Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уның исеме —халыҡ телендә
Мәшһүр яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исеме, бәхеткә күрә, халыҡ теленән, гәзит һәм журнал биттәренән төшмәй.
Балалар һәм үҫмерҙәр уның тураһында башҡорт телендә генә түгел, урыҫ, украин һәм башҡа телдәрҙә лә шиғырҙар, рефераттар, курс эштәре яҙа. Республика Хәрби Дан музейында, уның филиалы — Дим биҫтәһендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының мемориаль музейында Шайморатовҡа һәм уның батыр яуҙаштарына арналған бай материал тупланған. Бында килеүселәр Шайморатовтың тормошо, хәрби юлдарының әле бер, әле икенсе яҡтары менән ҡыҙыҡһына. Ярлы ғаиләлә үҫеп, байҙарҙа йомошсо малай, хеҙмәтсе булып тамаҡ туйҙырған, мәктәптә уҡыуҙан мәхрүм ителгән был яҡташыбыҙҙың хәрби өлкәлә ҙур дәрәжәләргә өлгәшә алыуы, ил күләмендә билдәлелеккә сығыуы һәм дошманға ҡаршы яуҙа батырҙарса һәләк булыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
М. Шайморатов 1899 йылдың 15 авгусында бөгөнгө Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов (элек Биштәкә) ауылында тыуған. Әсәһе уға 10 йәш тулғанда вафат була. Атаһы йәйен-ҡышын зимагорлыҡта, ауыр эштәрҙә алыҫ тарафтарҙа юғалып йөрөй. Әкиәттәгесә, йыл үҫәһен көн үҫкән Миңлеғәле 10 йәшенән үҙ көнөн үҙе күрергә мәжбүр була. Баштараҡ ваҡ йомош-юлға йүгергән малай тиҙ арала ҡул араһына инә башлай һәм үҙенең ат йәнле икәнлеген күрһәтә. Бай хужа һоҡланып ҡарап тора: был малай ат өйөрөн һарайҙан выжлатып сығарып ебәрә һәм ауыл уртаһында йәйрәп ятҡан быуала һуғарып алып ҡайта, бесән һала, аҫтын таҙарта. Ә йәйгә сыҡҡас, йылҡыны төндә көтә һәм шулай уҡ байҙың хуплауына, хатта “улым” тип арҡаһынан һөйҙөрөүенә өлгәшә.
Миңлеғәленең тағы музыкаға тартымы барлығын самалап, хужаһы уға гармун алып бирә. Хәйер, бының үҙенә күрә тарихы бар. Бай мәктәпкә йөрөгән ике малайына гармун һатып ала, ләкин улар уйнарға өйрәнә алмай. Ә Миңлеғәле тиҙ арала оҫта гармунсы булып китә. Даны ауылға тарала.
Аттарҙы төнгөлөккә көтөргә алып барыр булһа, ул “һайт-һайт” тип һөрән һалмай, бер көй һыҙҙырып ебәрә. Оҙата барғанда — икенсеһен, аттарҙы болонда таратыр өсөн өсөнсөһөн уйнай. Малайҙар менән гәп һата-һата төн уҙғаралар. Кемдер таңда йоҡонан башын күтәрә алмай, ә Миңлеғәле йылҡыһын ҡайтыр яҡҡа туплар өсөн көй уйнап ебәрә. Аттар күндәм теҙелешеп ауылға йүнәлә.
Бер көн хужа тай алып ҡайта. Малайҙарына уны йүгәнгә күнектерергә ҡуша. Булдыра алмай тегеләр. Миңлеғәле тотона был эшкә һәм атҡарып сыға. Хәҙер инде кем тай ала, уны өйрәтеүҙе һорап, егетебеҙгә мөрәжәғәт итә. Исеме Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта билдәле була.
18 йәше тулғанда ауыл егеттәрен аҡтар үҙ сафтарына ала, ләкин бер нисә егет ҡасып ҡала һәм йәйге көндәрҙә урманда йәшәй. Тик Өфөнө ҡыҙылдар алғас, улар ауылға ҡайта һәм ҡыҙылдар сафына яҙыла. Ошо 1919 йылдан башлап Миңлеғәле үҙ яҙмышын хәрби хеҙмәт, Ватанды һаҡлау бурысы менән бәйләй. Колчакты ҡыуыуҙа ҡатнашҡандың һуңында башта Ҡазанда, артабан Новочеркасск ҡалаһында командирҙар курсын уңышлы тамамлай, эскадрон командиры вазифаһына үрләтелә. 1929 йылда Шайморатов хәрби академияға юл тота һәм, уны биш йылдан тик “бишле”гә тамамлап, алтын миҙал алыусылар исемлегенә инә. Кавалерия командиры булыуы өҫтөнә ул хәҙер юғары белемле хәрби разведчик, генераль штабта разведка идаралығының бүлексә начальнигы. Тиҙ арала Төркиәгә барып ҡайта, унан Ҡытайҙа оҙаҡ ҡына була. Әйткәндәй, ҡытай теленән тыш бер нисә Көнсығыш, немец, француз телдәрен яҡшы белә.
1938 йыл аҙағы. Капитан Шайморатов майор званиеһы ала, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Ике айҙан һуң полковник званиеһы бирелә һәм махсус тәғәйенләнештәге полк командиры итеп ҡуйыла.
1941 йылдың көҙөндә М. Шайморатовтың атлылар полкы Мәскәүгә үрмәләгән немецтарҙы тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Яуҙағы батырлығы өсөн ул тағы Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була.
Ниһайәт, ул — Өфөлә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры. Был дивизияның немец фашистарына ҡаршы алышта тиңдәшһеҙ батырлыҡ күрһәтеүен бөтә ил белә.
Мин М. Шайморатовтың тормош юлын күптән өйрәнәм һәм шуны аңланым: баҫалҡы һәм тотанаҡлы холоҡло, зирәк, киң һәм тәрән фекерле яҡташыбыҙ талапсан да, кешеләргә ҡарата үтә иғтибарлы һәм ихтирамлы ла булған. Һалдаттарҙы тиктомалға ут эсенә, һәләкәткә ташламаған, шул уҡ ваҡытта дошман һөжүм иткәндә сигенмәгән дә, ә нисек тә хәйлә менән отоу, ҡапыл ташланып, ҡыҫырыҡлау, тар-мар итеү юлдарын уңышлы ҡулланған. Уның һуңғы ауыр рейды ла дивизияны һаҡлау ниәтенән эшләнелә...
Дивизия ветерандары, башҡорт халҡының мәшһүр улы генерал Шайморатовты һағынып, ололап телгә ала торғайны. Ҡыҙғаныс, улар яҡты донъянан китеп бөттө тиерлек, иҫтәлектәре генә ҡалды.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын байтаҡ өйрәнгән кеше булараҡ, архивымда бай материал һаҡлана. Шул иҫәптән Шайморатовтың һалдаттарға ҡарата ифрат яғымлы, ихтирамлы һәм хәстәрлекле булыуы тураһында яҙмалар бар.
Башҡа юғары дәрәжәле командирҙарҙан айырмалы рәүештә, Шайморатов һалдаттарын кәмһетмәгән, уларға аҡырмаған-екермәгән. Етешһеҙлектәр күп осраған хәлдә лә йөҙөнә һаран йылмайыу сығара биреп, “художники” тип әйтә торған булған. Баштараҡ был һүҙҙе офицерҙар ҙа аңламай, тора-бара төшөнәләр: командир ошо бер һүҙе менән бөтә асыуын сығара, ҡул аҫтындағыларҙы уҫал тәнҡитләй, йүнгә килергә саҡыра.
Һуғыш ветерандары араһында ғына түгел, ғөмүмән, халыҡтың хәтерендә Шайморатовтың исеме. Украинаның Луганск һәм Донецк, Рәсәйҙең Ростов өлкәләрендә уны үҙ кеше итеп ололайҙар, Чернухино ҡасабаһында биш саҡрымға һуҙылған урамға Шайморатов исеме бирелгән. Петровский ҡалаһында үҙәк майҙан уның исемен йөрөтә.
Иманым камил, ҡасан да булһа Шайморатов һәм уның яугирҙәре тураһында яҡшы әҫәр яҙылыр, ғорур һындары һоҡланғыс һәйкәлдә кәүҙәләнеш табыр. Ә кемдер Шайморатов исеменә бәйле шаян һүҙҙәрҙе махсус туплар һәм халыҡҡа еткереү сараһын күрер, тигән өмөттә ҡалам.
Фәрит ВАХИТОВ,
Республика Хәрби Дан музейының
ғилми хеҙмәткәре,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге
премия лауреаты.


P.S. Дивизия ветерандары яратҡан командирҙарының мәҙәк хәлдәрен йыш һөйләй торғайны. Шуларҙың бер нисәһен хәтергә төшөрөп үткем килә.

“Художник”

Шайморатов шаян һүҙгә, көлкөгә һаран заттарҙан. Шул уҡ ваҡытта әсе теллелеге һиҙелеп тора. Әммә башҡа командирҙарҙан айырмалы рәүештә һүгенеү һүҙҙәрен бөтөнләй ҡулланмаған. Командирҙарҙы ҡыҙған табаға баҫтырғанда ла сығырынан сыҡмаған.
Ә һалдат күңелен йылы мөнәсәбәте менән яулай. Шулай, Дим биҫтәһенә килгәненең беренсе көндәрендә үк ат һарайҙарын тикшереп йөрөй. Аттың башын һыйпай, ҡойроғон, тояҡтарын тотоп ҡарай. Барған һайын йөҙө ҡарая, тешен ҡыҫҡанлығы һиҙелеп тора. Һалдаттар күрә, оло командир ҡәнәғәт түгел. Хәҙер беҙгә эләгә тип тын алырға ла ҡурҡып торалар. Ә Шайморатов сығып барышлай егеттәрҙең бөтәһен дә күҙҙән үткәрә лә бер сама тын торғас: “Художники”, — тип ҡаты ғына әйтә һәм юлын дауам итә.
Ошо хәл икенсе, өсөнсө ат һарайҙарында ла ҡабатлана. Һалдаттарҙан кемгә булһа ла яман һүҙ әйтһәсе! Юҡ. Уның ҡарауы, ошо көндә үк ғәмәлгә индерелгән приказда командирҙарҙың һәр береһенә уҫал баһа бирелә. Ә һалдаттар әлеге “художники” һүҙен төрлөсә шаяртып ҡуллана башлай. Кемдәлер етешһеҙлек күрендеме, уға ошо ҡушаматты сәпәп тә ҡуялар.

Яҡташ бит

Ике һалдат бер һауыттан ашай. Шайморатов:
— Егеттәр, нисек, аш тәмлеме? — тип уларға өндәшә.
— Тәмле булмай ни, һемерәбеҙ бит!
— Ысынмы? Туҡлыҡлымы?
— Түгел шул. Ите булһа икән. Тағы бәрәңгеһе, йә ярмаһы.
— Улар булмағас, аштың тәме нимәлә һуң?
— Ҡайнап бешкән бит. Ашнаҡсы ҡулынан үткән, ул, етмәһә, яҡташыбыҙ.
— Әй һине, художник.
Шайморатов ашнаҡсыға ҡарай юл тота.

Көн дә борсаҡ өйрәһе


Алғы һыҙыҡта оборона тотҡанда, Шайморатов траншеялар буйлап йөрөй. Киңерәк, тәрәнерәк ҡаҙыуҙы талап итә. Һалдаттарҙан берәү, йөрьәт итеп:
— Ҡаҙыр инек тә, тәмәке көсө етмәй, — ти.
Икенсе бер урында шул уҡ талапты ҡуйғас, һалдаттар бер тауыштан:
— Көн дә борсаҡ өйрәһе, бар ғына көстө һурып алып бөтә бит инде! — тип әйтеп һала.
Офицерҙарҙы кәңәшмәгә саҡырғас, Шайморатов тегеләрҙе үҙенсә тәрбиәләй: һеҙгә тәмәке паегын туҡтатам һәм көндәлек борсаҡ өйрәһенә күсерәм, ти. Ни тураһында һүҙ барғанын тиҙ аңлай офицерҙар.

“Ҡалағың ауыҙыңды бысрата бит!”

Тамаҡ ялғап алғас, һалдат ҡалағын ялап таҙарта ла кеҫәһенә һалып ҡуя. Кемдер ҡулъяулығына, кемдер сепрәккә төрә.
Һалдаттар ашханаға дәррәү килеп тулған мәлдә, Шайморатов килеп керә лә, бер нисә кешенең ҡалағын алып, аҡ сепрәк менән һыпырып ҡарай. Берәүҙең дә ҡалағы таҙа булмай. Кемдеңдер ҡулға алғыһыҙ бысраҡ булып сыға, Шайморатов уны эйәһенә күрһәтә-күрһәтә: “Был ҡалағың ауыҙыңды бысратасаҡ бит!” — тип тегене оялта һәм үҙе үк таҙартҡансы һөртөп бирә. Ә һалдаттар шарҡылдап көлә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872