Редакцияға килгән хаттарға байҡау яһар алдынан тормош ығы-зығыһына ҡарамай, сәләм юлларға ваҡыт тапҡан тоғро дуҫтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Әүҙем авторҙарыбыҙ йәй башында ла беҙҙе фәһемле яҙмалары, мәҡәләләре, шиғырҙары менән һөйөндөрҙө. Хаттарҙың йөкмәткеһе төрлөсә. Кемдер үҙенең хәле тураһында һөйләй, икенселәр проблемаларын бәйән итә һәм, әлбиттә, “Башҡортостан” гәзите хаҡында фекерҙәрен еткерә.Мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан Әлфиә Зәбдинова төп милли баҫмаға икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, отош уйыны акцияһында ҡатнашыу өсөн квитанцияның күсермәһен һалып ебәргән. Үҙенең хатында хеҙмәткәрҙәргә яңынан-яңы уңыштар теләгән. “Гәзитте алдырып, ихлас уҡып барам. 82 йәштә булһам да, баҫманың килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Гәзит биттәрендә сыҡҡан фәһемле мәҡәләләр, яңылыҡтар оҡшай. Почтала эшләгән Зөлфиә Мөхтәрова үҙенә йөкмәтелгән эште намыҫлы үтәй”, – тип яҙған Иглин районының Түбәнге Ләмәз ауылынан Илтүҙәр Харунов.
Киләһе хат авторы гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш – Белорет районынан Нурулла Миһранов. Ул үҙенең хатында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына әйләнеп ҡайтҡан. “Беҙҙең Манышты ауылынан күптәр һуғыш яланында ятып ҡалған. Иҫән ҡайтҡандарын да тыуған яғында емереклек, иҫкелек, аслыҡ-яланғаслыҡ көтөп торҙо. Ауылда йәшәгәндәргә, һуғыш ветераны булһалар ҙа, әллә ни хөрмәт күрһәтелмәне. Яугирҙәрҙең күбеһе фронттан әйләнеп ҡайтҡас та ғаиләһен ҡарау, тормош көтөү өсөн Инйәр леспромхозына ағас ҡырҡырға, ташырға сыҡты һәм башҡа эштәр менән булды. Уларҙың бит күбеһе яраланып ҡайтты. Мәҫәлән, Нәҙерғәле Байрамғәлин һәр саҡ таяҡҡа таянып йөрөнө, Солтангәрәй Мансуров гел һыҙланды, Ғәббәс Әбүбәкиров, Ишмөхәмәт Ғилманов, яралары төҙәлмәгәс, ағас ҡырҡа алманы, урмансы булды. Аҙыҡ-түлек иркен һатылманы, һәр кемгә норма менән бирелде. Хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ әле: иртән сәғәт 7-лә тороп, йәйәү әллә нисә километр атлап барған эшсе кискә тиклем бил бөгөп нисек түҙҙе икән?” – тиелгән хатта.
Сираттағы хәбәр ҙә ошо юҫыҡтан сығып яҙылған. “Еңеү байрамында парад ҡарап уйланып ултырҙым. Төнөн иһә атайымды төшөмдә күрҙем. Әсәйем һөйләгәнсә, тулы кәүҙәле, матур кейенгән, сәсе киҫелгән, аҡ йөҙлө. Төшөмдә генә күргән атайымды уйлап әллә нисә көн иланым”, – тип кисерештәре менән уртаҡлашҡан Ауырғазы районының Талбазы ауылынан Ғәзимә Шәмсетдинова.
Редакцияға шулай уҡ талантлы шәхестәр, һоҡланғыс кешеләр хаҡында яҙалар. Шундай авторҙарҙың береһе – Дыуан районынан Айҙар Ғәзизов Рәйес Әкрәмов тураһында бәйән иткән. “Балаҡатайҙың Түбәнге Үтәш ауылында көн иткән уҙаман балаларына абруйлы атай, ҡатынына – яҡшы ир, туғандарына – хәстәрлекле ағай һәм, моғайын, донъялағы иң бәхетле заттарҙың береһелер. Ни өсөнмө? Ул иң яҡын кешеләре араһында, уларҙың хәстәрлегенә күмелеп йәшәй”, – тип хәбәр итә ул.
Гәзит – халыҡтың уртаҡ хеҙмәт емеше. Һеҙҙән тағы ла йөкмәткеле, уҡымлы, төрлө яҙмышлы кешеләр хаҡында хаттар көтәбеҙ. Хәбәрләшеп торайыҡ, дуҫтар. Тарих йылъяҙмаһын бергәләп яҙайыҡ!