Башҡортостанда милли баҫманың сыға башлауы башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә, атап әйткәндә, Башҡорт автономияһын төҙөүгә бәйле икәнен хәҙер республика халҡы яҡшы белә. Классиктарҙың береһе әйткән бит, әгәр халыҡ араһында фекер уятырға, ихтилал ойошторорға ниәтләйһең икән, гәзит сығар, тип. Шул рәүешле барлыҡҡа килгән дә инде 1917 йылдың 14 июнендә “Известия Башкирского областного бюро” исемле гәзитебеҙ. Уның башланғысында бөтәбеҙгә лә исемдәре яҡшы таныш шәхестәр Сәғит Мерәҫов, Хәбибулла Ғәбитов, Зәки Вәлиди тора. Тәүге икәүһе – мөхәррирҙәр исемлеген башлаусылар. Атаҡлы шағир Шәйехзада Бабичтың киң билдәле “Олуғ шатлыҡ” әҫәре, халыҡҡа мөрәжәғәте тап ошо баҫмала донъя күрә.Ваҡытлы матбуғатты тарихтың йылъяҙмаһы, тип тә атайҙар. Юҡҡа ғына халыҡ-ара журналист Филипп Грэм уны, тарихтың ҡараламаһы, тимәгән, күрәһең. Йәмғиәттәге үҙгәрештәр, бар яңылыҡтар, ваҡиғалар теҙмәһе, замандаштар ҡарашы, дәүләттең власть структураһы менән киң йәмәғәтселектең мөнәсәбәте лә сағылдырыла килә матбуғатта. Дәүләтселектең борон-борондан билдәле үҙ талаптары бар, шуға ярашлы дәүерҙең тын алышы, рухи талабы ваҡытлы матбуғатта сағылдырылыуы шарт. Шул уҡ ваҡытта заманыбыҙҙың билдәле афоризм оҫтаһы Геннадий Малкиндың “Уҡыусыны кәмһетмәйенсә генә нисек тиражды күтәрергә?” тигән һорауы ла урынлы.
“Башҡортостан” гәзите исеменең йөкмәткеһендә үк еребеҙ, һыуыбыҙ, күгебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышы сағыла, тарихыбыҙ яҡтыртыла. Милли баҫма – милләтебеҙҙең рухи маяғы, таянысы. Гәзит сыға башлағандан алып унда шағирҙар, яҙыусылар яуаплы вазифаларҙа үҙ һүҙен әйтә килгән. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәми Ғарипов, Хәсән Назар, күренекле прозаик Рәшит Солтангәрәевтең яҙмаларын халыҡ көтөп алып, заман һүҙе тип таныған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим республикабыҙҙың бер быуатлыҡ рухи йылъяҙмаһына баһа биреп, юҡҡа ғына: “Башҡортостан” – минең өсөн иң ҡәҙерле гәзит”, – тип әйтмәгән бит!
Үҙ ваҡытында Рәми ағай “Ҡәләмдәштәргә” тигән шиғырын да тап “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләгән коллегаларына арнап яҙған:
Ләкин беҙ бит
Бөтә кешеләрҙән
Тотош бер көн алда йәшәйбеҙ,
Беҙ –
Үҙ хәбәрсеһе
Киләсәктең!
Күңелебеҙ шуға йәш әле.
Бөгөнгө Интернет яулап алған, телевидение ҡарашты тартып торған заманда ла ваҡытлы матбуғаттың, ташҡа баҫылған фекерҙең үҙ баһаһы бар. Дәүерҙең төрлө ҡаршылыҡтары булыуға ҡарамаҫтан, “Башҡортостан” XXI быуатта ла халҡына үҙ һүҙен еткерә, быуаттарҙы быуаттарға бәйләп, милләте асманын яҡтырта. Киләсәктә лә шулай булһын! Байрамың менән, ғәзиз “Башҡортостан”ыбыҙ!
Лариса АБДУЛЛИНА.Иң яҡын дуҫКилеп инә өйөбөҙгә,
Алып булмай унан күҙҙе.
Күңелдәрҙе ялмап ала,
Уйға һала һәр бер һүҙе.
Һөйләп бирә донъя хәлен:
Ниҙәр булыр, ниҙәр булған,
Кемдәр күпме мал үрсеткән,
Кемдәр күпме иген урған.
Йәки хискә бирелә лә
Фәлсәфәгә төшөп китә.
Берсә көлөп ебәрәһең,
Берсә күңел өшөп китә.
Янып һөйләй, милләт, тиеп,
Телем, тиеп, илем, тиеп.
Вайымһыҙлыҡ-ғәмһеҙлекте
Тетеп ташлай, йәне көйөп.
Нисек белеп өлгөрәлер:
Ҡайҙа – хаҡлыҡ,
ҡайҙа – ялған?!
Әйтерһең дә, бар донъяны
Ул иңенә йөкмәп алған.
Дуҫҡа – 100 йәш.
Ләкин типһә
Тимер өҙөр егеттәй ул!
Кешеләрҙе тормош һөйөп
Йәшәү өсөн өгөтләй ул.
Юлдар ҡайҙа илткәндә лә,
Айырмаһын ошо дуҫтан!
Яҡты йөҙлө, йылы һүҙле
Иң яҡын дуҫ –
“Башҡортостан”!С. ӘБҮЗӘР.