Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һеҙҙән – һорау, беҙҙән – яуап
— Хәҙер һатыуҙа ҡатнаш аҙыҡтың ниндәйе генә юҡ. Сит илдеке генә әллә нисә төрлө. Ҡоштарға тигәне лә, һыйыр малына кәңәш ителгәне лә етерлек. Уларға аҙыраҡ аңлатма бирһәгеҙ ине.
И. СӘРҮӘРОВА.
Стәрлетамаҡ районы.


— Ҡатнаш аҙыҡты, составына һәм ниндәй ҡош-ҡортҡа, малға тәғәйенләнешенә ҡарап, бер нисә төркөмгә бүләләр.
Концентрат ҡатнаш аҙыҡ (ҡатнаш аҙыҡ-концентраты) “К” хәрефе менән билдәләп йөрөтөлә. Ул аҙыҡты баланслау өсөн файҙаланыла.
Тулы рационлы ҡатнаш аҙыҡ (полнорационная комбикорма) “ПК” хәрефтәре менән билдәләнә. Аҙыҡты тулыһынса кәрәкле матдәләр менән тәьмин итә.
Аҡһым-витаминлы һәм минераль витаминлы өҫтәмәләр (белково-витаминные, минерально-витаминные добавки) “БВД” һәм “БМВД” хәрефтәре менән билдәләнә. Был өҫтәмәләрҙе аҙыҡ массаһына 5 – 25 процент иҫәбенән индерәләр. Витаминын тарҡатмаҫ өсөн эҫелеге 80 градустан ашыу булған аҙыҡҡа ҡушмайҙар.
Премикстарҙы “П” хәрефе менән билдә­ләй­ҙәр. Масса минералдарҙан һәм биологик матдәләрҙән тора. Аҙыҡҡа бер проценттан да артыҡ ҡушмайҙар. Уны ла эҫегә һалырға ярамай.
Ҡатнаш аҙыҡтар төркөмөнә шулай уҡ һөт­тө алыштырғыстар ҙа (ЗЦМ – һыйырҙыҡы, ЗСМ – сусҡаныҡы, ЗОМ – һарыҡтыҡы) инә. Ҡатнаш аҙыҡтың ниндәй ҡошҡа, малға яраҡ­лаштырылғанын белер өсөн һан кодына күҙ һалырға кәрәк. Түбәндәге таблица ошо турала һөйләй.

ҠАТНАШ АҘЫҠТЫҢ ҺАН КОДЫ

Һандар Ҡайһы ҡош, малға тәғәйенләнгән
1– 9 Тауыҡ
10 – 19 Күркә
20 – 29 Өйрәк
30 – 39 Ҡаҙ
40 – 49 Цесарка, бүҙәнә, күгәрсен,
башҡа ҡош-ҡорт
50 – 59 Сусҡа
60 – 69 Һыйыр малы
70 – 79 Ат
80 – 84 Һарыҡ
85 – 89 Кәзә
90 – 94 Ҡуян
100 – 109 Тире өсөн аҫрала
торған йәнлектәр
110 – 119 Балыҡ

* * *

– Быҙау тыуған саҡта баш яғы түгел, ә арты менән килде һәм һыйырға ярҙам итергә кәрәк булды. Шуғалырмы, быҙау бик йонсоу. Был сағында ни эшләргә?
А. ҒӘЗИЗОВА.
Ишембай районы.


— Быҙау йонсоу тыуғанда, һыйырҙың барлыҡ ыуыҙын уға эсереп бөтөрөргә кәрәк. Әгәр ҙә һыйырҙың һөтө аҙ булһа, башҡа та­ҙа малдың яңы ғына һауылған һөтөн (парное молоко), бер литрына өс тауыҡ йоморт­ҡаһы ҡушып, ике бал ҡалағы аш тоҙо өҫтәп, ныҡ итеп болғатаһың. Һис юғы, ошо күләм­дәге йы­лы һыуға ике ҡалаҡ тоҙ, ике йомортҡа һал­һаң да була. Хәҙер һатыуҙа “Гаврюша” тип аталған витаминлы минераль өҫтәмәләр ҙә бар. Алты-ете көндән һуң уларҙы бирһәгеҙ, быҙауҙың хәле яҡшырыр. Әйткәндәй, был өҫтә­мәләр таҙа тыуғандары өсөн дә бик файҙалы.

* * *

– Ағайым быҙауҙарын һыуыҡта үҫтерә. Әйтеүенсә, малҡайҙар сир-маҙарҙы белмәй, сыныға...
Ғ. ТАҺИРОВ.
Көйөргәҙе районы.


— Был алым 50-се йылдарҙа зоотехник Штейман тарафынан индерелгәйне. Ләкин ул киң тарала алманы. Берҙән, һалҡында үҫтерелгән быҙауҙарҙың үпкәһенә һыуыҡ тейеүсән. Икенсенән, хайуанҡайҙарҙың аша­ға­ны үҫеү түгел, ә тәнен йылытыу өсөн китә. Шуға ла, һыуыҡта сыныҡтырылған быҙауҙар­ҙың йөнө мышы балаһыныҡы шикелле ҡуйы булһа ла, йылыла үҫтерелгәнгә ҡарағанда бәләкәйерәк. Беҙҙеңсә, иң ҡулайы – йылыла үҫтереп, яҙ ҡояш ныҡлап йылытҡас ҡына сығарыу. Йәй буйы, көҙ улар барыбер сыныға.

* * *

— Йәш тауыҡты олоһонан нисек айырырға?
М. САФИНА.
Борай районы.


— Ҡарт ҡоштарҙың тиреһе һәм аяҡтары ҡоро була. Ҡараштары тоноғая төшә. Бик күптәре ауырлығы менән дә айырыла. Олораҡтар йәше үткән һайын һимерә төшә, тәндәрендә май ҡатламы барлыҡҡа килә.

* * *

— Хәҙер витаминлы минераль өҫтәмәләр күпләп сыға. “Рябушка” тигәне бройлер тауыҡтарына, себештәренә яраймы?
Д. АЛТЫНБАЕВ.
Ғафури районы.


— Әлбиттә, бройлер тауыҡтарының аҙығына “Рябушка”ны ҡушып була. Тик был витаминлы минераль өҫтәмә йомортҡа һалыусылар өсөн иҫәпләнгән. Ә бройлер тауыҡтары — иттеке. Шуға ла “Бройлер” тип аталған өҫтәмәне алырға кәңәш итәбеҙ. Унда ҡоштоң һөлдәһен нығытыр, тиҙерәк үҫтерер өсөн “селен” тип аталған ми­кроэлемент ҡушылған.
Өҫтәмәләрҙе алғанда һаҡ булығыҙ: баҙарға яҡшы сифатлыһы менән бергә ялғаны ла сығарыла. Премикстарҙы фирма йәки махсус магазиндарҙан алырға тыры­шығыҙ. Унда махсус пакеттарҙа һаталар. Был пакеттарҙың буяуы бөтмәй, яҙыуҙар юйылмай. Ә бына үтә күренмәлеләрҙәге, ҡағыҙ һауыттарҙағы “өҫтәмә”ләр ҡояш нурында, асыҡ һауала бик тиҙ боҙола, булған витамины ла тарҡалып бөтә.


Автор: Т.МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә