…Йәнһүрәттәгесә, уҡыусы малай Мәскәй әбейгә юлыға. Әкиәт персонажының ҙур байрамға әҙерләнеп ятҡан мәле икән. Үҙенсә хәйләләшеп, әбей мөғжизә ярҙамында тантанаһын йәмле итеп үткәрмәксе. Тик, күпме генә тырышмаһын, килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Ахырҙа ҡунаҡ малай ярҙамға килә. Мәскәй әбейҙе әхирәттәре менән фотоға төшөрөп, һүрәтен дә тиҙ генә эшләп бирә, башҡа мәсьәләләрҙе лә хәл итә. Аптырай әкиәт персонажы: уҡыусы бит унан да көслөрәк тылсымға эйә! “Был мөғжизә түгел, ә аҡыл емеше”, – тип аңлата малай ҡылыҡтарын…Ошондай мажаралы сценарий менән башланып китте мәктәп уҡыусылары араһында таланттарҙы асыҡлауға, уларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән “Арт-старт” исемле республика ижади проекттар конкурсы. Әйтергә кәрәк, инде дүртенсе тапҡырға уҙғарылған сараны асыу тантанаһында малайҙың зирәклеге һәм аҡылы ярҙамында ҡылған ҡылыҡтарын күҙәтһәк тә, ярыш шулай ҙа балаларҙың нәҡ ижади һәләттәрен асыҡлауға ҡайтып ҡалды. Кем оҫта йырлай, музыка ҡоралында уйнай, кем матур итеп һүрәт-фото төшөрә белә йәки шиғыр-хикәйә яҙа – бар яҡлап та тиерлек ҡапшап ҡараны конкурс. Ә уҡыусыларҙың эштәрен һынау ҡаланың ижади интеллигенцияһы вәкилдәренә, абруйлы ғалимдарға тапшырылды.
Балаға ҡанат ҡуйған был конкурс иғтибарға ғына түгел, ихтирамға ла лайыҡ. Ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығына, сара майҙаны булған 4-се гимназия коллективына был йәһәттән “афарин” тиергә генә ҡалалыр. Ойоштороусылар муниципаль кимәл менән генә сикләнеп ҡалмаған, ә бөтә республика балаларының ижади оҫталығын асыҡларға булған бит. Быйылғы сараға, мәҫәлән, 13 ҡала һәм 20 райондан 600-ҙән ашыу конкурсант йыйылғайны. Ошо түгелме һуң йәш таланттарҙы үҫтереү?! Әлбиттә, бер конкурс ҡына әле донъяуи кимәлдә һис ни хәл итмәй тиеүселәр ҙә табылыр. Тик, кем белә, берәй ваҡыт исеме донъяға билдәле булып киткән музыкант, рәссам йә булмаһа шағирға һоҡланып: “Ә-ә-ә, ошо егет йәки ҡыҙ теге ваҡыт “Арт-старт”та ҡатнашты”, – тип иҫкә төшөрөрбөҙ әле.