Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйҙөргән дә, биҙҙергән дә – ҡатын-ҡыҙ...
Һөйҙөргән дә, биҙҙергән дә – ҡатын-ҡыҙ...Транспорт туҡталышы эскәмйәһенә икәү ҡунаҡлаған. Икеһенең дә өҫ-башы бөтәрләнеп, ҡараланып ҡайышланған. Оло йәштәге апайҙың хәлгенәһе бигерәк мөшкөл, ахыры: таяҡҡа таянған арыҡ ҡулдары әллә киҫкен һалҡын елдән, әллә инде “градус” етмәүҙән ҡалтыранып ыҙалата.
Ҡорош тәнендәге оҙон күлдәгенең итәктәре һүтелеп һәлпәйгән, ике төрлө ойоҡбаш, иҫке калуш эләктергән аяҡтары таш булып ҡатҡан. Үҙе, күҙ төбөндәге күк “фонар”ын йәшерергә теләгәндәй, башындағы спорт башлығын бер туҡтауһыҙ уңға-һулға тартҡылай. Эргәһендәге йәшерәге, күптән шампунь, тараҡ күрмәгән башын тырнай-тырнай, бер туҡтауһыҙ тәтелдәй.

– Ҡайҙа, апаҡайым, илле тәңкә булһа ла бир әле, – тине был, минең уларға ҡарата иғти­барымды тойоп. – Бына икмәк алырға ине, аҡсабыҙ етеңкерәмәй...
– Икмәгегеҙ кеҫәгеҙҙә бит, – тинем “һылыу­ҡай”ҙың салбар кеҫәһенән күренгән “сикүшкә”гә ымлап. – Һеҙгә башҡа төрлө икмәк кәрәкмәй шикелле.
– Эйе, быныһын сәйнәп тә ыҙаланырға түгел, һәләк шыма үтә, – тип йылмайырға тырышты өлкәне, тешһеҙ ауыҙын йәмһеҙ ҡыйшайтып. – Был ғына нимә инде ул, беҙҙең кеүектәргә бер йоторлоҡ ҡына...
– Һүҙ һөйләп тамаҡ туямы, эшкә күсергә ваҡыт, – тине йәшерәге, шешәнең ауыҙынан ғорҡолдата-ғорҡолдата. – Ҡайғырма, изге кешеләр осрар әле, тағы бер-ике шешәлек йыйырбыҙ. Һин дә, апай, ҡырҡмышланып торма, булғас булһын, һал, әйҙә, йөҙ тәңкәңде, хәйерҙән тиген дә, – тине был, үтә батырланып. – Хәҙер бит гонаһлы кешеләр күп, беҙгә хәйерҙе аҡсалата булмаһа, аҙыҡ-түлек, әйберләтә лә бирәләр. Өҫтөмдәге бынау курткамды һәм кофтамды фәлән апай биргәйне, итегемде, хәтерләмәйем, берәйһенекен эләктереп сыҡҡанмындыр. Гел генә былар шулай темеҫ­кенеп йөрөй тип уйлайһыңдыр, яңылы­шаһың, апаҡайым. Беҙҙең урамда ла байрам булған саҡтар күп ул. Был ваҡытта һинең кеүек һарандарға төкөрөп бирәбеҙ, белгең килһә. Саҡ ҡына түҙһәк, бына апайым пенсия алырға тора, унан инде әсәйемдең сираты етә. Һуҡыр ул, ултырған урынынан да ҡуҙғала алмай. Сирле кешегә аҡса нимәгә кәрәк, барыбер тиҙҙән үлергә. Тәк што, беҙҙән дә рәхәт йәшәгән кеше юҡ! – тине был, күп эсеүҙән шешмәкләнеп йонсоған йөҙөнә ғорурлыҡ билдәһе сығарып.
Миңә кәрәкле маршрут автобусы килмәй ҙә килмәй. Сараһыҙҙан “һылыуҡай”ҙың монологын артабан тыңларға тура килде.
– Уҙған йыл ирем шулай һыу эскеһеҙ итеп туҡмап, балнис ярҙамын алғас, башым иҙелеп, битем-күҙем шешенеп, аяҡ-ҡулым гипста көйөнсә “Магнит” магазины тупһаһына килеп ултырҙым. Халыҡ йәлләй белә икән, кемдер итәгемә аҡса, кемдер икмәк, һөт, колбаса һалып китә. Бер көньяҡ кешеһе, лыҡа тулы ике пакет аҙыҡ-түлеккә ҡушып, биш йөҙ тәңкә лә тотторҙо. “Минең атай-әсәйем рухына доға ҡыл”, – тине. Әхирәттәрем менән аҙна буйына рәхәтләнеп “доға уҡыныҡ”. Һеҙ, әлбиттә, быны күҙ алдына ла килтерә алмаҫһығыҙ. Бар бит ул донъяла изге әҙәмдәр. Бөтәһе лә һинең кеүек илле һум өсөн дер ҡалтырап тормай, – тип һаман да минән аҡса һығыуын дауам итте был. Эскән кеше нимә генә һөйләмәҫ, иғтибар итмәҫкә тырышам. Эш башы аҡсала түгел дә бит, ундайҙарҙы йәнем һөймәй шул, бигерәк тә эскән ҡатын-ҡыҙҙы.
– Ә иремде ултырттылар, шәп иттеләр. Әтеү, мин мал табам, һин бушҡа туҙҙыраһың, тип йәнемде ашай ине, әйҙә, башы төрмәлә сереһен ҡороғорҙоң. Эшләһен аҡсаһын, унда ҡапсыҡлап бирәләр, ти. Әтеү берәү сәләмәтлеген бөтөрөп мал таба. Хәҙер һаулығын ныҡ ҡайғыртыр, уголовниктар өйрәтер. Малайҙар үҫкән инде, үҙ йүнен үҙҙәре күрһен. Минең үҙ тормошом – нисек теләйем, шулай йәшәйем. Ә ирҙәр... улар бер көтөү. Ил бөтмәһә, ир бөтәме ни? Бәпәйем, ҡасан миңә киләһең, тип саҡырып торғандар муйындан, теләһәм, бөгөндән унға бара алам. Юҡ, ниңә әле ошондай ирекле тормоштан баш тартырға? Әхирәттәрем менән рәхәтләнеп ил гиҙәбеҙ, дуҫ-иш менән күңел асабыҙ. Эшкинмәгән ирҙең ыштанын йыуып ултырырға әллә. Эстем, эсәм, эсәсәкмен бөтәһенә үс итеп! Әсәйемә, иремә, туғандарыма... төкөрҙөм мин уларға. Өйрәт­мәһендәр мине нисек йәшәргә! – тип күкрәк һуғып ҡыҙа төштө “бал королева”һы.
Ярай автобус килде, юлымды дауам иттем. Күңелемдәге ауыр уйҙарҙан оҙаҡ ғына арына алмай интектем. Юҡ, эскесе ҡатындарҙы тәүгә күреүем түгел, уларҙың лығырҙауына бик ҡолаҡ һалғаным булманы бығаса. Эскелек арҡаһында тормошо селпәрәмә килгән бер ғаиләнең яҙмышы күҙ алдыма баҫты. Ә ундайҙар бит меңдәр, миллиондар. Ҡорбандар, балаларҙың әсе күҙ йәштәре, ғазаптар менән һуғарылған аяныслы яҙмыштар...
Эйе, халҡыбыҙға ябырылған был аяуһыҙ афәт тураһында күпме генә әсенеп һөйләһәк тә, хәлде ыңғай яҡҡа әйләндереү юлдарын таба алмай интегәбеҙ. “Йәшел йылан”ды юлдаш итеп, үҙенең, яҡындарының тормошон тамуҡҡа әйләндергән мәхлүк йәндәргә әйттең ни ҙә әйтмәнең ни. Уларға диңгеҙ тубыҡтан, донъя ла, бала ла кәрәкмәй, бер йотом һаҫыҡ шыйыҡсаға әсәһен алмаштырырға ла әҙерҙәр. Ундайҙар гәзит-журнал уҡымай, радио-телевидениенан был темаға алып барылған етди тапшырыуҙарҙы тыңламай. Ә өгөт-нәсихәтте яңылыш ҡына ла бирә күрмә – ҡан дошманына әйләнерһең. Үҙ ғәйебен танып, тәүбәгә килер, төҙәлергә ынтылыр урынға, таяҡтың йыуан башын башҡаларға төшөрөү, үҙ гонаһтарын яҡындарының күҙ йәше менән йыуыу хас бындайҙарға. Дауалау ҙа күп осраҡта ыңғай һөҙөмтә бирмәй, сөнки был алама ғәҙәттән ҡотолоу өсөн ихтыяр көсөн ҡайҙан алмаҡ кәрәк? Алкоголь барыһын да үлтерә: мейенең уйлау, үҙеңде тота белеү һәләтен дә, кешелек сифаттарын да...
Йәмғиәтебеҙҙәге иң аяныслы күренештәрҙең береһе – ҡатын-ҡыҙҙың эскелек менән мауығыуы. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр республикабыҙҙа ундайҙарҙың һаны ете процентҡа артҡан. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының 26 проценты спиртлы эсемлекһеҙ тора алмай. Алкоголизм сире менән ауырыған гүзәл заттың уртаса йәше 35 менән билдәләнә. Ә был бит – ҡатын-ҡыҙҙың нәҡ донъя көтөр, бала бағыр ваҡыты...
Эсәм тигән кешегә һылтауы табыла инде ул. Байрам, кәйеф-сафа ҡорорға атлығып ҡына торабыҙ бит. Бәләкәй генә шатлыҡта ла, ауыр ҡайғы кисергәндә лә араҡыға мөрәжәғәт итергә яратабыҙ. Эшендә, тормошонда тырнаҡ ҡәҙәре генә уңышҡа өлгәшкән хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бындай “бөйөк ҡаҙаныштар”ын “йыуҙырмай” ҡалһа, башҡалар күҙенә нисек ҡарар? Пенсия йәшенә етеп, ниһайәт, “үҙе өсөн йәшәй башлаған” апайҙарыбыҙҙың ҡайһы берәүе лә дарыу урынына “зәмзәм һыуы” ҡуллана башлай. “Эсеңә ҡорт эйәләмәһен тиһәң, аҙыраҡ булһа ла эсергә кәрәк, табип шулай ҡушты!” – тип үҙ ҡылығын “фәнни күҙлектән” аҡлап, башҡаларға ла тағырға тырыша ул. Табип ҡәҙәре табип шулай тип әйтеп торғас, бер-ике рюмка күтәргәндән әллә ни булмаҫ. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй – “дауаланыу курсын үткән” инәйҙәребеҙ пенсияһының күп өлөшөн ошо харамға тотонорға һис йәлләмәй.
Ирҙәре ситтә мал тапҡан ҡатын-ҡыҙға бөтөнләй хөрриәт: улар йән киҫәккәйҙәрен алыҫ юлға оҙатыу “моңһоулығы”н мотлаҡ әхирәттәре менән уртаҡлашырға тейеш. “Ир – ишектән, беҙ – тишектән”, – тип шатлана-шатлана бер өйҙә башланған ен-пәрейҙәрҙең театрлаштырылған тамашаһы ай үтеүгә һәр өйҙә драмаға әйләнә... Йорт-ер ҡотһоҙ, балалар, мал-тыуар ҡарауһыҙ, өйҙә сысҡан күҙенә һиберлек ризыҡ юҡ, ирҙең ыҙалап тапҡан аҡсаһы елгә осҡан. Ишек төбөндәге тимер карауатта алам-һалам бысраҡ түшәк өҫтөндә һушһыҙ булып аунаған ҡыҙыл танаулы, шешмәк битле ҡотһоҙ бисураны ирмен тигән ир ҡосаҡлап ятырмы ла хужабикә итеп танырмы?
– Ҡыҙҙарым һыра эсеүгә әүәҫләнде. Көн аша мунса яғалар ҙа эргәләге магазиндан һыра ташый башлайҙар. Ҙур бокалдарға ҡойолғанды ирҙәре менән типә-тиң күтәрә һуғалар. Иҫермәйҙәр ҙә үҙҙәре, туҡтарға ла уйламайҙар. Аҡсалары бөтөп китһә, өләсәң пенсия алғандыр, бар, биреп торһон, тип ейәндәремде эшкә ҡушалар. Ни эшләтергә инде шуларҙы? – тип аһ-зарын белдергәйне бер танышым. Йәштәр “культурно” ял итергә ярата шул хәҙер. Элегерәк замандағы кеүек башын баҫып донъя көткән, иренә, ҡәйнәһенә ярарға тырышҡан килендәрҙе көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табыуы ҡыйын.
Юҡ, бар йәштәр ҙә шулай тип әйтергә һис кенә лә йыйынмайым. Улар араһында бынамын тигән донъя ҡороп, тәртипле, аҡыллы балалар үҫтергәндәре, хәләл көс менән тапҡан аҡсаларын кәрәкмәгәнгә сарыф итмәйенсә, файҙалыға тотонғандары, алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгәндәре лә ифрат күп. Шулай ҙа ҡыҙҙар, килендәр араһында спиртлы эсемлек һемергән, тәмәке тартҡандарҙың (хатта йөклө килеш тә) йылдан-йыл күбәйә барыуын бер нисек тә инҡар итеп булмай. Бөтә бәләләребеҙҙең сәбәбен заман заңына, эшһеҙлеккә, тормош ауырлығына япһарып, үҙ-үҙебеҙҙе аҡларға, ғәйепте ҡайҙандыр ситтән эҙләргә яратабыҙ. Ә бит тәрбиә иң тәүҙә ғаиләнән башлана, һәм уның дилбегәһе, теләйбеҙме-юҡмы, ҡатын-ҡыҙ ҡулында икәнлеген онотоп ебәрмәһәк ине.
Эйе, мисәүләнгән аттарҙың ҡап уртаға егелгәне кеүек, донъя йөгөн төптән тартырға мәжбүр бөгөнгө ҡатын-ҡыҙ. Бер яҡтан уның башын булдыҡһыҙ ире шаҡарһа, икенсенән, үҫеп, аяҡҡа баҫа алмай ыҙаланған балалары бер туҡтауһыҙ сығынлай. Күптәр был йөктө тарта алмай бөгөлә, һына. Күңел тыныслығын ваҡытлыса ғына булһа ла иҫерткес эсемлектәрҙә табырға өмөтлән­гәндәре тора-бара бөтөнләй эскегә һабыша. Ҡатын-ҡыҙҙың организмы күпкә көсһөҙ, ул үҙе теләп алған был сирҙән аҙаҡ, бик теләһә лә, ҡотолоу юлын таба алмаясаҡ. Шатлыҡта ла, ҡайғылы сағында ла ҡулын рюмкаға һуҙыр алдынан уның эҙемтәләре тураһында уйланһа ине гүзәл зат. Мейес башындағы әсе балынан өҙөлмәгән, ире, хәл белешергә ингән әхирәттәре, күрше-күләне, аҙаҡ буй еткергән улдары, ҡыҙҙары менән сәкәштереп, йырлап-бейеп эскән әсәйҙәрҙең балалары ла ояһында күргәнен дауам итә.
Инәһе көслөнөң күсе көслө. Ниндәй генә эскән, холоҡһоҙ ир менән йәшәп тә, рух ныҡлығын һындырмаған, балалары алдында яуаплылыҡ тойғоһон һүндермәгән әсәйҙең сабыйҙары тормошта барыбер үҙ урынын таба. Ҡатын-ҡыҙҙы донъя тотҡаһы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Ошо тотҡа ныҡ, ышаныслы булһын тиһәк, ҡыҙ баланы бишектән, бишкә төрләнә башлағансы уҡ тәрбиәләү мөһим. Боронғолар ҙа бит уны ҡырҡ урындан тыйыу кәрәклеген әйтә килгән.
Ә беҙ бөгөн ҡыҙҙарыбыҙҙы нисек үҫтерәбеҙ? Башҡаларҙан ҡалышмаһын тип бәләкәйҙән аллы-гөллө кейендереп, бәпләп кенә тәрбиәләгән “ҡурсаҡ”тарыбыҙҙың үҫә барған һайын яман ғәҙәттәрҙе үҙ итә барыуын күрмәйбеҙме, әллә күреп тә, күҙ йомабыҙмы? Заманаһы шулай тип, ололар, ир-ат, ҡайны-ҡәйнәһе алдында шәриғәт менән тыйылған тән ағзаларын күрһәтеп, уйнаҡлап йөрөүҙәренә, егет-елән менән кәйеф-сафа ҡороп ултырыуҙарына, ата-әсә һүҙен тотмай сатнатып ҡаршы ирешеүҙәренә лә ҡаршы әйтә алмай, өнһөҙ ҡалырға мәжбүрбеҙ. Ҡыҙҙары­быҙҙың гражданлыҡ никахы менән йәшәүенә, бер ире оҡшамаһа, икенсеһенә, өсөнсөһөнә барыуына, никахһыҙ бала табыуына ла ризалыҡ бирәбеҙ. “Унға барһын, уңғанса барһын!” – тип бала хаҡына эйелгән башыбыҙҙы күтәрергә тырышып, һыр бирмәҫкә тырышабыҙ. Таянырлыҡ тормош юлдашын табып, ныҡлы донъя ҡормаған, осраҡлы тай-тулаҡ менән бәйләнгән бындай ҡыҙҙарҙың киләсәктә яман юлдан китмәҫенә, эскелекте, аҙғынлыҡты юлдаш итмәҫенә ышанып буламы?
Эскелекте сикләү, айыҡ тормошто пропагандалау маҡсатында дәүләт органдары, йәмғиәт тарафынан ниндәй генә саралар күрелмәһен, әҙәм балаһының аңында был яман ғәҙәткә нөктә ҡуйылмай икән, барыһы ла һыуға ҡаурый менән яҙылғанға тиң. Ә нөктәне бары тик ҡатын-ҡыҙ, әсәй, өләсәйҙәр тәрбиәһе генә ҡуя ала. Юҡ, был мөһим эш, әлбиттә, тиҙ арала башҡарыла торғандарҙан түгел. Сабылған бер башы урынына бишәүһе киренән үҫеп торған “йәшел йылан” менән аяуһыҙ алышта тиҫтә йылдар ғына түгел, бәлки, быуаттар кәрәк булыр.
“Бөтә яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡатын-ҡыҙҙан башлана”, – тип аҡыл эйәһе юҡҡа ғына әйтмәгән. Эскелеккә, наркоманияға, тәмәке тартыуға теше-тырнағы менән ҡаршы тороп, балаларын, ейәндәрен был яман ғәҙәттәрҙән йолоп алып ҡалырлыҡ көс тик ҡатын-ҡыҙҙа, әсәйҙәрҙә генәлер. Бының өсөн гүзәл заттың үҙенең тәртипле, әҙәпле булыуы мөһим. Тәрбиә өлгөһө күрһәткән иманлы әсәйҙәрҙән иманһыҙ улдар-ҡыҙҙар тыумаҫ. Тормош шауҡымына бирешеп, яҡшыны ямандан айыра алмай ыҙаланғандары ла яйлап кәмеүгә табан барыр. Иң мөһиме – ҡатын-ҡыҙ ысын мәғәнәһендә һөйөп-һөйөлөр өсөн яратылған гүзәл зат, ихтирамлы әсәй, тәрбиә сығанағы булып ҡалһын. Ә сәсе-башы туҙып, эргәһенә яҡын бара алмаҫлыҡ ауыр еҫ таратып, тирә-йүндәгеләрҙе үҙенең төҫ-ҡиәфәтенән биҙҙереп, аҙғынлыҡта йөрөгән, ғаиләһе, ташланған балалары яҙмышы менән уйнаған бисураларға йәмәғәтселек фекере барып етмәй икән, Енәйәт кодексын был юҫыҡта яңы статьялар менән байытырға күптән ваҡыт.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872