Табыш нигеҙе – таҙалыҡ27.06.2017
Күпләп ҡош тотҡандарҙы тауыҡ, ҡаҙ, өйрәктәренең ауырыуы борсой. Был тармаҡта ла, медициналағы һымаҡ, сирҙе иҫкәртеү яҡшыраҡ тигән принцип йәшәй. Шуға ла даими рәүештә санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим. Ҡанатлыларҙың һаулығын нығытыу маҡсатында башҡа саралар ҙа үткәрелә.
Ҡоштарҙы урынлаштырыу алдынан улар өсөн шарттар тыуҙырылған “торлаҡ” әҙерләргә кәрәк. Элекке аҫтын алыу зарур. Иҙәне булһа, уны йыуып сығаралар. Дезинфекция өсөн ике процентлы каустик сода кәрәк. Стеналарҙы һәм түбәне яңы ғына иретелгән эзбиз менән ағаралар. Бының өсөн 10 литрлыҡ биҙрәгә 2,8 килограмм эзбиз һалалар.
Ҡоштарҙы урынлаштырыу алдынан аҫтарына һалам, ағас онтағы йәйәләр. Йәй 5-6 сантиметр ҡалынлыҡта булһа, ҡыш 10-15 сантиметр һалалар. Йәйелгән аҫтынан дымлылығын гелән тикшереп торалар. Ул 25 проценттан артырға тейеш түгел. Шуға ла даими рәүештә алыштыралар. Ә йомортҡа өсөн тотолған тауыҡтарға өҫтәмә рәүештә ағас көлө лә ҡуялар. Ул төрлө паразиттарҙан һаҡлай.
Үҫтереү өсөн себештәрҙең тик һауҙарын ғына һайлайҙар. Уларҙың аппетиты яҡшы, үҙҙәре әүҙем булырға тейеш. Тәүге тәүлектәрендә аҡһыл ал төҫтә итеп марганцовка ла бирәләр. Шулай уҡ һәр баш иҫәбенә ике грамм глюкоза һалалар. Уныһы себештәрҙең организмын нығытыу өсөн эшләнә.
Дезинфекция өсөн ҡулланылған матдәләр:
Көл һелтәһе. Уны әҙерләү өсөн 10 килограмм ағас көлөн ошо уҡ күләмдәге һыу менән бутайҙар ҙа 1,5-2 сәғәт ҡайнаталар. Шунан һуң иҙмәне тондоралар. Әҙерләнгән ҡатнашманы 1:3 иҫәбенә эҫе һыу менән ҡатнаштыралар.
Хлорлы эзбиз. Көслө тәьҫир итеүсе иҙмә әҙерләү өсөн 5 литр һыуға 300 грамм, ә аҙ тәьҫирлеһенә ошо уҡ күләмдәге һыуға 200 грамм эзбиз һалалар. Уны бинаны һәм ҡорамалдарҙы дезинфекциялау өсөн ҡулланалар. Шыйыҡса тик ағас материалдарына ғына ярай.
Формалин. Шыйыҡса әҙерләү өсөн 150-250 грамм формалинды биш литр һыуға ҡушалар. Ул әҙерләгәс тә ҡулланыла.
Креолин. Шыйыҡса яһау өсөн 150-250 грамм креолинды биш литр һыуға ҡушалар.