Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юл төҙөүселәр өсөн ҡыҙыу миҙгел
Юлсыларҙың мәшәҡәте, ҡыш еткәс, бер аҙ кәмей төшә, сөнки юл һалыу һәм уларҙы ремонтлау туҡталып ҡала. Ә яҙ ул ҡабат йәнләнә. Ни өсөн был осорҙа ауыр техникаға юл йөрөү тыйыла? Быйыл юлсылар планлаштырған эш күләме ниндәй? Ҡайһы райондарҙа юл яҡшырасаҡ? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Өфө – Һамар – Силәбе” автомобиль магистрале идаралығы етәксеһе Радмир ВАҺАПОВ яуап бирҙе.
– Ҡыш миҙгелен беҙҙең өсөн ул тиклем үк тыныс тип әйтмәҫ инем, – тип шунда уҡ төҙәтте мине етәксе. – Магистралдәрҙе ҡарау ҙа кәрәк бит әле, әммә был эш юл йөрөүселәр күҙенә әллә ни ташланып бармай. Шулай уҡ юл төҙөлөшө тулыһынса туҡтамай, уның күләме генә кәмей. Буран һәм яуым-төшөм, киреһенсә, ҡышты иң тынысһыҙ миҙгелгә әүерелдерә. Берәй ерҙә тығын булһынмы, был турала илдең иң төпкөл төбәктәрендә лә билдәле була.
– Быйыл март төрлө “күстәнәстәр” әҙерләп ҡуйған икән...
– “Күстәнәс” үк булмаһа ла, ҡарҙың күпләп яуыуы юлсыларҙы “ете ҡат тирен сығарып” эшләргә мәжбүр итте, юлдарҙы ваҡытында таҙартырға кәрәк бит. Шулай ҙа ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, төп бурыстарыбыҙҙы лайыҡлы үтәп сыҡтыҡ.
– Апрелдә ауыр техникаға юл ябыла. Был ни өсөн кәрәк?
– Ул тәбиғәт шарттарына бәйле. Яҙғы һыу юлдың ҡомло тупрағына үтеп инеү сәбәпле, асфальт яҡынса биш тапҡырға йомшара. Ауыр машиналарҙың дүрт аҙна эсендә юлдарҙы ҡалған 11 айҙа йөрөй алмаҫлыҡ итеп боҙоуы бар. Шуға ла 1 апрелдән сикләүҙәр индерелә, һәм ул ай буйы дауам итәсәк.
– Ә был иҡтисадта сағылмаҫмы? Йөк ташыу предприятиелары ни эшләр?
– Беләһегеҙме, бөтәһе лә был сикләү тураһында яҡшы белә. Бындай тыйыуҙар илдә 50 йылдан ашыу ҡабатлана. Беҙ ҙә ай-ай ярым алдан бөтәһен дә ауыр техниканы көткән “отпуск” тураһында иҫкәртәбеҙ. Эйе, бәлки, тыйыуҙы боҙорға теләүселәр табылыр. Әммә был осорҙа юлға сығырға баҙнат иткән йөк машинаһы өсөн предприятиеға 450 мең һумға тиклем штраф һалыныуы бар. Шулай уҡ юлға килтерелгән зыянды ла тулы күләмендә ҡаплатырға тура киләсәк.
– Яҙ юлдарҙа соҡор-саҡырҙар ҙа ҡырҡа арта...
– Эйе, уларҙы ямау ҡотолғоһоҙ, быны беҙҙән шул уҡ тәбиғәт шарттары талап итә. Физика дәреслегенән хәтерләйһегеҙҙер, һыу боҙға әйләнгәндә шешенә. Шуға күрә, көндөҙ иретеп, төнөн һыуытҡанда, һыуҙан барлыҡҡа килгән бәләкәй генә ярыҡ яйлап ҙур соҡорға әйләнеүе ихтимал. Беҙ был соҡорҙарҙы көндәр һыуыҡ булғанда ла, йылы саҡта ла ямай алабыҙ, уның бары технологияһы ғына айырыла.
– Яҡын киләсәккә ниндәй бурыстар ҡуйылған?
– Быйыл юлдарҙы ҡарау, төҙөкләндереү һәм капиталь ремонтлау программаһына ярашлы 1,4 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Дөйөм оҙонлоғо 181 километр тәшкил иткән 28 юл төҙөкләндереләсәк. Ә капиталь ремонтлау Дүртөйлө менән Ауырғазы райондарындағы дөйөм оҙонлоғо 2,9 километр тәшкил иткән юлдарға ҡағыласаҡ. Шулай уҡ юл билдәләрен ҡуйыу һәм ҡамауҙарҙы алмаштырыу ҙа күҙҙә тотола. Быйыл видеокүҙәтеүле метеоүҙәктәр урынлаштырыу дауам итәсәк. Шулай уҡ йәйәүлеләр үткәүелендә һәм туҡталыштарҙа ҡояш батареяһынан эшләгән яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ.
– Бөгөн федераль юлдарҙағы тығындарға зарланыусылар етерлек. Ошо мәсьәләне хәл итеү сараһы күреләме?
– Ысынлап та, юлдарҙың ҡайһы бер өлөштәрендә техниканың күплегенән йыш ҡына тығындар барлыҡҡа килә. Был бигерәк Өфө янындағы юлдарға хас күренеш. Был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр буласаҡ. Идаралыҡ тарафынан юлдарҙы яйлап төҙөкләндереү ҡаралған, улар яҡтыртыласаҡ, ә федераль трассалар алты юл теҙмәһенән торасаҡ. Шоферҙар өсөн ял итеү урындары, машиналарҙы йүнәтеү өсөн эстакадалар булдырыу күҙҙә тотола. Юлдарҙы ауылдарҙан ситләтеп һалыу ҙа төп бурыстарҙың береһе – был һаман да шул тығындарҙы һәм шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә техниканың кире йоғонтоһон аҙ ғына булһа ла кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән, был йәһәттән һуңғы биш йылда күп эш башҡарыла, иң ҡатмарлы участкалар – 60 километрҙан ашыу юл төҙөкләндерелде.
Илдар ӘХМӘҘИЕВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 6

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә