Өфө районының күп кенә ауылдары баш ҡалаға терәлеп тигәндәй ята. Уларға ҡарап, республиканың йөҙөн билдәләргә мөмкин. Шуға улар төҙөклөктә, бөхтәлектә, таҙалыҡта башҡа төбәктәргә үрнәк булырға тырыша. Быға өлгәшеү өсөн коммуналь хеҙмәттәргә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. “Төҙөкләндереү буйынса идаралыҡ” муниципаль унитар предприятиеһының эшмәкәрлеге – ошоға асыҡ миҫал.Предприятие 2011 йылда райондың тораҡ пункттарын үҙәктән комплекслы хеҙмәтләндереү һәм төҙөкләндереү маҡсатында ойошторола. Улар биләмәләрҙән, бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ сәнәғәт предприятиеларынан, мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларынан, баҡсасылыҡ ширҡәттәренән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығара. Бер үк ваҡытта район юлдарын йыл әйләнәһенә ҡараулы тоталар, урамдарҙы йәшелләндерәләр, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндерәләр.
Баш ҡалаға географик яҡынлыҡтың өҫтөнлөктәре менән бер рәттән, проблемалары ла байтаҡ. Әйтәйек, район биләмәһендә бик күп баҡсасылыҡ ширҡәттәре урынлашҡан. Икенсенән, баш ҡала халҡы яҙғы-йәйге осорҙа ял итеү өсөн, нигеҙҙә, ҡала яны тәбиғәтен һайлай. Ә инде әйләнә-тирә мөхиткә битараф кешеләр (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар күп) коммуналь хеҙмәттәргә ҙур мәшәҡәт тыуҙыра. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа сүп-сар өйөмдәре хасил була. Ҡайһы бер баҡсасылыҡ ширҡәттәре тирәһендә лә шул уҡ хәлде күҙәтергә мөмкин. Һөҙөмтәлә урмандарға, ғөмүмән, йәшеллек донъяһына зыян килә, һыу сығанаҡтары бысрана, һауаның сафлығы юғала. Бындай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн предприятие коллективы рөхсәт ителмәгән сүплектәргә ҡаршы ныҡлы көрәш алып бара. Бигерәк тә коллектив баҡсалар күп урынлашҡан Фомичев, Урыҫ Юрмашы, Булгаков, Вавилов һ. б. ауылдарға ҙур иғтибар йүнәлтелә. Ундай урындарға рейдтар ойошторола, район буйынса экологик өмәләр үткәрелә. Ғөмүмән, әйләнә-тирә мөхиттең сафлығын, экологик именлеген һаҡлауҙы предприятие коллективы үҙенең социаль әһәмиәттәге мөһим бурысы тип һанай. Быйылғы Экология йылында был йүнәлештә эш айырыуса әүҙемләшкән, өҫтәмә саралар билдәләнгән һәм ғәмәлгә ашырыла. Бигерәк тә ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән берлектә эшләү экологик именлек өсөн халыҡтың яуаплылығын көсәйтеүгә булышлыҡ итә.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн предприятиеның үҙ полигоны булдырылған. Хәүефлеге IV класлыларҙы урынлаштырыуға лицензия алғандар. Предприятиеның ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу комплексы булыуы айырым әһәмиәткә эйә. Үткәргестең ҡеүәте йылына 50 мең тоннаға иҫәпләнгән, ул тулыһынса файҙаланыла. Уның аша үткән ҡалдыҡтар преслана. Был инде полигондың ҡабул итеү мөмкинлеген икеләтә арттыра. Сорттарға айырылған ҡалдыҡтар брикет рәүешендә икенсел сеймал булараҡ эшкәртеүгә оҙатыла.
Предприятиеның техник һәм технологик мөмкинлектәре йылдан-йыл арта. Техника паркында 36 берәмек техника иҫәпләнә. Сүп-сар сығарыу, авария хеҙмәте, ассенизатор, һепереү, ҡар таҙартыу машиналары һәм башҡа төр махсус техника һәр саҡ төҙөк. Предприятиеның үҙендә махсус техниканы ашығыс ремонтлау һәм металл эшкәртеү цехы булыуы бик тә отошло. Иретеп йәбештереү, заказдар буйынса металл конструкцияларын проектлау, монтажлау кеүек эштәр башҡарыла. Эре габаритлы техниканы һаҡлау өсөн бокс ҡоролған. Нәҡ техник мөмкинлектәр һәм коллективтың һөнәри оҫталығы коммуналь хеҙмәттәрҙең күп төрлөлөгөн, юғары сифатын тәьмин итә.
Бөгөн коммуналь хеҙмәттәргә ихтыяж да, талап та юғары. Шуныһы ҡыуаныслы: тармаҡҡа заманса һөнәри әҙерлекле йәштәр килә, улар араһынан эште бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек итеп ойошторорға һәләтле етәкселәр үҫеп сыға. Предприятие директоры Илдар Хәмзин хаҡында был һүҙҙәр. Йәш булһа ла, коммуналь өлкәлә бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған ул. Илдар Хәниф улы әлеге урынға тәғәйенләнгәнсе сәнәғәт тармағында әйҙәүсе вазифалар башҡарған, район хакимиәтендә эшләгән, торлаҡ-коммуналь предприятиеһына етәкселек иткән. Тармаҡты үҫтереүгә индергән фиҙакәр хеҙмәте өсөн республика Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. “Инициативалы, киләсәккә ҡарап эшләй”, – ти хеҙмәттәштәре уның хаҡында.
Илдар Хәмзин фән менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Тәүге ғилми хеҙмәте ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы түләүле терминал ярҙамында йыйыу, һаҡлау, ташыу комплексын эшләүгә бағышланған. Шул уҡ ваҡытта уның Өфө районы биләмәһендә муниципаль экологик контроль булдырыу проекты ла әҙер. Был хеҙмәт бөгөнгө шарттарҙа төбәк өсөн айырыуса әһәмиәтле һәм, һис шикһеҙ, эштә ҡулланыу табасаҡ. Эйе, уңған коллектив, уның булдыҡлы етәксеһе район халҡының тормошон күркәм, уңайлы итеү хәстәрлеге менән йәшәй.