Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ташҡа баҫылғанды юйып булмай
Ташҡа баҫылғанды юйып булмайБашҡортостанда милли баҫманың сыға башлауы башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә, атап әйткәндә, Башҡорт авто­номияһын төҙөүгә бәйле икәнен хәҙер республика халҡы яҡшы белә. Классиктарҙың береһе әйткән бит, әгәр халыҡ араһында фекер уятырға, ихтилал ойошторорға ниәтләйһең икән, гәзит сығар, тип. Шул рәүешле барлыҡҡа килгән дә инде 1917 йылдың 14 июнендә “Известия Башкирского областного бюро” исемле гәзитебеҙ. Уның башланғысында бөтәбеҙгә лә исемдәре яҡшы таныш шәхестәр Сәғит Мерәҫов, Хәбибулла Ғәбитов, Зәки Вәлиди тора. Тәүге икәүһе – мөхәррирҙәр исемлеген башлаусылар. Атаҡлы шағир Шәйехзада Бабичтың киң билдәле “Олуғ шатлыҡ” әҫәре, халыҡҡа мөрәжәғәте тап ошо баҫмала донъя күрә.
Ваҡытлы матбуғатты тарихтың йылъяҙ­маһы, тип тә атайҙар. Юҡҡа ғына халыҡ-ара журналист Филипп Грэм уны, тарихтың ҡара­ламаһы, тимәгән, күрәһең. Йәмғиәттәге үҙгә­рештәр, бар яңылыҡтар, ваҡиғалар теҙмәһе, замандаштар ҡарашы, дәүләттең власть структураһы менән киң йәмәғәтселектең мөнәсәбәте лә сағылдырыла килә матбуғатта. Дәүләтселектең борон-борондан билдәле үҙ талаптары бар, шуға ярашлы дәүерҙең тын алышы, рухи талабы ваҡытлы матбуғатта сағылдырылыуы шарт. Шул уҡ ваҡытта заманыбыҙҙың билдәле афоризм оҫтаһы Геннадий Малкиндың “Уҡыусыны кәмһетмәйенсә генә нисек тиражды күтәрергә?” тигән һорауы ла урынлы.
“Башҡортостан” гәзите исеменең йөкмәтке­һендә үк еребеҙ, һыуыбыҙ, күгебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышы сағыла, тарихыбыҙ яҡтыртыла. Милли баҫма – милләтебеҙҙең рухи маяғы, таянысы. Гәзит сыға башлағандан алып унда шағирҙар, яҙыусылар яуаплы вазифаларҙа үҙ һүҙен әйтә килгән. Башҡортостандың халыҡ шағир­ҙары Рәми Ғарипов, Хәсән Назар, күренекле прозаик Рәшит Солтангәрәевтең яҙмаларын халыҡ көтөп алып, заман һүҙе тип таныған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим республикабыҙҙың бер быуатлыҡ рухи йылъяҙмаһына баһа биреп, юҡҡа ғына: “Башҡортостан” – минең өсөн иң ҡәҙерле гәзит”, – тип әйтмәгән бит!
Үҙ ваҡытында Рәми ағай “Ҡәләмдәштәргә” тигән шиғырын да тап “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләгән коллегаларына арнап яҙған:
Ләкин беҙ бит
Бөтә кешеләрҙән
Тотош бер көн алда йәшәйбеҙ,
Беҙ –
Үҙ хәбәрсеһе
Киләсәктең!
Күңелебеҙ шуға йәш әле.
Бөгөнгө Интернет яулап алған, телевидение ҡарашты тартып торған заманда ла ваҡытлы матбуғаттың, ташҡа баҫылған фекер­ҙең үҙ баһаһы бар. Дәүерҙең төрлө ҡаршы­лыҡтары булыуға ҡарамаҫтан, “Башҡортостан” XXI быуатта ла халҡына үҙ һүҙен еткерә, быуаттарҙы быуаттарға бәйләп, милләте асманын яҡтырта. Киләсәктә лә шулай булһын! Байрамың менән, ғәзиз “Башҡортостан”ыбыҙ!

Лариса АБДУЛЛИНА.

Иң яҡын дуҫ
Килеп инә өйөбөҙгә,
Алып булмай унан күҙҙе.
Күңелдәрҙе ялмап ала,
Уйға һала һәр бер һүҙе.

Һөйләп бирә донъя хәлен:
Ниҙәр булыр, ниҙәр булған,
Кемдәр күпме мал үрсеткән,
Кемдәр күпме иген урған.

Йәки хискә бирелә лә
Фәлсәфәгә төшөп китә.
Берсә көлөп ебәрәһең,
Берсә күңел өшөп китә.

Янып һөйләй, милләт, тиеп,
Телем, тиеп, илем, тиеп.
Вайымһыҙлыҡ-ғәмһеҙлекте
Тетеп ташлай, йәне көйөп.

Нисек белеп өлгөрәлер:
Ҡайҙа – хаҡлыҡ,
ҡайҙа – ялған?!
Әйтерһең дә, бар донъяны
Ул иңенә йөкмәп алған.

Дуҫҡа – 100 йәш.
Ләкин типһә
Тимер өҙөр егеттәй ул!
Кешеләрҙе тормош һөйөп
Йәшәү өсөн өгөтләй ул.

Юлдар ҡайҙа илткәндә лә,
Айырмаһын ошо дуҫтан!
Яҡты йөҙлө, йылы һүҙле
Иң яҡын дуҫ –
“Башҡортостан”!


С. ӘБҮЗӘР.


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә