Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҙур һәләткә юл кескәй саҡтан башлана
Ҙур һәләткә юл кескәй саҡтан башлана…Йәнһүрәттәгесә, уҡыусы малай Мәскәй әбейгә юлыға. Әкиәт персонажының ҙур байрамға әҙерләнеп ятҡан мәле икән. Үҙенсә хәйләләшеп, әбей мөғжизә ярҙамында тантанаһын йәмле итеп үткәрмәксе. Тик, күпме генә тырышмаһын, килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Ахырҙа ҡунаҡ малай ярҙамға килә. Мәскәй әбейҙе әхирәттәре менән фотоға төшөрөп, һүрәтен дә тиҙ генә эшләп бирә, башҡа мәсьәләләрҙе лә хәл итә. Аптырай әкиәт персонажы: уҡыусы бит унан да көслөрәк тылсымға эйә! “Был мөғжизә түгел, ә аҡыл емеше”, – тип аңлата малай ҡылыҡтарын…
Ошондай мажаралы сценарий менән башланып китте мәктәп уҡыусылары араһында таланттарҙы асыҡлауға, уларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән “Арт-старт” исемле республика ижади проекттар конкурсы. Әйтергә кәрәк, инде дүртенсе тапҡырға уҙғарылған сараны асыу тантанаһында малайҙың зирәклеге һәм аҡылы ярҙамында ҡылған ҡылыҡтарын күҙәтһәк тә, ярыш шулай ҙа балаларҙың нәҡ ижади һәләттәрен асыҡлауға ҡайтып ҡалды. Кем оҫта йырлай, музыка ҡоралында уйнай, кем матур итеп һүрәт-фото төшөрә белә йәки шиғыр-хикәйә яҙа – бар яҡлап та тиерлек ҡапшап ҡараны конкурс. Ә уҡыусыларҙың эштәрен һынау ҡаланың ижади интеллигенцияһы вәкилдәренә, абруйлы ғалимдарға тапшырылды.
Балаға ҡанат ҡуйған был конкурс иғтибарға ғына түгел, ихтирамға ла лайыҡ. Ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығына, сара майҙаны булған 4-се гимназия коллективына был йәһәттән “афарин” тиергә генә ҡалалыр. Ойоштороусылар муниципаль кимәл менән генә сикләнеп ҡалмаған, ә бөтә республика балаларының ижади оҫталығын асыҡларға булған бит. Быйылғы сараға, мәҫәлән, 13 ҡала һәм 20 райондан 600-ҙән ашыу конкурсант йыйылғайны. Ошо түгелме һуң йәш таланттарҙы үҫтереү?! Әлбиттә, бер конкурс ҡына әле донъяуи кимәлдә һис ни хәл итмәй тиеүселәр ҙә табылыр. Тик, кем белә, берәй ваҡыт исеме донъяға билдәле булып киткән музыкант, рәссам йә булмаһа шағирға һоҡланып: “Ә-ә-ә, ошо егет йәки ҡыҙ теге ваҡыт “Арт-старт”та ҡатнашты”, – тип иҫкә төшөрөрбөҙ әле.



Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә