Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Их, һылыуҡай...Интернет селтәрендә бер заман “Башҡорт ҡыҙы өсөн тауыш бирәйек” тигән яҙмаға тап булдым. Баҡһаң, ул Рәсәй кимәлендәге ниндәйҙер бер һылыуҡайҙар бәйгеһендә ҡатнаша икән. Яҙманы уҡыған саҡта ғорурлыҡ та тыуа башланы, тик фотоһүрәтен күргәс тә, ул селпәрәмә килде...
Шул саҡта бер шағирҙың “аңлайым да кеүек, һине аҡса сисендергәндер” тигән фекере иҫкә төштө. Тик был һүрәт уҙған быуаттың 90-сы йылдары календарында ғына тормай, уның өсөн һылыу аҡсаһын да алмағандыр. Матурлығын күрһәтеүгә ынтылыу ғына күренә кеүек. Хәйер, шәп-шәрә лә түгел үҙе, бары бәйгенең бер шартын үтәгән – һыу инеү кейемендә төшкән фотоһын Интернеттағы бар ғәм ҡарамағына һалған. Тик үҙен һис кенә лә кейенгән тип әйтеп булмай...
Гүзәллек конкурсының йәнә берәүһендә Дағстан, Төньяҡ Осетия, Ҡабарҙа-Балҡар яҡтарынан өс ҡыҙҙың ҡатнашҡаны иҫкә төшә. Тик унда үрҙә әйтелгән шартты үтәгәндәрендә барлыҡ Кавказ тетрәп ҡуйҙы. Мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре, депутаттар, Төньяҡ Кавказ мосолмандары берләшмәләре ағзалары һәм башҡалар тауыш күтәрҙе. “Былай ҡыланыу килешмәй, беҙҙең ҡыҙҙарҙың бәҫен төшөрҙөгөҙ” тигән һүҙҙәр ҙә ишетелде. Ә урындағы бер депутат: “Һин үҙеңде Дағстан ҡыҙы тип атай күрмә”, – тине хатта конкурста ҡатнашыусыға. Тик илебеҙҙең башҡа кешеләре генә аңлап етмәне, буғай, уларҙы. Артта ҡалған төбәк кеүек күреп, ҡыҙҙарҙың намыҫын яҡлауҙы ҡырағайлыҡҡа тиңләне.
Бындай бәйгелә Кавказ һылыуҙары тәүге тапҡыр ҡатнашҡан булған. Конкурс­ты ойоштороусылар шатланған ғына. Халыҡтың күпселеге бындай “матурлыҡ”ты алҡышлаған.
Ябай кешеләр араһында ла төрлө фекер йөрөй. Берәүҙәр милләтен яҡлау яғын уйлай, ҡыҙҙарын ҡурсалай. Улар ярты-йорто кейенеүҙе үҙһенмәй һәм аҙғынлыҡтың сәбәбен шунда күрә. Икенселәр иһә, азатлыҡҡа һылтанып, “кеше нимә теләй, шуны эшләй инде”, тип белдерә. Бар ғәләмгә ярым-шәрә һыныңды күрһәтеүҙе замандан артта ҡалмау, традицион нигеҙҙән модернизмға күсеү тип атай улар. Шул фекерҙәренә ярашлы, тимәк, цивилизацияға эйәрәбеҙ тип, моданың ошондай образын ҡабул итеү кәрәк булып сыға. Тик был фарызмы?..
Уйлаһаң, боронғо ҡала Помпея ла заман менән бергә атлаған булған. Уның халҡы үҙ дәүеренең барлыҡ боҙоҡлоғон бергә туплаған, нимә теләгән – шуны эшләгән. Тик цивилизация сылбырынан төшөп ҡалып, әлеге көнгә генә килеп етмәгәндәр. Ҡөрьәндә уларҙың юҡҡа сығыуы һүрәтләнгән дә кеүек, һәм яуап бер: “улар Аллаһты иҫенән сығарғас, Ул да үҙҙәрен онотто”.
Беҙҙең республикала ла бындай конкурстар үтеп тора. Уларҙа ҡатнашыу өсөн өҫ кейемеңде сисеү ҙә кәрәкмәй. Ә мосолман һылыуҡайҙары араһында ойошторолған ярыш – айырыуса яҡшы үрнәк. Унда ҡатнашҡан ҡыҙҙарға Исламға ярашлы кейенергә кәрәк. Тик модель агентлыҡтарына бындай алым һәм Башҡортостан кимәле генә етмәйҙер, күрәһең. Ҡыҙҙарҙы “донъяға сығарғандары” өсөн уларға дан-шөһрәт килә бит. Тамаша, шау-шыу өлкәһендә ҙур аҡса өйөрөлә. Күптәр был конкурсты барып ҡарай алмаһа ла, ҡалын кеҫәлеләргә бер ни түгел. Бигерәк тә һүҙ ҡыҙҙарға ҡағылһа. Шуға ла модель агентлыҡтары һылыуҙарҙы үҙҙәренә саҡырыуҙан туҡтамай, һәм әле бер гүзәл зат, әле икенсеһе Ер шары буйлап ярым-шәрә, һыу инеү кейемендә йөрөй бирә.
Халҡыбыҙҙы донъяла таный башлаһалар, әлбиттә, һис насар түгел. Тик был маҡсат ошондай ҡыланышты аҡлаймы?.. Ҡараһаң, башҡа төрлө ысулдар ҙа бар бит. Эйе, улар өсөн тир түгергә кәрәк. Мәҫәлән, башҡортто танытҡан уҡ та үҙенән-үҙе генә атылмай бит.
Башҡа илдәрҙең дә яҡшы миҫалдары бар. Әйтәйек, шул уҡ Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм башҡалар. Ҡыҙҙары кейенгәнлектән генә уларҙы ҡырағай, донъянан артта ҡалған тип әйтеп ҡара әле. Йәшәү кимәле буйынса ла алда баралар, енәйәтселек тә киң таралмаған уларҙа, аҙғынлыҡтан, әхлаҡһыҙлыҡтан алыҫ торалар. Кейемдәре лә моданан артта ҡалмаған.
Һәр ғәмәлдең һөҙөмтәһе була. Ҡыҙҙарҙың асыҡ һыны дөйөм ил кимәлендә хуплана икән, тимәк, йәштәр шуға ҡараясаҡ, үҙенә үрнәк итеп аласаҡ. Ә әҙәптән алыҫ тороу һөҙөмтәһенең ҡыуандырғаны юҡ. Ирһеҙ бала табыу, аборттар ғына ла – быға асыҡ миҫал. Шуны яҡшы беләбеҙ: әгәр ҡатын-ҡыҙ аҙһа, тотош милләт зыян күрә. Ни генә тиһәң дә, ҡапланып йөрөү, үҙеңде яуызлыҡтан аралау – әҙәплелеккә илткән юл. Әгәр инде башҡа берәү быны ҡырағайлыҡ тип әйтә икән, уға үҙенең ниндәйлеге хаҡында уйланырға кәрәктер. Ә күңеле насар кеше һылыуҡай бәйгеһендә еңеп, йөҙ мең долларлыҡ таж кейеүҙән генә күркәм холоҡло булып китмәй. Нәзәкәтлек, әхлаҡлылыҡ, тәртип, үҙеңде тотоуың, насар нәмәнән тыйылыуың әллә күпмегә яҡшыраҡ.


Автор: Динис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә