Халҡыбыҙ элек-электән ҡул эштәренә оҫта булған. Тауарға ҡытлыҡ мәлендә уңған апай-әбейҙәр, килендәр мендәр тыштары, карауат, өҫтәл япмалары, ашъяулыҡ, ҡулъяулыҡ, таҫтамал сигә торғайны. Бындай матур кәсеп ауылдарҙа хәҙер ҙә дауам итә. Ҡул эше оҫталарына бының өсөн мөмкинлектәр етерлек. Элек сағыу төҫтәрҙән биҙәктәр сигеү, бәйләү өсөн иҫке трикотаж кейем-һалымды һүтеп файҙаланһалар, бөгөн баҙар һәм магазиндарҙа ептәрҙең йәнең теләгәнен һатып алырға була. Иҫке Уразай ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Миңзәлә Мусина – маһир ҡул оҫталарының береһе. Үҙ ғүмерендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ урындыҡ япмаһы, мендәр тышлығы сиккән, бәйләгән, теккән ул.
Күҙ нурҙарын ҡушып һырлаған биҙәкле әйберҙәрен туғандарына, килендәренә бүләк итеп әҙерләп, күпме күңелгә ҡыуаныс өләшкән ул?! Элек был шөғөл менән ҡыҙыҡһынып мауыҡһа, хәҙер йөрәк әрнеүҙәрен баҫыу өсөн ҡулына энә-еп ала. Еткән ҡыҙы Лилиананың ике йәшлек сабыйы Айҙарҙы ваҡытлыса ата-әсәһенә ҡалдырып сығып китеп, хәбәрһеҙ юғалыуы, йылдар үткәс, уның һөйәктәрен табып ҡайтарып ерләүҙәре, 41 йыл бергә ғүмер кисергән ире Фәрҙәт Ислам улының ҡапыл вафат булыуы… Йөрәге барыһын да һыйҙырған Миңзәлә Ғакиф ҡыҙының. Инде ейәне Айҙар ҙур инде. Уразай урта мәктәбенең бишенсе класын тамамлаған малай өләсәһенә ҡыйынлыҡ килтермәй үҫеп килә. Миңзәлә апайҙың таянысы, йорт эштәрендә уң ҡулы.
Фәрҙәт ағайҙың ағастан яһаған беренсе шкатулкаларын, һуңғы сувенирҙарын ҡулына алған һайын һөйөклөһөнөң үҙен күргәндәй була Миңзәлә апай. Оҫта хужаның тылсымлы ҡулдары булдырған семәрле тәҙрә ситтәре ҡәҙерле иҫтәлек булып бөгөн дә хеҙмәт итә.
Айҙарға, улдарының балаларына яратҡан өләсәй булып, барыһына ла сәләмәтлек теләп, булғанына шөкөр итеп йәшәй күңел кисерештәрен биҙәктәргә төшөрөүҙән йәм һәм ҡыуаныс таба белгән ҡул оҫтаһы Миңзәлә Мусина.