Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тимер япма оҫталары
Тимер япма оҫталары Бөгөн һәр кем йортон заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып төҙөргә, сағыу төҫтәге ҡойма менән уратып алырға, ҡыйығын күҙҙең яуын алырлыҡ черепица менән ябырға тырыша. Һуңғы ваҡытта тап ошондай төҙөлөш материалдарына ихтыяж ҙур.
Урал аръяғы райондары халҡының ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндергән “СТАН” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2011 йылдан алып уңышлы эшләп килә. Директоры Хәйҙәр Әбдрәхимов әйтеүенсә, бөгөн ойошма айына 400 тонна продукция етештерә ала. Әлегә ике цехта барлығы 26 эшсе эшләй, станоктарҙың бөтәһе лә Рәсәйҙеке. Металл күберәк Магнитогорск металлургия комбинатынан алына. Профнастил табаҡтарының үлсәме, төҫө заказ биреүселәрҙең теләгенә тап килтерелә. Материалдарҙың 30-ҙан ашыу төҫөн һайлағанда, күптәр яңылышып та китә, тип шаярта эшселәр. Күрәһең, матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша. Бер урында төҫлө һәм ялтыр профнастил бөгөлһә, икенсеһендә тимер черепица әҙерләнә.
– Беҙҙең тауарҙар халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Бигерәк тә яҙ һатып алыусыларҙың һаны күпкә арта. Баймаҡ ҡалаһында, Аҡъярҙа үҙебеҙҙең сауҙа нөктәләре бар, күптәр туранан-тура цехҡа килеп заказ бирә, – ти Хәйҙәр Фәнил улы.
Сибайҙы ғына түгел, тотош Урал аръяғы райондарын үҙҙәренең төҙөлөш материалдары менән тәьмин иткән төбәктәге йорттарҙы, тотош урамдарҙы матурлауға ҙур өлөш индергән белгестәр үҙҙәренең хеҙмәтенән ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Мәҫәлән, Ғәфүр Ҡолонбаев менән Илһам Байегетов үҙ эштәренән ҡәнәғәт. “Үҙебеҙҙекен әллә ҡайҙан танып торабыҙ”, – тип йылмая улар.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә