Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Биҙәктәрендә – күңел балҡышы
Биҙәктәрендә – күңел балҡышы Халҡыбыҙ элек-электән ҡул эштәренә оҫта булған. Тауарға ҡытлыҡ мәлендә уңған апай-әбейҙәр, килендәр мендәр тыштары, карауат, өҫтәл япмалары, ашъяулыҡ, ҡулъяулыҡ, таҫтамал сигә торғайны. Бындай матур кәсеп ауылдарҙа хәҙер ҙә дауам итә. Ҡул эше оҫталарына бының өсөн мөмкинлектәр етерлек. Элек сағыу төҫтәрҙән биҙәктәр сигеү, бәйләү өсөн иҫке трикотаж кейем-һалымды һүтеп файҙаланһалар, бөгөн баҙар һәм магазиндарҙа ептәрҙең йәнең теләгәнен һатып алырға була.
Иҫке Уразай ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Миңзәлә Мусина – маһир ҡул оҫталарының береһе. Үҙ ғүмерендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ урындыҡ япмаһы, мендәр тышлығы сиккән, бәйләгән, теккән ул.
Күҙ нурҙарын ҡушып һырлаған биҙәкле әйберҙәрен туғандарына, килендәренә бүләк итеп әҙерләп, күпме күңелгә ҡыуаныс өләшкән ул?! Элек был шөғөл менән ҡыҙыҡһынып мауыҡһа, хәҙер йөрәк әрнеүҙәрен баҫыу өсөн ҡулына энә-еп ала. Еткән ҡыҙы Лилиананың ике йәшлек сабыйы Айҙарҙы ваҡытлыса ата-әсәһенә ҡалдырып сығып китеп, хәбәрһеҙ юғалыуы, йылдар үткәс, уның һөйәктәрен табып ҡайтарып ерләүҙәре, 41 йыл бергә ғүмер кисергән ире Фәрҙәт Ислам улының ҡапыл вафат булыуы… Йөрәге барыһын да һыйҙырған Миңзәлә Ғакиф ҡыҙының. Инде ейәне Айҙар ҙур инде. Уразай урта мәктәбенең бишенсе класын тамамлаған малай өләсәһенә ҡыйынлыҡ килтермәй үҫеп килә. Миңзәлә апайҙың таянысы, йорт эштәрендә уң ҡулы.
Фәрҙәт ағайҙың ағастан яһаған беренсе шкатулкаларын, һуңғы сувенирҙарын ҡулына алған һайын һөйөклөһөнөң үҙен күргәндәй була Миңзәлә апай. Оҫта хужаның тылсымлы ҡулдары булдырған семәрле тәҙрә ситтәре ҡәҙерле иҫтәлек булып бөгөн дә хеҙмәт итә.
Айҙарға, улдарының балаларына яратҡан өләсәй булып, барыһына ла сәләмәтлек теләп, булғанына шөкөр итеп йәшәй күңел кисерештәрен биҙәктәргә төшөрөүҙән йәм һәм ҡыуаныс таба белгән ҡул оҫтаһы Миңзәлә Мусина.


Автор: Х. ӘМИНЕВА. Район: Балтас районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә