Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшеллек һағында торалар
Йәшеллек һағында тораларӨфө районының күп кенә ауылдары баш ҡалаға терәлеп тигәндәй ята. Уларға ҡарап, республиканың йөҙөн билдәләргә мөмкин. Шуға улар төҙөклөктә, бөхтәлектә, таҙалыҡта башҡа төбәктәргә үрнәк булырға тырыша. Быға өлгәшеү өсөн коммуналь хеҙмәттәргә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. “Төҙөкләндереү буйынса идаралыҡ” муниципаль унитар предприятиеһының эшмәкәрлеге – ошоға асыҡ миҫал.
Предприятие 2011 йылда райондың тораҡ пункттарын үҙәктән комплекслы хеҙмәтлән­дереү һәм төҙөкләндереү маҡса­тында ойошторола. Улар билә­мәләрҙән, бәләкәй, урта эшҡы­уарлыҡ сәнәғәт предприятиеларынан, мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларынан, баҡсасылыҡ ширҡәт­тәренән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тарын сыға­ра. Бер үк ваҡытта район юлдарын йыл әйләнәһенә ҡараулы тоталар, урамдарҙы йәшел­ләндерәләр, балалар май­ҙансыҡ­тарын төҙөклән­дерәләр.
Баш ҡалаға географик яҡынлыҡтың өҫтөнлөктәре менән бер рәттән, проблемалары ла байтаҡ. Әйтәйек, район билә­мәһендә бик күп баҡсасылыҡ ширҡәттәре урынлашҡан. Икенсенән, баш ҡала халҡы яҙғы-йәйге осорҙа ял итеү өсөн, нигеҙҙә, ҡала яны тәбиғәтен һайлай. Ә инде әйләнә-тирә мөхиткә битараф кешеләр (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар күп) коммуналь хеҙмәттәргә ҙур мәшәҡәт тыуҙыра. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа сүп-сар өйөмдәре хасил була. Ҡайһы бер баҡсасылыҡ ширҡәттәре тирәһендә лә шул уҡ хәлде күҙәтергә мөмкин. Һөҙөмтәлә урмандарға, ғөмүмән, йәшеллек донъяһына зыян килә, һыу сығанаҡтары бысрана, һауаның сафлығы юғала. Бындай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн предприятие коллективы рөхсәт ителмәгән сүплектәргә ҡаршы ныҡлы көрәш алып бара. Бигерәк тә коллектив баҡсалар күп урынлашҡан Фомичев, Урыҫ Юрмашы, Булгаков, Вавилов һ. б. ауылдарға ҙур иғтибар йүнәлтелә. Ундай урындарға рейдтар ойошторола, район буйынса экологик өмәләр үткәрелә. Ғөмүмән, әйләнә-тирә мөхиттең сафлығын, экологик именлеген һаҡлауҙы предприятие коллективы үҙенең социаль әһәмиәттәге мөһим бурысы тип һанай. Быйылғы Экология йылында был йүнәлештә эш айырыуса әүҙемләшкән, өҫтәмә саралар билдәләнгән һәм ғәмәлгә ашырыла. Бигерәк тә ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән берлектә эшләү экологик именлек өсөн халыҡтың яуаплылығын көсәйтеүгә булышлыҡ итә.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн предприятиеның үҙ полигоны булдырылған. Хә­үеф­леге IV класлыларҙы урын­лаштырыуға лицензия алғандар. Пред­приятиеның ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу комплексы булыуы айырым әһәмиәткә эйә. Үткәргестең ҡеүәте йылына 50 мең тоннаға иҫәпләнгән, ул тулыһынса файҙаланыла. Уның аша үткән ҡалдыҡтар преслана. Был инде полигондың ҡабул итеү мөмкинлеген икеләтә арттыра. Сорттарға айырылған ҡалдыҡтар брикет рәүешендә икенсел сеймал булараҡ эшкәртеүгә оҙатыла.
Предприятиеның техник һәм технологик мөмкинлектәре йылдан-йыл арта. Техника паркында 36 берәмек техника иҫәпләнә. Сүп-сар сығарыу, авария хеҙмәте, ассенизатор, һепереү, ҡар таҙартыу машиналары һәм башҡа төр махсус техника һәр саҡ төҙөк. Предприятиеның үҙендә махсус техниканы ашығыс ремонтлау һәм металл эшкәртеү цехы булыуы бик тә отошло. Иретеп йәбештереү, заказдар буйынса металл конструкцияларын проектлау, монтажлау кеүек эштәр башҡарыла. Эре габаритлы техниканы һаҡлау өсөн бокс ҡоролған. Нәҡ техник мөм­кинлектәр һәм коллективтың һөнәри оҫталығы коммуналь хеҙмәттәрҙең күп төрлөлөгөн, юғары сифатын тәьмин итә.
Бөгөн коммуналь хеҙмәттәргә ихтыяж да, талап та юғары. Шуныһы ҡыуаныслы: тармаҡҡа заманса һөнәри әҙерлекле йәштәр килә, улар араһынан эште бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек итеп ойошторорға һәләтле етәкселәр үҫеп сыға. Предприятие директоры Илдар Хәмзин хаҡында был һүҙҙәр. Йәш булһа ла, коммуналь өлкәлә бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған ул. Илдар Хәниф улы әлеге урынға тәғәйенләнгәнсе сәнәғәт тар­мағында әйҙәүсе вазифалар башҡарған, район хакимиәтендә эшләгән, торлаҡ-коммуналь предприятиеһына етәкселек иткән. Тармаҡты үҫтереүгә индергән фиҙакәр хеҙмәте өсөн республика Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. “Инициативалы, киләсәккә ҡарап эшләй”, – ти хеҙмәттәштәре уның хаҡында.
Илдар Хәмзин фән менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Тәүге ғилми хеҙмәте ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы түләүле терминал ярҙамында йыйыу, һаҡлау, ташыу комплексын эшләүгә бағышланған. Шул уҡ ваҡытта уның Өфө районы биләмәһендә муниципаль экологик контроль булдырыу проекты ла әҙер. Был хеҙмәт бөгөнгө шарттарҙа төбәк өсөн айырыуса әһәмиәтле һәм, һис шикһеҙ, эштә ҡулланыу табасаҡ. Эйе, уңған коллектив, уның булдыҡлы етәксеһе район халҡының тормошон күркәм, уңайлы итеү хәстәрлеге менән йәшәй.


Автор: Р. ХӘЛИУЛЛИН. Район: Өфө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә