Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Табыш нигеҙе – таҙалыҡ
Күпләп ҡош тотҡандарҙы тауыҡ, ҡаҙ, өйрәктәренең ауырыуы борсой. Был тармаҡта ла, медициналағы һымаҡ, сирҙе иҫкәртеү яҡшыраҡ тигән принцип йәшәй. Шуға ла даими рәүештә санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим. Ҡанатлыларҙың һаулығын нығытыу маҡсатында башҡа саралар ҙа үткәрелә.
Ҡоштарҙы урынлаштырыу алдынан улар өсөн шарттар тыуҙырылған “торлаҡ” әҙерләргә кәрәк. Элекке аҫ­тын алыу зарур. Иҙәне булһа, уны йыуып сығаралар. Дезинфекция өсөн ике процентлы каустик сода кәрәк. Стеналарҙы һәм түбәне яңы ғына иретелгән эзбиз менән ағар­алар. Бының өсөн 10 литрлыҡ биҙ­рәгә 2,8 килограмм эзбиз һалалар.
Ҡоштарҙы урынлаштырыу алдынан аҫтарына һалам, ағас онтағы йәйәләр. Йәй 5-6 сантиметр ҡалын­лыҡта булһа, ҡыш 10-15 сантиметр һалалар. Йәйелгән аҫтынан дымлы­лығын гелән тикшереп торалар. Ул 25 проценттан артырға тейеш түгел. Шуға ла даими рәүештә алыштыралар. Ә йомортҡа өсөн тотолған та­уыҡтарға өҫтәмә рәүештә ағас көлө лә ҡуялар. Ул төрлө паразиттарҙан һаҡлай.
Үҫтереү өсөн себештәрҙең тик һауҙарын ғына һайлайҙар. Уларҙың аппетиты яҡшы, үҙҙәре әүҙем булыр­ға тейеш. Тәүге тәүлектәрендә аҡ­һыл ал төҫтә итеп марганцовка ла бирәләр. Шулай уҡ һәр баш иҫәбенә ике грамм глюкоза һалалар. Уныһы себештәрҙең организмын нығытыу өсөн эшләнә.
Дезинфекция өсөн ҡулланылған матдәләр:
Көл һелтәһе. Уны әҙерләү өсөн 10 килограмм ағас көлөн ошо уҡ күләмдәге һыу менән бутайҙар ҙа 1,5-2 сәғәт ҡайнаталар. Шунан һуң иҙмәне тондоралар. Әҙерләнгән ҡатнашманы 1:3 иҫәбенә эҫе һыу менән ҡатнаштыралар.
Хлорлы эзбиз. Көслө тәьҫир итеүсе иҙмә әҙерләү өсөн 5 литр һыуға 300 грамм, ә аҙ тәьҫирлеһенә ошо уҡ күләмдәге һыуға 200 грамм эзбиз һалалар. Уны бинаны һәм ҡорамалдарҙы дезинфекциялау өсөн ҡулланалар. Шыйыҡса тик ағас материалдарына ғына ярай.
Формалин. Шыйыҡса әҙерләү өсөн 150-250 грамм формалинды биш литр һыуға ҡушалар. Ул әҙерләгәс тә ҡулланыла.
Креолин. Шыйыҡса яһау өсөн 150-250 грамм креолинды биш литр һыуға ҡушалар.


Автор: Т.МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә