Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Палатала тынсыу. Тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары Мәҙхәттең битен һыйпағандай тойолдо…
Ауыр ине уға… Ап-аҡ стеналарҙан һалҡын бөркөлә. Ирҙең ҡул-аяҡтары бинтҡа уралған. Ҡуҙғалайым тигәс, ҡыймылдай алманы, ыңғырашып ҡуйҙы. Шуны ғына көткәнме ни, аҡ сырайлы, ап-аҡ кейемле фәрештәләй шәфҡәт туташы янына килеп баҫты.
– Хәйерле сәғәттә… Уяндыңмы, Мәҙхәт ағай? Ас, ас күҙҙәреңде, ҡурҡма! – “Фәрештә” ирҙең беләгенән системаны ысҡындырҙы.
– Миннн… оҙҙҙаҡҡҡ… яттыммы мммында-а-а?
– Тыныслан. Әлегә реанимациялаһың. Тиҙҙән палатаға сығарырҙар. Бөгөн һине килтереүҙәренә унынсы көн.
– Ы-ы-ыһ… Унннынннсы кккөннн?!.. Ы-ы-ыһ… Сссәссеүү… сссәссеү яна… А-а-ах!
– Бер нимә лә янмай! Борсолмағыҙ. Хужалығы­ғыҙҙа сәсеү эштәре гөрләп бара. Хәлегеҙҙе белергә килгән дуҫтарығыҙ һөйләне.
…Барырға шул тиклем теләмәгәйне Мәҙхәт “Балҡыш” колхозына. Ай-вайына ҡарамай күндерҙе­ләр. Уға ҡәҙәр эшләгән Һайранов һаулығы ҡаҡшап ғариза яҙғас, Мәҙхәттең кандидатураһын тәҡдим иткәндәр, дөйөм йыйылышта күпселек тауыш йыйып һайланып ҡуйылды. Хужалыҡ насар түгел. Мал һаны, ит, һөт етештереү буйынса ла күрһәткестәре ярайһы. Эшләрҙәй механизаторҙары бар менән юҡ араһында. Техника паркын яңыртҡандар. Хеҙмәт хаҡын насар алмайҙар. Йәштәр ситкә йөрөп эшләй. Эскәне эсә. Бына тигән ике йәш механизатор йота башлаһа, туҡтай белмәй. Ундай бәндәгә хужалыҡ техникаһын ышанып тапшыр ҙа эш алға барыр тип көт инде… Сәсеүҙе башҡарып сығыу борсоуға һалды Мәҙхәтте. Сәсеүлектәр киң. Эшләргә кәрәк. Орлоҡлоҡ материал етә. Техникаға ултыртырға кеше етешмәй тип сәсмәй ҡалыу тауыҡ көлкөһө. Кемгә барып төртөлөргә? Нишләргә? Яңы йылда хаҡлы ялға сыҡҡан алдынғы механизатор Тәлғәт ҡартҡа барып кәңәш иткәндә? Ғүмер буйы трактор йүгәнләгән кеше һүҙемде аҫҡа ҡалдырмаҫ.
Яҙғы иртә. Урамдар йәшеллеккә күмелгән. Тирәктәрҙә ҡоштар һайрай. Башҡа ваҡыт булһа, Мәҙхәт үҙе лә уларға ҡушылып көйләр ине. Бөгөн уның ҡайғыһы юҡ. Тәлғәт ҡарт йәшәгән өйҙөң ҡапҡаһын асып кереүгә ожмах ишеген үткәндәй булды Мәҙхәт. Төҙөк, буяулы йорт, ҡаралты-ҡура күҙ­ҙәрҙе иркәләй, йәм-йәшел үләндә сүпләнеп йөрөгән сыбар тауыҡтар менән әтәс ихатаны нисек йәмләй! Эргә-тирәгә мейестә бешкән икмәк еҫе таралған. Ата-әсәһе иҫән сағындағы Мәҙхәттең туған йортон хәтеренә төшөрҙө бындағы күренеш. Үҙенең әлеге өйөн күҙ алдына килтерҙе. Ҡоймаларына ҡәҙәр кирбестән өйҙөрҙө, мунсаны ҡышын да йылы тотоу иҫәбе менән газ яғыулығына тоташтырып, өйгә ҡушып төҙөттө. Ихата эсендә тротуар плитә, дүрт мөйөштә арыҫлан һындары, бәләкәй генә фонтан ултыра, әкиәт илен хәтерләткән сатыр, йәйҙәрен баштарҙы әйләндерерлек гөлдәр үҫә… Өйҙөң эсендәгеһе унан да текәрәк. Ирҙең йәне генә тыныс түгел. Һуңғы арала өйөнә ҡайтып керәһе лә килмәй. Ҡатыны ла нәфсеһен тыя алмай. Тегеһе кәрәк, бы­ны­һы юҡ. Алһаң, уныһы нимәгә, башҡаһын ҡарайһы булған, тип һөйләнә. Дуҫтары күп. Ял һайын ҡайһыһы булһа ла килә. Шарап эсеп, мунса кереп, күңел асып таралышалар. Улар артынан сәйер әйберҙәр ҙә тапҡылайҙар… Әллә?! Төрлөһөн ишетергә тура килә Мәҙхәткә. Ундай-бындай шиктәр йөрәген семеткеләп үтә...
– Килдеңме, энем? Килгәс, уҙ. – Ҡарт эшен ситкә ҡуйҙы. Ҡунағын өйгә саҡырҙы.
Хужабикә иртә менән мейестә икмәк, эремсек бәрәмәсе бешереп алған, һөтөн айыртҡан, ҡайнар сәйен өлгөрткән. Ҡаймаҡлап, баллап сәй эскәндән һуң йомошон әйтте Мәҙхәт. Яуап ул көткәнсә яңғыраманы:
– Нимә, энем, минән көлөүең шулмы?
– Нишләп көләйем, Тәлғәт ағай? Киреһенсә, һеҙгә ышанып килдем. Пенсияға оҙаттылар ҙа оноттолар тип үпкәләп ятмағыҙ. Һеҙ бит әле көсөгөҙҙәге кеше!
Ҡарттың сырайы боҙолдо. Ҡаштары йыйырылды.
– Энем, мин был көндө ғүмерем буйы көттөм. Утыҙ ете йыл буйы йәйен-ҡышын һалҡын тимер, гөрләп торған тауыш эсендә эшләп ҡара ла унан әйтерһең. Юҡ, булмай, бармайым!
– Һуң, Тәлғәт ағай, мал-тыуар ҡарайһығыҙ, фуражы, һаламы кәрәк. Бәлки, уйларһығыҙ, ә?
– Мин әйттем: юҡ! Ана, йәштәр эшләһен! Беҙҙең дәүер үткән.
– Йәштәр эскене алға алған шул, ағай. Булырҙайҙары ситкә йөрөп эшләй…
– Уныһы шулай, энем. Мин үҙ һүҙемде әйттем.
– Ә бәлки… Һеҙҙең улығыҙ?..
– Минеке лә ситкә йөрөп эшләй. Ошо көндәрҙә ҡайтырға тейеш.
– Ул сыға алмаҫ микән?
– Күптән бәлиғ булған бала өсөн яуап бирә алмайым.
…Кәйефһеҙ сыҡты Мәҙхәт Тәлғәт ҡарт йортонан. Башын эйеп машинаһына ултырғанда күҙ алдары ҡараңғыланып ҡуйҙы. Баҫыуҙарҙы әйләнеп ҡайтырға уйланы. Ауылды сыҡҡанда тыны бөтә, эҫелектән күкрәге яна башланы. Машинаһының быялаларын төшөрөү ҙә хәлен еңеләйтмәне. Иҙеүен ысҡындырҙы. Һыу эсте. Башҡаһын хәтерләмәй…
Бөгөн уны палатаға сығарҙылар. Ике урынлыҡ бүлмәлә яңғыҙы. Өс көндән ҡалаға оҙатасаҡтар. Дауалаусы табип шулай ҡарар иткән. Һынған ҡулы гипста. Тәненең һыҙырылған урындары төҙәлеп килә. Иртән Санияһы килеп китте. Борсолоуҙан ул да ябығып киткән. Төштән һуң ямғыр яуып үтте. Тағы баҫыу эштәренә ҡамасауланы, тип көйөндө Мәҙхәт. Телефонын да бирмәйҙәр. Борсолорға, оҙаҡ һөйләшергә ярамай, тиҙәр.
Йоҡомһорап ята ине, ишек ҡаҡтылар. Тәлғәт ҡарттың улы килгән икән.
Пакет-пакет күстәнәстәр өләшеп хәл белеште, етәксенең тиҙерәк һауығыуын теләне.
– Иҫән-һау ҡайттыңмы?
– Шөкөр. Йәй буйы ауылда буласаҡмын, Алла бо­йорһа. Бер эйәләшеп китһәм, бәлки, ҡалырмын да әле…
– Шаярмаааа…, егет, шаярмаааа…
– Юҡсы! Бер ҙә шаярып һөйләмәйем. Иртә культуралар сәсеүҙе теүәлләнек. Бына бөгөн йылы ямғыр яуып үтте. Беҙҙең тырышлыҡты хупланы ул!
– Һин?.. Әллә?.. – Мәҙхәт егеткә текәлеп ҡараны. Күҙҙәре йәшләнде.
– Эйе. Беҙ сәсеүҙә. Эшләйбеҙ. Эшләйәсәкбеҙ!
Был минутта Мәҙхәт донъялағы иң бәхетле кеше ине.


Автор: Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 3

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 4

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған 03.06.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште 03.06.2026 // Йәмғиәт

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа ......

Тотош уҡырға 3

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә