Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сүпме, дарыумы?
Беҙ сүп үләндәре тип күнеккән, хатта өҙөп өлгөрмәҫтән үк килеп сығып, теңкәгә тейгән үҫемлектәрҙең үҙең өсөн генә түгел, мал, ҡош-ҡортҡа ла файҙаһы ҙур икәнлеген баһалап бөтмәйбеҙ. Бер-бер хәл килеп сыҡһа, тура дарыуханаға йәки ветеринар хеҙмәтенә йүгерәбеҙ. Ә бит бар ауырыуҙар ҙа организмдың иммун системаһы ҡаҡшауынан, витаминдар етмәүҙән барлыҡҡа килә. Шуға ла был үләндәргә “ҡый” итеп кенә түгел, дарыу булараҡ та ҡараһаҡ ине.

Ирәүән(ревень)

Сүпме, дарыумы?Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәүән барҙа ир үлмәҫ, ти башҡорт мәҡәле. Дегәнәккә оҡшаған был әрһеҙ үҫемлек иртә яҙҙа баш ҡалҡыта. Ҡырҙа сүп үләне булараҡ үҫһә, баҡсала культуралы йәшелсә урынына ултырталар. Күп йыллыҡ үҫемлек ҙур ҡыуаҡ һымаҡ булып китә. Шуның өсөн ирәүәнде хатта газондарҙы биҙәүсе ҡыуаҡ урынында ла күрергә мөмкин, сөнки япраҡтары үҫә килә ҡыҙғылт төҫкә инә. Уны, ғәҙәттә, тамырын ҡаҙып алып, күсереп ултыр­тып үрсетәләр, орлоғон сәсергә лә мөмкин.
Тәме яғынан ҡуҙғалаҡҡа оҡшаш япраҡтарынан төрлө салат яһарға була, ашҡа ла һалырға ярай. Һабаҡтарын ҡымыҙлыҡ һәм ҡаҡы һымаҡ ашарға, бәлеш бешерергә лә мөмкин. Тамырын киптереп, ваҡлап, сәй урынына эсәләр. Ул медицинала ҡулланыла. Үҫә килә ирәүәндең япраҡтары, һабағы ҡата һәм ныҡ әсегә әйләнә.


Кесерткән(крапива двудомная, крапива жгучая)

Сүпме, дарыумы?Иртә яҙҙан уҡ, ҡар иреп бөтөү менән, кәртә ситтәрендә кесерткәндең нескә һабаҡтары күренә башлай. Тап ошо ваҡытта уның нәфис япраҡтарынан аш бешереү, салаттар яһау иң уңайлы мәл була ла инде. Әйткәндәй, йыл эсендә кеше кәмендә өс тапҡыр кесерткән ашынан ауыҙ итергә тейеш тигән ырым йәшәй халыҡта. Бер юлы баҡса тирәһен тиҙ арала ҡалҡып, күкрәп үҫеп китәсәк ҡарағуранан да таҙартып өлгөрәсәкһегеҙ. Бәләкәй саҡта кесерткәнде йыйыу әллә ни ҡыйын түгел ине — ҡалын резина бейәләй менән тотош үҫемлекте йолҡоп алаһың да, һәр япраҡты берәмләп ҡайсы менән табаҡҡа киҫеп төшөрәһең. Аҙаҡ шул һауытта йәшел массаны эҫе һыу менән бешекләһәң, уның өтөп сағыр зәһәре бөтә, кинәнеп турарға мөмкин.
Кесерткән ризыҡ ҡына түгел, дарыу үләне лә. Уны ҡауаҡлаған сәс тиреһен йыуыу өсөн файҙаланалар. Бының өсөн кесерткәнде күберәк күләмдә әҙерләргә кәрәк. Минең бер дуҫым ошондай ысул ҡуллана ине. Кесерткән күпләп үҫкән урынды һайлап, әҙерәк ҡалҡа биргәнен көтә лә салғы менән сабып ташлай. Аҙаҡ, эре һабаҡтарын айырып йыйып, уларҙы киң туҡыма өҫтөнә йәйеп, күләгәле еләҫ урында киптерә. Кипкән япраҡтарҙы шыбағас менән һуҡҡылап ҡойоп төшөрөп, һабаҡтан айырып ала ла һаҡлауға ҡуя. Әйткәндәй, кипкән кесерткән сағыу һәләтен юғалта. Уны бигерәк тә ҡартайған эре япраҡтарын, башҡа йәшелсәләр кеүек, ҡышҡылыҡҡа тоҙларға мөмкин, әммә был бик мәшәҡәтле эш, өҫтәүенә тоҙ уның “тауар сифатын” да боҙа.
Йәш кесерткән япрағы шул килеш тә бик тәмле һәм файҙалы. Ауыҙ-телде саҡмаһын өсөн, уны һаҡ ҡына өҙөп алып, бер нисәгә бөкләп, һутын сығарғансы иҙергә кәрәк. Кесерткән мал аҙығы булараҡ та киң ҡулланыла. Ҡош-ҡортҡа ашатыу өсөн уның орлоғон йыялар. Борон уны икмәк бешергәндә онға ла ҡушҡандар, әммә хәҙер мәшәҡәтләнеп тороусы юҡ. Ул беҙҙең өсөн иң тәүҙә витаминға бай аҙыҡ булараҡ ҡиммәт. Аш бешереп, салат яһап ҡына ҡалмай, бәлеш тә бешерергә, ашҡа һәм соустарға тәмләткес итеп ҡулланырға ла мөмкин.
Шулай уҡ кесерткәнде йәшел буяу алыу өсөн дә файҙаланалар. Халыҡта “кесерткән тоҡ” тигән төшөнсә әле лә йәшәй — был үҫемлектең һабаҡтарынан алынған сүс ептәр, киндер һәм етен һымаҡ уҡ, туҡыма эшләргә лә яраған.
Кесерткәндең ике төрө бар: һуҡыр кесерткән (двудомная) һәм әсе кесерткән (жгучая). Һуңғыһы – бер йыллыҡ үҫемлек, тәүгеһенән күпкә вағыраҡ, уның шикелле бөтә ерҙе лә баҫып үҫмәй. Әммә файҙаланыу йәһәтенән улар бер-береһенән айы­рылмай, шуға “кесерткән” тигән ваҡытта ике төрҙө лә күҙ уңында тоторға, бергә йыйырға мөмкин.
Дарыу өсөн тамырҙары ла файҙаланыла.


Бәпембә(одуванчик)

Сүпме, дарыумы?Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән үк тиерлек сығып, тирә-йүнде яҙғы ҡояштай йәмләп ебәргән был сәскәне барыһы ла таный. Уны шулай уҡ дарыу өсөн файҙа­ланылған үгәй инә үләне (мать-и-мачеха) менән генә бутарға мөмкин. Ләкин сәскәләре оҡшаш булһа ла, япраҡтары төҙөлөшө яғынан ныҡ айырыла. Бәпембә туғай-болондарҙа, парктарҙа тоташ келәм булып йәйелеп үҫә, баҡсасылар иһә унан нисек ҡотолорға белмәй ҡаңғыра. Үҙен ике тапҡыр сәскә ата тиҙәр, сөнки һап-һары “келәм” хасил иткән сәскәләре лә, ҡыҫҡа ваҡытҡа дәррәү емеш биргән йомшаҡ аҡһыл йомғаҡтары ла берҙәй матур.
Дарыу өсөн бәпембәне тотошлай — тамыр, япраҡ, сәскәһе менән ҡуша ҡаҙып алып, элеп киптерәләр. Йәш сағында йыйып, һут һығыу өсөн дә тотоналар. Ҡыш файҙаланыу өсөн һутын консервалау технологияһы бар. Салат яһау өсөн уның йәш япраҡтары ярай. Улар һабағы сыҡмаҫ элек йыйыла. Бәпембә япраҡтары әсе тәм бирә, шуны бөтөрөү өсөн йәшел массаны тоҙло һыуҙа тотоп алырға кәрәк. Аш бешергәндә иһә эҫе һыуҙа бешекләп алыу ярҙам итә. Ә сәс­кәләренән нектар эшләйҙәр. Ул бәшмәк тоҙлау технологияһы буйынса эшләнә: бер ҡат таҫлап һалып сығып, өҫтөнә шәкәр ҡомо һибәһең дә тағы сәскәләр теҙәһең. Шулай әҙерләнгән масса әҙерәк ултырғас ҡуйы нектар бүлеп сығара. Ул бер үк ваҡытта дарыу ҙа, еләк ҡайнатмаһы һымаҡ бик татлы ризыҡ та.


Автор: Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә