Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тарих йылъяҙмаһын бергәләп яҙайыҡ
Тарих йылъяҙмаһын бергәләп яҙайыҡРедакцияға килгән хаттарға байҡау яһар алдынан тормош ығы-зығыһына ҡарамай, сәләм юлларға ваҡыт тапҡан тоғро дуҫтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Әүҙем авторҙарыбыҙ йәй башында ла беҙҙе фәһемле яҙмалары, мәҡәләләре, шиғырҙары менән һөйөндөрҙө. Хаттарҙың йөкмәткеһе төрлөсә. Кемдер үҙенең хәле тураһында һөйләй, икенселәр проблемаларын бәйән итә һәм, әлбиттә, “Башҡортостан” гәзите хаҡында фекерҙәрен еткерә.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан Әл­фиә Зәбдинова төп милли баҫмаға икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, отош уйыны акцияһында ҡатнашыу өсөн квитан­цияның күсермәһен һалып ебәргән. Үҙенең хатында хеҙмәт­кәр­ҙәргә яңынан-яңы уңыштар теләгән. “Гәзитте алдырып, ихлас уҡып барам. 82 йәштә булһам да, баҫманың килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Гәзит биттә­рендә сыҡҡан фәһемле мәҡәләләр, яңылыҡтар оҡшай. Почтала эшлә­гән Зөлфиә Мөхтәрова үҙенә йөк­мәтелгән эште намыҫлы үтәй”, – тип яҙған Иглин районының Түбәнге Ләмәз ауылынан Илтүҙәр Харунов.
Киләһе хат авторы гәзит уҡыу­сыларға яҡшы таныш – Белорет райо­нынан Нурулла Миһранов. Ул үҙенең хатында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына әйләнеп ҡайт­ҡан. “Беҙҙең Манышты ауылынан күптәр һуғыш яланында ятып ҡалған. Иҫән ҡайтҡандарын да тыуған яғында емереклек, иҫкелек, аслыҡ-яланғаслыҡ көтөп торҙо. Ауылда йәшәгәндәргә, һуғыш ветераны булһалар ҙа, әллә ни хөр­мәт күрһәтелмәне. Яугир­ҙәрҙең күбеһе фронттан әйләнеп ҡайтҡас та ғаиләһен ҡарау, тормош көтөү өсөн Инйәр леспромхозына ағас ҡырҡырға, ташырға сыҡты һәм башҡа эштәр менән булды. Уларҙың бит күбеһе яраланып ҡайтты. Мәҫәлән, Нәҙерғәле Байрамғәлин һәр саҡ таяҡҡа таянып йөрөнө, Солтан­гәрәй Мансуров гел һыҙлан­ды, Ғәббәс Әбүбәкиров, Ишмөхәмәт Ғилманов, яралары төҙәлмәгәс, ағас ҡырҡа алманы, урмансы булды. Аҙыҡ-түлек иркен һатылманы, һәр кемгә норма менән бирелде. Хәҙер күҙ алдына килтере­геҙ әле: иртән сәғәт 7-лә тороп, йәйәү әллә нисә километр атлап барған эшсе кискә тиклем бил бөгөп нисек түҙҙе икән?” – тиелгән хатта.
Сираттағы хәбәр ҙә ошо юҫыҡтан сығып яҙылған. “Еңеү байрамында парад ҡарап уйланып ултырҙым. Төнөн иһә атайымды төшөмдә күрҙем. Әсәйем һөйләгәнсә, тулы кәүҙәле, матур кейенгән, сәсе киҫелгән, аҡ йөҙлө. Төшөмдә генә күргән атайымды уйлап әллә нисә көн иланым”, – тип кисерештәре менән уртаҡлашҡан Ауырғазы районының Талбазы ауылынан Ғәзимә Шәмсетдинова.
Редакцияға шулай уҡ талантлы шәхестәр, һоҡланғыс кешеләр хаҡын­да яҙалар. Шундай авторҙарҙың береһе – Дыуан районынан Айҙар Ғәзизов Рәйес Әкрәмов тураһында бәйән иткән. “Балаҡатайҙың Түбәнге Үтәш ауылында көн иткән уҙаман балаларына абруйлы атай, ҡаты­ны­на – яҡшы ир, туғандарына – хәстәр­лекле ағай һәм, моғайын, донъялағы иң бәхетле заттарҙың береһелер. Ни өсөнмө? Ул иң яҡын кешеләре араһында, уларҙың хәстәрлегенә күмелеп йәшәй”, – тип хәбәр итә ул.
Гәзит – халыҡтың уртаҡ хеҙмәт емеше. Һеҙҙән тағы ла йөкмәткеле, уҡымлы, төрлө яҙмышлы кешеләр хаҡында хаттар көтәбеҙ. Хәбәрләшеп торайыҡ, дуҫтар. Тарих йылъяҙ­маһын бергәләп яҙайыҡ!


Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә