Бөгөн һәр кем йортон заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып төҙөргә, сағыу төҫтәге ҡойма менән уратып алырға, ҡыйығын күҙҙең яуын алырлыҡ черепица менән ябырға тырыша. Һуңғы ваҡытта тап ошондай төҙөлөш материалдарына ихтыяж ҙур. Урал аръяғы райондары халҡының ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндергән “СТАН” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2011 йылдан алып уңышлы эшләп килә. Директоры Хәйҙәр Әбдрәхимов әйтеүенсә, бөгөн ойошма айына 400 тонна продукция етештерә ала. Әлегә ике цехта барлығы 26 эшсе эшләй, станоктарҙың бөтәһе лә Рәсәйҙеке. Металл күберәк Магнитогорск металлургия комбинатынан алына. Профнастил табаҡтарының үлсәме, төҫө заказ биреүселәрҙең теләгенә тап килтерелә. Материалдарҙың 30-ҙан ашыу төҫөн һайлағанда, күптәр яңылышып та китә, тип шаярта эшселәр. Күрәһең, матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша. Бер урында төҫлө һәм ялтыр профнастил бөгөлһә, икенсеһендә тимер черепица әҙерләнә.
– Беҙҙең тауарҙар халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Бигерәк тә яҙ һатып алыусыларҙың һаны күпкә арта. Баймаҡ ҡалаһында, Аҡъярҙа үҙебеҙҙең сауҙа нөктәләре бар, күптәр туранан-тура цехҡа килеп заказ бирә, – ти Хәйҙәр Фәнил улы.
Сибайҙы ғына түгел, тотош Урал аръяғы райондарын үҙҙәренең төҙөлөш материалдары менән тәьмин иткән төбәктәге йорттарҙы, тотош урамдарҙы матурлауға ҙур өлөш индергән белгестәр үҙҙәренең хеҙмәтенән ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Мәҫәлән, Ғәфүр Ҡолонбаев менән Илһам Байегетов үҙ эштәренән ҡәнәғәт. “Үҙебеҙҙекен әллә ҡайҙан танып торабыҙ”, – тип йылмая улар.