Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көньяҡ Урал көҙгөһө
Көньяҡ Урал көҙгөһөРеспубликала алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе булған Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты 20 йылдан ашыу эшмәкәрлегендә ун мең тирәһе белгес әҙерләп сығарған. Уның директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов белем усағының бөгөнгө хәле, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
— Зиннур Ғөбәйҙулла улы, белеүебеҙсә, институт етәкселеге милли матбуғатҡа яҙылыу буйынса ҙур эш башҡара...
— Беҙҙең уҡыу йортонда белем алыусыларҙың 95 процентын ауылдан килгән студенттар тәшкил итә. Уларҙың күбеһе — башҡорт. Йәштәр туған телен, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш. Әммә ҡалаға белем алырға килгән ауыл балаһына үҙ аҡсаһына гәзит-журналға яҙылыу ауырға төшә. Тимәк, уның рухи аҙыҡтан мәхрүм ҡалыуы ихтимал. Студенттарыбыҙға ошо йәһәттән ярҙам күрһәтеү маҡсатында гәзит-журналдарҙы күпләп алдырабыҙ. Институттың дүрт китапханаһында, ятаҡтарҙа республиканың матбуғат баҫмалары менән танышып барыу мөмкинлеге булдырылған. Былтыр 182 дана гәзит-журнал алдыра инек. Быйыл был һан 880-гә тиклем арттырылды. Киләһе йылда ла студенттарыбыҙ “Башҡортостан”, “Атайсал”, “Киске Өфө” гәзиттәренән, “Ағиҙел” журналынан һәм башҡа милли баҫмаларҙан айырылмаясаҡ.
— Сибай институты халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренә ҙур иғтибар бүлеүе менән дә өлгөлө.
— Студенттарыбыҙҙы һәр иртә Сибай Шәйәхмәтов, Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов кеүек әһелдәребеҙҙең һыны, Мифтахетдин Аҡмулла менән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың барельефтары сәләмләй. Изге йоланы дауам итеп, Мөхәмәтша Буранғоловҡа, 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға бағышланған барельефтар төҙөргә ниәтләйбеҙ. Ғөмүмән, студенттарыбыҙҙы рухлы, илһөйәр итеп тәрбиәләү өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ. Быйыл “Урал батыр” һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы” II халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһының тап Сибай институтында үтеүе беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булды. Белеүебеҙсә, эпосты Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған. Яҡын киләсәктә уларҙың да исемен мәңгеләштереү маҡсатыбыҙ бар.
— Институттың белем биреү йәһәтенән дә ҡаҙаныштары байтаҡ. Быйылғы уҡыу йылында яңы һөнәрҙәр ҙә уҡытыла башлаған икән.
— Эйе, технология факультетында “Автотранспорт сараларын эксплуатациялау”, “Материалдарҙы художестволы эшкәртеү технологияһы”, “География”, “Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу”, “Психология” йүнәлештәре буйынса көндөҙгө һәм ситтән тороп белем биреү бүлектәре булдырылды. Күп кенә юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары кәмеһә, беҙҙә, киреһенсә, һаҡланып ҡалынды. Шуны ла билдәләү мөһим: Сибай институтында килешеү нигеҙендә белем алыу хаҡы башҡа уҡыу йорттарына ҡарағанда күпкә түбән. Бүлеп түләү мөмкинлеге лә бар. Көндөҙгө бүлектә уҡыусы өлкән курс студенты икенсе юғары белем алырға ниәтләй икән, институт ярҙам итергә әҙер: уҡыу өсөн ун процентҡа тиклем ташлама ҡаралған.
Әле биш меңдән ашыу студенттың 2 мең 400-ө — ситтән тороп уҡыу, 2 мең 600-ҙән ашыуы көндөҙгө бүлектәрҙә белем ала.
— Күптән түгел Сибай студенттары Ижевск ҡалаһынан оло еңеү менән ҡайтты...
— Еңеүҙәр еңел яуланмай: даими эҙләнеү, ныҡышмалы хеҙмәт, һөнәреңде мөмкин тиклем тулыраҡ белеү теләге талап ителә. Институттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге командаһы яңыраҡ, Удмурт дәүләт университетында уҙғарылған Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып, икенсе урынды яуланы. Ошондай кимәлдәге ярыштарҙан иҡтисад бүлеге студенттарының SIFE командаһы йыл да еңеү менән ҡайта. Шулай уҡ айырым студенттарыбыҙ ҙа уңыштары менән һөйөндөрә. Мәҫәлән, юридик факультеттың IV курсында уҡыусы Серик Үтәпов Рәсәй конкурсында 30 меңлек грантҡа лайыҡ булды. Шулай уҡ Гөлдәр Хәбирова менән Ынйы Ғәлимова Өфөлә үткән “Өҫтәлмә белем биреү мәктәбенең йәш юристары” тигән конкурстың еңеүселәре тип танылды.
Ғөмүмән, студенттарыбыҙ яҡшы уҡыһын, фән менән шөғөлләнһен өсөн яҡшы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Институттың заманса талаптарға яуап биргән уҡыу-уҡытыу лабораториялары, ике ҡатлы спорт комплексы, яңы ҙур ашханаһы, китапханалары, редакция-нәшриәт үҙәге, 12 компьютер кабинеты бар. Студенттарға һигеҙ фән докторы, 100-ҙән ашыу фән кандидаты белем бирә. Күптән түгел видео-конференциялар ойоштороу мөмкинлегенә эйә булдыҡ — Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттары менән тура бәйләнеш булдырабыҙ.
Институттың ятаҡтары яҡшы йыһазландырылған, төҙөк. Унда бюджет нигеҙендә ҡабул ителгәндәрҙең барыһы ла урынлаштырыла.
— Белеүебеҙсә, уҡыу йортоноң үҙенә генә хас ҡанундары бар. Ошоларға ла ҡыҫҡаса туҡталайыҡ әле...
— Үрҙә әйтеп үтеүемсә, Сибай институтында уҡыусыларҙың күпселеген ауыл еренән килгән егет һәм ҡыҙҙар тәшкил итә. Уларға бала саҡтан һалынған рух, матурлыҡты яратыу, сәнғәткә һөйөү бында ла дауам ителергә тейеш. Күсәгилешлекте һаҡлау ниәтенән беҙҙә төрлө түңәрәктәр уңышлы эшләй. Студенттарыбыҙ юғары белемле генә түгел, сәләмәт рухлы ла булырға тейеш. Бөгөнгө йәмғиәткә тап шундай сифаттарға эйә булыусылар талап ителә.
— Зиннур Ғөбәйҙулла улы, һеҙ күптән түгел Рамазан Өмөтбаев исемендәге премияға лайыҡ булдығыҙ. Сибай ҡалаһының үҫешенә тос өлөш индереүҙә һәм Көньяҡ Урал райондарының йәштәренә белем биреүгә фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн бирелгән баһаны ниндәй тәьҫораттар менән ҡабул иттегеҙ?
— Тулҡынландым, әлбиттә. Халҡы, иле өсөн янып йәшәгән шәхестең премияһына лайыҡ булыу миңә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21